Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Октябрь 2019, 19:06

Халыҡ шағирына арнап

“Ҡурай сәскәлеге” модель китапханалар комплексына ҡараған “Йәшлек” китаханаһында үткәрелгән әҙәби-музыкаль кисәгә мәшһүр яҙыусының ижадын хөрмәт иткән Ғәбдөк шиғриәт һөйөүселәре йыйылды.

Сараның маҡсаты - әҙипкә, уның әҫәрҙәренә, телебеҙгә, илебеҙгә ихтирам, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү. Быйылғы Театр йылы, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы, Бөйөк Еңеүҙең киләһе 75 йыллығы бөйөк шағирҙың ижады аша бер әҙәби-музыкаль кисәгә һыйған. Мәҙәни сарала уҡыусылар, ололар әҙиптең һуғыш, тыуған иле, республикаһы тураһындағы шиғырҙарын уҡыны, йырҙарын йырланы, өҙөктәр күрһәтте.
Мәктәп уҡыусылары Мансур Закиров, Дияз Мөхәмәтйәнов, Алмас Мырҙагилдин, Линар Ғәлимов әҙиптең шиғырҙарын һөйләп кенә ҡалманы, үҙҙәрен оҫта актерҙар итеп тә танытты. Үҫмерҙәр “Өс таған”дан Вәзирҙең беренсе һәм икенсе һәләкәтен, “Оҙоноҙаҡ бала саҡ”тан “Икмәк ҡәҙере” өҙөктәрен сәхнәләштерҙе. Илһам Мостафин, Эльвина Вәхитова, Нәркәс Әхмәтйәнова, Айназ Мырҙагилдиндар ҙа шиғыр һөйләргә маһир икәнлеген күрһәтте.
Мостай Кәрим ижады киң һәм бай, әҫәрҙәре йөкмәткеле һәм мәғәнәле. Уның ижады һәр быуын уҡыусыларының рухи хазинаһына әйләнгән. Гөлсәсәк Ғилманова, Әлиә, Әйсәрә Мөхәмәтйәновалар, Шәүрә Хөсәйенова, Лира Мәһәҙиева ла әҙиптең шиғри әҫәрҙәрен илһамланып һөйләне. Әсәле-ҡыҙлы Әхмәтйәновалар, ветерануҡытыусы Рәшиҙә Закированың бейеүҙәре, Ильяс Шөғәйепов, ҡатынҡыҙҙар йыр ансамбленең сығыштары кисәгә йәм өҫтәне. Алып барыусылар Линара Баязитова һәм Айнур Тәҡиуллин, Сәриә Закировалар бөйөк шағирҙың тормош, ижад юлына байҡау яһаны.
Сара “Уҡытыусыма” йырын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды.
Читайте нас: