Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Октябрь 2019, 15:31

“Уңды һинән, Мостай, кешеләр!”

Халҡыбыҙҙың даһи улы Мостай Кәримдең тыуыуына быйыл теп-теүәл 100 йыл... Башҡорт иле мең бәлә менән автономия хоҡуғын даулап-яулап алған шанлы осорҙа донъяға килгән шәхес үҙенә насип ғүмерҙе лә тыуып үҫкән еренә, ғәзиз халҡына арнаны. Бөгөн иһә һүҙ ҡөҙрәтен уның бар нескәлегендә тойған, халыҡсан теле, ябайлығы вә ихласлығы менән уҡыусыһын әсир ҡылған мөрәүәтле ир-уҙамандың яҡты иҫтәлеген данлап, республиканың һәр төбәгендә бай йөкмәткеле саралар үтә.

Яҙыусының ижади мираҫын барлау, йәш быуында Мостай Кәримдең шәхесенә, әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, китап уҡыу культураһын тәрбиәләү маҡсатында Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы, "Ҡурай сәскәлеге" модель китапханалар комплексы менән берлектә, 3-25 октябрь арауығында "Ватан улы - Мостай Кәрим" әҙәби марафонын иғлан итте.
Тәүгеләрҙән булып был уҙышты "Гүзәл" Әхмәр ауыл модель китапханаһы башлап ебәрҙе. Мәҙәниәт йорто менән берлектә ойошторолған "Күкрәгемдән ҡоштар осорам" тигән әҙәби-музыкаль кисә Мостай Кәрим ижадының бар өлкәләрен дә яҡтырта алды. Әле хисләндерер, әле тетрәндерер Мостай шиғырҙарының аһәңле моңон еткергән Байрамбикә Яҡупова, Резеда Абдуллина, халыҡсан юмор, фәлсәфәүи уйланыуҙар менән һуғарылған “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, ”Ҡыҙ урлау” драма әҫәрҙәренән ѳҙѳктәрҙе сәхнәләштергән Наил Хәмзин һәм Динә Шәйәхмәтова, Мәрәһим вә Аҡйондоҙ мөхәббәтен һынландырған Алик Юлышев һәм Резеда Абдуллина, шағир һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы башҡарған Зәлифә Фазлетдинова, Нәғим Хәмзин һәм башҡа ауыл кешеләре Мостай иленең ни тиклем тәрән вә тормошсан, бәхетле йә үкенесле, мәрәкәле йә фажиғәле булыуын ғәжәп оҫта асып һалды. Сығыштар араһында китапхана етәксеһе Әлфиә Дәүләтова әҙиптең тормош юлына, ижади мираҫына байҡау яһай торҙо. Кисәне нарыҡлаусылар - Дауыт Юлтый исемендәге модель китапханаһы мѳдире Флүрә Шакирова, Үҙәк ҡала китапханаһының директор урынбаҫары Людмила Жарикова сараның марафон талаптарына тулыһынса яуап биреүен, һәүәҫкәр артистарҙың оҫталығын билдәләп үтте.
“Тамъян” Шығай ауыл модель китапханаһы тарафынан ойошторолған “Уңды һинән, Мостай, кешеләр!” тип аталған әҙәби-музыкаль сара ла ифрат бай йѳкмәткеле ине. Шығай мәктәбенең V-VI класс уҡыусылары һѳйләүендә яңғыраған дәртле шиғырҙар, Сәлимә Татлыбаева, Гѳлдәр Ҡолбирҙина, Сәғирә Шәрәфетдинова, Фәүзиә Ғәлиуллина башҡарыуында ағылған йыр-моңдар йѳрәк ҡылдарын тибрәтмәйсә ҡалманы. VI класс бѳркѳттәре Рузил Ғәлиуллин, Иҙел Зыкрин, Салиджан Ғәрифуллин, Шамил Ғималетдинов “Оҙоноҙаҡ бала саҡ” повесынан ѳҙѳк ҡуйып, үҙҙәренең сәхнәлә уйнау маһирлығы менән һоҡландырҙы. Мостай Кәрим менән осрашыуҙы ғүмеренең иҫтәлекле ваҡиғаһы итеп ҡабул ҡылған Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы директоры Сәғирә Шәрәфетдинова 1995 йылдың йәмле йәйендә яҙыусының ауыл халҡы менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуы, Мостайҙың ни ҡәҙәр кеше йәнле, эскерһеҙ булыуы хаҡында матур хәтирәләре менән бүлеште. Китапхана етәксеһе Ольга Ғәлиуллина бѳйѳк ижадсының биографияһын бәйән ҡылып, килеүселәргә темаға ярашлы буклеттар таратты. Мостай Кәрим ижадына, тормошона бәйле викторинала ла һынатыусы булманы. “Беҙҙең ѳйҙѳң йәме”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрҙәре буйынса мәктәп уҡыусылары тѳшѳргән рәсемдәр иһә Мостай донъяһынан бер йәм ине...
Нурала урынлашҡан “Йондоҙ” модель китапханаһындағы сараны Рәйлә Вәлиева етәкселегендәге ағинәйҙәр йыр һәм таҡмаҡтар менән башлап ебәрҙе. Һуңынан тәрбиәсе Рәүиә Йәркәлина етәкселегендә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре шиғырҙар һөйләне.
Тѳп китапханасы Фәниә Ғиззәтуллина башланғыс класс уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса әҙәби сәғәт үткәрҙе. Дәрес һуңында балалар менән йылы әңгәмә ҡоролдо, һорауҙарға яуаптар алынды. Шулай итеп, был әҫәр балаларҙы мәрхәмәтле, төрлө милләт кешеләре менән дуҫ булырға өйрәтте. Әйткәндәй, Нура ауылында ла 7 милләт кешеләре дуҫ һәм татыу йәшәй.
Ағинәйҙәр, “Башҡортостан” йыры менән сараны тамамлағандан һуң, ҡунаҡтарға аңлатмалары менән милли ризыҡтар тәҡдим итте. Үҙәк китапхана, Дауыт Юлтый исемендәге модель китапхана хеҙмәткәрҙәре балаларҙы Мостай Кәрим тигән бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен уҡырға, ундағы геройҙарҙан өлгө алырға, Башҡортостаныбыҙҙың патриоттары булып үҫергә саҡырҙы.
Әҙәби марафон Республика көнө алдынан Исмаҡай ауылының “Хазина” китапханаһында дауам итте (һүрәттә).
Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы мөдире Флүрә Шакирова сығышында башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалының һәр әҫәрендә кешенең бер-береһенә ҡарата яҡшы мөнәсәбәте, изгелек ҡылыу, олоһон да, кесеһен дә ихтирам итеү сағылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Китапханасы Наилә Шакирова Мостай Кәримдең тормош юлына байҡау яһаны, “Мостай Кәрим - милләтебеҙҙең рухи йондоҙо” тип аталған презентация күрһәтеп барылды. Мәғариф ветераны Сәүиә Мөстәҡимова Мостай Кәримдең 1995 йылда Исмаҡай ауылына Яныбай Хамматовтың 70 йәшлек юбилейына килеүен, осрашыуҙың нисек үтеүен иҫкә алып, фотолар күрһәтте.
“Мостайҙың тере һүҙе” конкурсында Наилә Баһаутдинова менән Ангелина Ҡужакова уҡытыусы Әнисә Хәйбуллина етәкселегендә “Ялҡау бал ҡорто” хикәйәһен сәхнәләштерҙе. Шулай уҡ уҡыусылар - Ғәлим Мөхәмәтов, Иҙел Сафин, Наилә Баһаутдинова һәм ветеран-уҡытыусы Сәүиә Мөстәҡимова, ауыл фельдшеры Гүзәл Ишбулатова, әлеге көндә хаҡлы ялда булған Зифа Ҡужакова Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләне, “Шофер йырын” йырлап ишеттерҙе.
Баһалама ағзалары ҡарары менән I урынға Наилә Баһаутдинова, II урынға Ғәлим Мөхәмәтов лайыҡ булһа, III урын китапхананың иң әүҙем уҡыусыһы - Сәүиә Мөстәҡимоваға бирелде. Конкурс еңеүселәренә Дипломдар, барлыҡ ҡатнашыусыларға ла бүләктәр тапшырылды. Сара һуңында үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы методистары менән фекер алышыу булды.
Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған әҙәби марафон артабан Сосновка һәм Ғәбдѳк ауыл китапханаларында дауам итәсәк.
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА, Зөлфирә ШӘЙМЫРҘАНОВА, Рәсимә СӘЛИХОВА.

Читайте нас: