Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ноябрь 2019, 18:50

Ботайҙар ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро

“Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсының беренсе этабы тамамланыу өҫтөндә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән берлектә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, муниципаль район хакимиәттәре, Башҡортостан Республикаһының Ғаилә һәм хеҙмәт, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф, Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойошторған, барлығы 53 райондан 400-ҙән ашыу ауыл ҡатнашҡан мөһим сараға Ботай ауылы халҡы ла ихлас һәм ҙур теләк менән ҡушылды. Ошо көндәрҙә унда конкурс сиктәрендә “Дәрте барҙың - эше бар” тип исемләнгән күләмле сара үтте.

Хуш килдегеҙ, ҡунаҡтар!
Анта-мынта йөрөгәнтә
Йәлпәк балта билемтә.
Сит-яҡтарға китмәйенсә
Йәшәп ятам илемтә,
- тип “Айыҡ ауыл - 2019” конкурсына ярашлы үткән сараға саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ауыл осонда үҙҙәренең ҡатай диалекты менән һуғарылған таҡмаҡтарын йырлап, сәксәк, буҙа менән милли кейемдәрҙә ҡаршы алды ботайҙар. Сәләмәт тормош алып барыу рәүешен пропагандалаған, иманға, хәмерһеҙ йәшәүгә әйҙәгән “Айыҡ бул - заманға лайыҡ бул!”, “Айыҡ ауыл - иманлы ауыл!”, “Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух”, “Һаулыҡты аҡсаға һатып алып булмай” кеүек лозунгтар яҙылған плакаттар бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ә ауылға ингән ерҙән теҙелеп киткән сағыу, төрлө төҫтәге флагтар бөгөн бында байрам үтеүе тураһында белгертеп яҡшы кәйеф өҫтәне.
Сарала яңы яуған ҡарҙан һуң юл насар тип тормай, Өфөнән килеп еткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы депутаты ярҙамсыһы Хәлил Рәхмәтуллин, актив йәмәғәтсе Рәмзил Байназаров, Егәҙе ауыл советы депутаты, эшҡыуар Ришат Мөхәмәтвәлиев, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Лариса Әхмәтшина, Булат Яныбаев һәм Зәйнәп Собханғолова, муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Эльза Мөхәмәҙиева һәм башҡалар ҡатнашты.
Айыҡ ауыл - иманлы ауыл
Һуңғы йылдарҙа халыҡтың яйлап иманға, асылына ҡайта барыуы күҙәтелә. Был ҡыуаныслы хәл, сөнки иман юлындағы кеше насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәй, хилаф эштәрҙән йыраҡ була. Һәр ауылдағы ише Ботайҙа ла яңы, матур “Зәйтүнә” мәсете бар. Ул 2016 йылда ауыл халҡы көсө менән төҙөлә башлай һәм әлеге көндә унда барлыҡ эштәр ҙә тамамланған. Ауыл байрамы артабан иман йортонда дауам итте. Ҡунаҡтарҙы юл ыңғайында уҡытыусы Эльмира Хилалова Ботай ауылы тарихы менән таныштырҙы. Мулла Рәйес Хажиев аят-доғалар уҡығандан һуң, мәсеткә балаларҙың йөрөй башлауына, Ҡөрьән аяттары, зекер өйрәнеүҙәренә, иманлы булып үҫеүҙәренә ҡыуанысын белдерҙе, аҙна һайын мәсеткә йома намаҙына ир-егеттәрҙең дә күпләп Урал ТӨХВӘТУЛЛИН солоҡсолоҡ йөрөүен теләне.
Балалар вәғәз уҡып ишеттергәндән һуң, ауыл хакимиәте башлығы Ринат Радик улы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаевтың мәсеткә инселәнгән бүләген тапшырҙы.
Халыҡ кәсептәренә таянып
Артабан барыһы ла төпкөл ауыл халҡының нимә менән көнитмеше тураһында танышыу өсөн ауыл клубына юлланды.
Тәжрибәле умартасы Руслан Ғәлләметдинов дадан эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтеп кенә ҡалманы, ҡортсолоҡ шөғөлөнөң нескәлектәре менән яҡындан таныштырҙы. Был яҡтар әүәл-әүәлдән үк сифатлы, хуш еҫле йүкә балы менән дан алған, ҡортсолоҡ уларҙың йәшәү рәүешенең айырылғыһыҙ өлөшө генә түгел, килем сығанағы ла. Бөгөнгө көндә ата-бабаларҙан ҡалған һөнәр менән Ислам Ҡотлобаев, Ринат Сәғәҙәтов, Ришат Низаметдинов, Руслан Ғәлләметдинов, Урал Төхвәтуллиндар киң шөғөлләнә. Улар кәрәкле эш ҡорамалдарын, дадан, рамдарҙы ла үҙ ҡулдары менән эшләй һәм һатыу ҙа итә.
Онотола ғына барған түгел, ҡайһы бер төбәктәрҙә бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан солоҡсолоҡ менән булышыу ҙа бында ғәҙәти күренеш. Олатаһы Нәбиулланан һәм атаһы Мәҡсүт ағайҙан уны ябыу, ҡырағай бал ҡорттарынан бал алыу нескәлектәрен өйрәнгән Урал Төхвәтуллин үҙ белгәндәрен башҡалар менән уртаҡлашты, ҡулланған ҡорамалдар менән таныштырҙы. Күптәрҙә инде өсөнсө быуынға тапшырылған, тиренән үреп эшләнгән кирәм ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ҡорот ыҫлап киптереү буйынса Ботай ауылының ҡатын-ҡыҙҙары районда ғына түгел, хатта республикала ла иң оҫтаһылыр, тиһәң һис кенә хата булмаҫ. Уларҙың тәбиғи шарттарҙа ыҫланған ҡоротона таныш-белештәре генә түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан яҡтарынан һәм хатта Индонезия, Израиль кеүек сит илдәрҙән дә заказ биреүселәр бар икән! Тап ошо халыҡ кәсебе буйынса оҫталыҡ дәресен Нәфисә Ғәлләметдинова менән Мәрйәм Шаһивәлиева күрһәтте. Ыҫланған ҡоротто тәүгә тәмләп ҡараған ҡунаҡтар оҫтабикәләрҙе бихисап һорауҙарға күмде, уны эшләү, һаҡлау шарттары менән ҡыҙыҡһынды.
Ришат Низаметдиновтың ҡул эштәре менән Марат Ҡотлобаев таныштырҙы, күреп үреү тәртибен күрһәтте. Муйылдан үреп эшләнгән күреп, һалабаштан һуғылған септә, семәрле тәҙрә яңаҡтары, ҡупшы итеп төпләнгән быйма, хужалыҡта кәрәкле эш ҡорамалдары оҫтаның һәр эшкә маһир булыуы тураһында һөйләй. Әйткәндәй, күрептәргә республиканың төрлө райондарынан заказ биреүселәр бар.
Рәсимә Сәлихованың йөкмәткеле тулы мәҡәләһен гәзитебеҙ биттәрендә уҡығыҙ.
Читайте нас: