Байрамда сәскә, япраҡтарҙан төрлө гөлләмәләр, композициялар, йәшелсәемештән, урман байлыҡтарынан төрлө һындар, көҙгө уңыштан аш-һыу төрҙәре урын алғайны. Ҡатнашыусыларҙың аҙ булыуына, тышта ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, байрам бик сағыу, күтәренке кәйефтә үтте.
Хужабикәләрҙең, балаларҙың уңғанлығына, дәртенә, фантазияһына һоҡланырлыҡ. Нимәләр генә әҙерләп килтермәгәндәр! Клуб хеҙмәткәрҙәре Эльза Ирғәлина һәм Гөлшат Вәлиәхмәтова сараға ентекле әҙерләнгән. Бик бай, ҡыҙыҡлы, фәһемле күргәҙмә ойошторғандар. Шулай уҡ Низаметдиновтар, Ғиниәтуллиндар, Ҡотлобаевтар, Хилаловтар, Шәйәхмәтовтар ғаиләләре ихлас тырышҡан. Бигерәк тә Эльза Магиярова менән ҡыҙы Айһылыуҙың ҡул эштәре бик үҙенсәлекле, бай ине.
Һәр ҡатнашыусы үҙе килтергән гөлләмә, ҡул эше, аш-һыуы тураһында бик матур итеп һөйләне. Байрамды алты йәшлек Айһылыуҙың дәртле бейеүе лә биҙәне. Сара барышында йомаҡтар сиселде, мәҡәлдәр әйтештеләр. Аҙаҡтан һәр ҡатнашыусы тәмле приздар алып ҡыуанды.
Байрамдан ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт әйтеп, донъя мәшәҡәттәрен аҙ булһа ла ситкә ҡуйып, ял итеп, өйҙән килтергән тәм-том менән сәй эсеп таралыштыҡ.