Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Ноябрь 2019, 19:15

Ижадҡа бай төн

Ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында “Ижад төнө-2019” Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы сиктәрендә "Музей төнө" үтте.

Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Мостай Кәрим - изгелек һәм татыулыҡ йырсыһы” тип исемләнгән район-ҡала конкурсына йомғаҡ яһалыу менән башланып китте. Шағирҙың әҙәби мираҫын популярлаштырыу, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереү һәм һаҡлау, халыҡта гражданлыҡ позицияһын формалаштырыу һәм патриотиҡ рухты үҫтереү маҡсатында ойошторолған конкурста 17-се гимназиянан һәм 21-се мәктәптән йәмғеһе 23 уҡыусы ҡатнашты. Улар йәш айырмаһы буйынса өс төркөмгә бүленеп баһаланды. Жюри ағзаларына - ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Миләүшә Фәхретдинова, “Урал” гәзите мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы мөдире Флүрә Шакирова, музей методисы Фәнисә Шәрәфетдинова, Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры урынбаҫары Людмила Жариковаға береһенән-береһе ҡыҙыу, сағыу сығыштарҙы баһалау еңелдән булманы. Сөнки уҡыусылар конкурсҡа ентекле әҙерләнгән, оҙон-оҙон шиғыр юлдарын ятлап ҡына ҡалмағандар, ундағы кисерештәрҙе, һүрәтләүҙәрҙе тыңлаусыларына тейешле интонация, ым һәм мимика ярҙамында еткерергә тырыштылар. 4-6 йәшлектәр категорияһында ҡатнашып, шағирҙың “Ҡайын япрағы” шиғырын тейешле кимәлдә матур итеп ятлаған Софья Кожина I урынға лайыҡ тип табылды. 7-11 йәштәге ҡатнашыусылар араһында I урын Тимур Насыховҡа (17-се гимназия), II урын Ангелина Саишева менән Рафаэль Насыровҡа (17-се гимназия), III урын Анна Кималова, Раян Рамазанов һәм Полина Щербаковаға (17- се гимназия) бирелде. 12-15 йәштәге конкурсанттар араһында I урынды “Айгөл иле” драмаһынан өҙөктө ятлаған Арина Разнадежина (21-се мәктәп) лайыҡлы яуланы (һүрәттә). Ул әсәһен көтөп зарыҡҡан, уны эҙләшергә ярҙам итеүҙәрен һорап кешелек донъяһына мөрәжәғәт иткән Айгөл образына инеп, актерлыҡ оҫталығын да күрһәтеүгә иреште. II урын Лев Ртищев менән Анастасия Щербаковаға (17-се гимназия) һәм III урын Дарья Сысоеваға (17-се гимназия) бирелде. Еңеүселәргә Дипломдар һәм район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы тарафынан әҙерләнгән бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ уҡыусыларҙы конкурсҡа әҙерләгән педагогтар Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Был көндө музейҙа оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәре менән танышыу һәм һатып алыу мөмкинлеге булды. Светлана Хурамшина, Татьяна Горячева, Виктория Касанова, Светлана һәм Надежда Ададуровалар, Татьяна Матяш, Зәлиә Солтанованың ынйы, тәңкәләр ҡулланып яһалған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре, йөндән, ҡағыҙҙан һәм төрлө техникаларҙы ҡулланып эшләнгән әкиәт геройҙары, ҡурсаҡтар, ойоҡбаштар, күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәктәр, мотивтар ҡулланып бәйләнгән, сигелгән башҡа әйберҙәр бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы.
“Ижад төнө”нә килеүселәргә башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы - ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәресен ҡаланың музыка мәктәбе педагогы Дамир Хәсәнов күрһәтте. Үҙҙәренең ижади һәләттәрен һынап ҡарарға теләүселәр “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәгенең декоратив-биҙәү сәнғәте студияһы етәксеһе Виктория Касанова менән берлектә “Интуитив һүрәт төшөрөү” оҫталыҡ дәресендә гуашь ярҙамында һүрәт эшләне. Йыр-моң яратыусылар “Мин яратам һине, Башҡортостан!” караоке-клубында Республикабыҙҙы данлаған йырҙарҙы йырлап күңел асты. Былар менән бер рәттән Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Юрий Байбординдың картиналар күргәҙмәһе һәм музей экспонаттары менән танышырға мөмкин ине. Ял көндәрен файҙалы ла, күңелле лә үткәрергә яратыусылар өсөн был төн программаларға бай булды.
Читайте нас: