Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Октябрь 2019, 17:45

Ҡырым хәтирәләрен мәңгеләштереп...

Ҡаланың Тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Рәссамдары союзының Башҡортостан бүлеге һәм Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы Юрий Константинович Байбординдың шәхси күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте.

...Ҡуйы томандарға уралып, диңгеҙ ѳҫтѳ-нән ҡалҡҡан күк ҡаялар, күңелде әле ҡайнатҡан, әле һилләндергән аҡ күбекле даръя, кәйелеп осҡан аҡсарлаҡтар тауышы... Ҡырымда булыу бәхетен татығандар был илаһи хозурлыҡты, йѳрәкте шаштырған ҡеүәтте ғүмере ахырынаса онотмаясаҡ. Тѳйәгебеҙҙең күренекле рәссамы ла бит үҙенең “Ҡырым күпере” тип аталған экспозицияһын тап ошо тарихи ярымутрауға арнаған.
Бай йѳкмәткеле сараны асып, музей директоры Миләүшә Фәхретдинова, муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин Юрий Байбординға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
- Һеҙҙең ижадҡа битараф ҡалыу мѳмкин түгел. Һәр күргәҙмәгеҙ сағыу тәьҫораттар, кѳслѳ кисерештәр ѳйѳрмәһенә ташлай. Әлбиттә, Ҡырым ул үҙе бер донъя. Уның ҡырағай матурлығы сәнғәт әһелдәрен генә түгел, хатта ябай кешене лә илһамландыра. Ошо гүзәллекте мәңгеләштереүегеҙ ѳсѳн ҙур рәхмәт һеҙгә, Юрий Константинович! - тине Ирек Рауил улы ихтирамын, һоҡланыуын белдереп.
Эйе, балаларға ғына хас самимилыҡ, сафлыҡ, күңел йылыһы бѳркѳлгән эштәрҙә авторҙың донъяға ҡарашы, тормошҡа, кешелеккә ҡарата эскерһеҙ һѳйѳүе ярылып ята. Киндергә тѳшкән һутлы, йылы тѳҫтәр ҙә бит тап ошо хаҡта һѳйләй:
- Был күргәҙмә икенсе һулыш тѳҫлѳ - ул уяныуға, яңырыуға ишара. Картиналарҙа ѳҫтѳнлѳк иткән йәшеллек, зәңгәрлек иһә яҡты киләсәк, ҙур ѳмѳттәр, ғәмәлгә ашыр хыялдар тураһында бәйән ҡыла, - тигәйне сығышында Балалар художество мәктәбенең уҡытыусыһы Арина Яковлева ла.
Рәссамдың Ҡырым ѳсѳн генә түгел, тотош илебеҙ ѳсѳн тарихи һәм сәйәси әһәмиәткә эйә иң оҙон һәм мөһабәт күперҙе һынландырыуы иһә сал сәсле олпат уҙамандың тарихи ваҡиғаларҙан ситен булмауын, Керчен боғаҙының ике ярын тоташтырған мѳғжизәле күперҙең берҙәмлек, дуҫлыҡ, именлек символына әйләнеүен ҡылыҡһырлай.
- Ҡырымға барыуым һил тормошомдоң аҫтын ѳҫкә әйләндерҙе. Ошо тараф менән “ауырып”, йыл ярымдай ваҡыт эсендә Ҡырым күперенә арналған тотош экспозиция тыуҙы. Билдәле бер графикка буйһонғандай, иртәнән кискә тиклем ифрат мауығып, ныҡышмал эшләнем. Һѳҙѳмтәһен бына үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ, - тип күргәҙмәнең илһам сығанағын атап үтте Юрий Байбордин.
Билдәле сәнғәт әһеленең картиналары менән бер рәттән күргәҙмәлә Белорет ҡалаһы тегенсеһе Нина Демичеваның да ҡул эштәре ҡуйылғайны. Оҫта ҡуллы ханымдың грунтланған туҡыма техникаһында яһаған сатраш таҡтаһы һәм фигуралары килеүселәрҙең иғтибарын шундуҡ йәлеп итте.
- Бындай техника менән 5-6 йыл тирәһе мауығам. Бѳгѳн күргәҙмәгә ҡуйылған ошо ваҡ һәм ентекле эш ѳсѳн бер йыл ваҡыт талап ителде. Был техникала уйынсыҡтар ҡалын кизе-мамыҡ туҡыманан тегелә һәм грунт менән һеңдерелә. Шѳғѳлѳм нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, уның һѳҙѳмтәһен күреү, кешеләрҙең һоҡланыуын, ғәжәп ҡылыуын тойоу мине ѳр-яңы идеяларға, эштәргә сәмләндерә, - ти ҡыуаныс менән Нина Владимировна.
Хәйер, сәнғәт донъяһына мѳкиббән ғашиҡтарҙы бер урынға туплап, яңы ғына ѳлгѳргән ижад емештәрен авторҙың үҙ ҡулынан тәмләткән күргәҙмә, ысын мәғәнәһендә, күңел сѳңгѳлдәрен нурландырыр, рухты байытыр сағыу буяуҙар һәм юғары тойғолар палитраһына әйләнде был кѳндѳ.
27 октябргә тиклем дауам итәсәк күргәҙмәгә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Читайте нас: