Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Ноябрь 2019, 18:45

Ил биҙәге, ерҙең күрке булып йәшә әле мәңге, Мөхәмәт!

Мөхәмәт ауылына юлға сығыр алдынан ғына ҡар яуып үтте. Кинәт кенә барлыҡ донъя яҡтырып, ағарып китте. Белорет-Абҙаҡ юлында үрҙе менә алмай ултырған машиналар осраһа ла, беҙҙең машина үтә сос булып сыҡты. Юл ситендәге аҡ тун кейгән ағастарға һоҡланып килә торғас, Абҙаҡ ауылына еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Бына Мөхәмәткә илтә торған юл. Ауылды күрһәткән юл билдәһе ҡуйылған. Элек ул булмай торғайны. Юл, тип әйтһәң, мөхәмәттәр үпкәләр тиһәң дә, ҡар яуғас, бысрағы ла, соҡорло, ҡурҡыныс урындары ла күренмәй, һиҙелмәй ҙә кеүек. Тәбиғәткә мас булып ҡарап килеп, ауылға сыға торған күпер янына ла еткәнбеҙ. Бер аҙ икеләнеп торғандан һуң, бисмилланы әйтә-әйтә, бына емереләм, бына емереләм тип, бер яҡҡа ҡыйшая биргән күперҙе лә аша сыҡтыҡ. Беҙҙең алдыбыҙҙа кинәт кенә, матур йорт-ҡаралтылары менән ауыл барлыҡҡа килде.

Мөхәмәт ауылы ул үҙе бер башҡа ярымутрау кеүек. Ике район сигендә урынлашһа ла, үҙ йүнен үҙе күрә тиһәң, дөрөҫөрәк булыр. Ауылда мәктәп, балалар баҡсаһы, почта, фельдшер-акушерлыҡ пункттары ябылған, телефон бәйләнеше лә насар. Элекке иҫке мәктәп бинаһында хәҙер клуб, китапхана эшләй. Ауылдың иң матур һәм төҙөк бинаһы - ул мәсет. Уны ла үҙ аҡсаһына элекке депутат, эшҡыуар Гөлнара менән Илшат Мансуровтар төҙөтә. Ә бына ауыл халҡына дәғүә белдерерлек түгел, йорт-ҡаралтылар береһенән-береһе матур. Тәҙрә яңаҡтары, ҡапҡалар, баҡса рәшәткәләре семәрләп эшләнгән ҙур-ҙур йорттар, хужаларының егәрлелеген, оҫталығын күрһәтергә теләгәндәй, эре генә ултыра. Шәп, уңған хужалар йәшәй Мөхәмәттә.
- Мөхәмәттәр улар һәр саҡ егәрле булды, - тип беҙҙең уйҙарҙы йөпләй сығышы менән Абҙаҡ ауылынан булған Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы. - Эх, бына кемдәрҙе “Айыҡ ауыл” конкурсына сығарырға кәрәк ине! Мөхәмәттәр эшсән дә, эсеп йөрөгән халыҡ та түгел.
Мәсет янында беҙҙе ауылдың ағинәйҙәре икмәк-тоҙ, сәксәк, буҙа менән матур итеп йыр-таҡмаҡтар көйләп, шартына килтереп ҡаршы алды. Мөхәмәткә Башҡорт өйөн асырға, шатлыҡтарын уртаҡлашырға Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, имам-хатип Сәйфулла Ғайсин, район-ҡаланың баш ағинәйе Зөбәржәт Суфьянова, Абҙаҡ, Сосновка, Хөсәйен ағинәйҙәре килеп еткән. Сәләмләп күрешеүҙәрҙән һуң, барыһы ла мәсеткә төкәтмә итеп эшләнгән Башҡорт өйөнә юлланды.
Ағинәйҙәрҙең ауыл халҡы көсө менән эшләнгән Башҡорт өйөн асыуы үҙе бер шатлыҡлы ваҡиға. Имам-хатип Сәйфулла Ғайсин доға уҡып ебәргәс, ҡунаҡтар Башҡорт өйөнә инде. Район-ҡалала ағинәйҙәрҙең үҙ көстәре менән эшләгән беренсе Башҡорт өйө, ыҡсым ғына булһа ла, бик күркәм, яҡты. Яңы ғына төҙөлгән төкәтмәнән ҡарағай еҫтәре аңҡып тора. Мәктәп музейының экспонаттары ла башҡорт өйө түренән урын алған.
Мәктәп ябылғас, музейға тип Рәмилә Хәлитова йыйған ҡомартҡылар ҡарауһыҙ ҡалған. Ағинәйҙәр уларҙы төкәтмәгә күсереп урынлаштырған.
Ҡомартҡылар Башҡорт өйөн биҙәп, рухи боронғолоҡ, мәртәбә өҫтәй. Бынан тыш, инәйҙәрҙең күңел йылыһын, бар маһирлығын һалып теккән, сиккән ҡул эштәре, балаҫтар, биҙәкле таҫтамалдар, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡабатланмаҫ кейем-биҙәүестәре - барыһы ла бында үҙ урынын тапҡан.
Башҡорт өйөн ҡарап сыҡҡандан һуң, ағинәйҙәр ҡунаҡтарҙы клубҡа саҡырҙы. Клубта оҫтабикәләрҙең ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйылған. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының оҫталығына хайран ҡалырһың! Сигелгән картиналарҙан алып милли кейем, бәйләнгән әйберҙәр ҙур зауыҡ менән эшләнгән. Рәмзиә Таһирова, Гөлниса Мансурова, Зөлфиә Таһирова, Рәйсә Таһирова, Вәсилә Хәлилова, Рима Дәүләткилдина, Алһыу Мансурова һәм башҡаларҙың ҡул эштәре һоҡландыра.
Байрам сараһын Ағинәйҙәр гимны менән башлап ебәрҙеләр. Артабан ағинәйҙәр “Ҡыҙлы йорт, наҙлы йорт” тигән йола байрамы күрһәтте. Мөхәмәт ауылында ҡыҙҙы кейәүгә биргәндә һандыҡҡа бирнә һалып, оҙатып ҡалыу йолаһы әле лә һаҡланған. Байрам барышында Мөхәмәт ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Алһыу Мансурова Башҡорт өйөн төҙөүҙә ярҙам иткән ауылдаштарына ағинәйҙәр исеменән Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы.
- Ағинәйҙәр ойошмаһы төҙөп ебәргәс, йыйылыр урыныбыҙ булмауға аптырап ҡалдыҡ. Шул ваҡытта буш торған мәсеткә ҡаланан имам-хатип Сәйфулла Ғайсин килеп, йома намаҙҙарын үткәрә башланы. Ул беҙҙе мәсеткә дини дәрестәр алырға саҡырҙы. Мәсеткә йөрөү өсөн бер иштән генә күлдәктәр тектереп алдыҡ. Мәсет үҙе үк халыҡты тәртипкә өндәй, ә беҙ, ағинәйҙәр, бергә генә иман йортона йөрөй башланыҡ. Шулай итеп буш торған мәсетебеҙ йәнләнеп китте. Балалар ҙа, ололар ҙа дәрес ала башланы. Яҙырға, уҡырға өйрәнергә теләктәре барлыҡҡа килде. Төрлө саралар үткәрә башланыҡ. Ағинәйҙәргә Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы берәй бинала башҡорт мөйөшөн булдырырға кәрәклеге тураһында әйткәс, имам-хатип беҙгә Башҡорт өйө төҙөргә кәрәклеге тураһында кәңәш итте. Уны булдырыу өсөн үҙебеҙгә аҡса эшләү юлдарын аңлатты. Шулай уҡ мәсеткә төшкән хәйер аҡсаһын да ошо төкәтмә төҙөү өсөн тотондоҡ. Никах ҡағыҙы, исем ҡысҡыртыу кеүек сараларҙан төшкән аҡса ла төҙөлөшкә китте. Иң башта үҙебеҙҙең ауылда, шымарып киткәс, күрше ауылдарҙа концерттар, спектаклдәр ҡуйып йөрөй башланыҡ. Календарҙар эшләтеп һаттыҡ. Шулай итеп, 15 меңгә бура һатып алырға, башын ябыу өсөн 8 меңгә профнастил алырға аҡса йыйҙыҡ. Төкәтмә эшләп, башын яптырып, тәҙрә-ишектәрен ҡуйҙырттыҡ. Хәйриә аҡсаһына һауыт-һаба, кәрәкяраҡ һатып алдыҡ. Был эштәрҙә беҙҙең ирҙәребеҙ терәк-таяныс булды. Ваҡыттары булған һайын ярҙам итеп торҙолар. Күмәк көс менән барлыҡҡа килде Башҡорт өйө. Ир-егеттәрҙән Әхтәм Фәйзуллин, Сәйфулла Ғайсин, Рауил Мансуров, Алмас Мансуров, Рафаэль Хәлитов, Марс Бәҙретдинов, Әхмәт Фәйзуллин, Зәбир Хөбөтдинов, Ильяс Низамов, Алик Бикбаев, Марат, Данис Мөхәмәҙиевтар, Зөлфәр Таһиров, Илшат Мансуров улдары Радмир, Руслан менән, Айнур Фәйзуллин - кемдер аҡсалата, кемдер ҡул көсө менән, ҙур ярҙам күрһәтте. Ир-егеттәр өмәләргә лә сыҡты, мүк тә килтерҙе, кистәрен балта оҫталары концерт, спектаклдәрҙә лә ҡатнашып, беҙҙе сит ауылдарға алып йөрөнө. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тураһында әйтерлек тә түгел, бик уңғандар, бөтә эшкә лә йүгереп йөрөнөләр. Ағинәйҙәр Рәйсә Фәйзуллина, Резеда Бәҙретдинова, Зөлфиә Таһирова, Сәүиә Фәйзуллина, Венера Хөбөтдинова, Фәнисә Низамова, Рима Дәүләткилдина тырышты. Ауылдан Рәйсә, Гөлшат, Рәмзилә Таһировалар, Айгөл Фәйзуллина, Әлфиә Мөхәмәҙиева, Миләүшә Мөхәмәҙиева, Зөлхизә Ғүмәрова ла ярҙам итте, - тине ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Алһыу Фәрит ҡыҙы.
Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Салауат улы мөхәмәттәрҙең бик әүҙем, тырыш булыуын билдәләп үтте. Ауылда һәр ваҡыт байрам сараларын, төрлө кисәләр, концерттар үткәреп тороуҙарына, берҙәм булыуҙарына рәхмәт белдерҙе. Башҡорт өйөнә ауыл хакимиәте исеменән бүләк тапшырҙы. Уның үҙенә лә рәхмәт белдерҙе ауыл халҡы. Төрлө саралар үткәреүҙә ярҙам итеүен әйттеләр, ауылға боролған ерҙә күрһәткес ҡуйҙырыуын да телгә алдылар.
Имам-хатип Сәйфулла Ғайсин ауыл ирҙәрен мәсеткә йөрөргә, намаҙға баҫырға өндәне. Тәрбиә, дин тәғлимәттәрен, Зәйнулла ишан әйтеп ҡалдырған васыяттар тураһында һөйләне. Башҡорт халҡының күренекле дин әһелдәрен миҫалға килтерҙе.
Мөхәмәттәрҙе ҡотларға Сосновканан, Хөсәйендән, Абҙаҡтан килгән ағинәйҙәр Башҡорт өйөнә инселәп алып килгән бүләктәрен биреп, йырлы күстәнәстәрен тапшырҙы. Район-ҡала ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Суфьянова ла яҡташтары менән ихлас күңелдән ғорурланыуын белдерҙе, уларҙың матур тормош алып барыуҙары менән һоҡланды. Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы менән ағинәйҙәргә Башҡорт өйө өсөн бүләк тапшырҙы, халыҡты гәзиткә яҙылырға өндәне. Кисә барышында бик күп теләктәр, матур һүҙҙәр әйтелде мөхәмәттәргә. Байрамға йыйылған халыҡ ағинәйҙәр, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр артистар тарафынан әҙерләнгән концерт ҡараны. Гөлниса Мансурова, Зөлфиә Таһирова, Гөлсәсәк Хөбөтдинова, Фәнисә Низамова башҡарыуында шиғыр, йыр-бейеүҙәрҙе барыһы ла оҡшатты. Ә тамашасылар ағинәйҙәрҙең бейеүҙәренә, йырҙарына, дәртле таҡмаҡтарына ҡушылып, йырлашып та алды.
Байрам аҙағында бар халыҡ мәсеткә йыйылды. Венера һәм Зәбир Хөбөтдиновтар мәсеткә хәйер итеп һарыҡ биргән. Ағинәйҙәр мул табын әҙерләп, бишбармаҡ бешереп, ҡунаҡтарға аштан ауыҙ иттерҙеләр. Өҫтәлдәр милли ризыҡтан, Мөхәмәт ағинәйҙәренең һый-хөрмәтенән һығылып торҙо.
Ошондай матур ауылдар ҙур дәүләттең биҙәге ул. Ауыл күркен егәрле, тырыш ир-егеттәр, оҫта ҡуллы, уңған ҡатын-ҡыҙҙар тота. Мөхәмәттәр тап шундайҙарҙан.
Читайте нас: