Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ноябрь 2019, 19:10

Гүзәллеккә сиктәр юҡ!

Яҡташыбыҙ, Асы ауылы ир-уҙаманы, республиканың, илдең сәнғәт өлкәһендә ҙур еңеүҙәр яулаған мәшһүр артист Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөткән Сибай дәүләт башҡорт драма театры ҡуйған әҫәрҙәрҙе халыҡ ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ошо көндәрҙә театрҙың һәләтле артистары барыһына ла күптән билдәле булған, 70 йылдан ашыу театр сәхнәләренән төшмәгән классик әҫәр - "Башмағым" музыкаль комедияһын ҡуйҙы. Премьера юғары кимәлдә үтте.

Иң мөһиме, оҙаҡ йылдар төрлө сәхнәләрҙә ҡуйылған был музыкаль әҫәр бөтөнләй яңыса яңғыраны. Сәхнәләге комедия шул тиклем һоҡландырҙы, артистарҙың тамаша залында йөрөп уйнауы, халыҡты ла ошо образдар араһында шул кисерештәрҙе күңеленән үткәрергә мәжбүр итте. Спектакль бик йәнле барҙы, күңелдә онотолмаҫлыҡ хистәр, тойғолар уятты. Күҙ асып йомған арала алышынған декорациялар, үҙенсәлекле музыка, йыр-бейеүҙәр, сағыу кейемле һәләтле актерҙар - былар барыһы ла спектаклдең дөйөм уңыш нигеҙе булып торҙо. Тамашасылар иһә актерҙарға һоҡланыуҙарын йәшермәне, дәррәү алҡыштарға күмде.
Комедияны сәхнәгә ҡуйыу өсөн Өфөнән ижади төркөм саҡырылған. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, ҡуйыусы-режиссер Азат Нәҙерғолов, костюмдар буйынса рәссамдар Әлиә Байрамғолова һәм Рөстәм Баймөхәмәтов, музыкаль биҙәлеш белгесе, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Илшат Яхин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, хореограф һәм балетмейстер Сулпан Асҡарова һәм театрҙың барлыҡ һәләтле ижади төркөмө сәхнәлә шундай күңелле комедия тыуҙырғандары өсөн юғары маҡтауға лайыҡ. Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөткән Сибай дәүләт башҡорт драма театры - ул республикабыҙҙың театрҙары араһында матурлыҡты, ижади оҫталыҡты, мәңгелек һүнмәҫ рухи байлыҡты тамашасылар күңеленә илткән сағыу йондоҙ. Сәнғәт юлын һайлаған театр артистарының мәртәбәле һәм һәләтле коллективы артабан да тамашасыларҙы яңынан-яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырһын.
Премьераны Белореттан ҡарарға барған Резеда Рәфҡәт ҡыҙы Сайдароваға был икеләтә ҙур байрам, еңеү ине. Сөнки актерҙар өҫтөндәге иҫ киткес матур, бай, күркәм кейемдәр Резеда Сайдарованың “Гүзәл” туҡымалар салоны тегенселәре теккән ижад емеше ул.
Резеда Рәфҡәт ҡыҙы САЙДАРОВА, “Гүзәл” туҡымалар салоны етәксеһе:
- Беҙ Сибай дәүләт башҡорт драма театры ҡуйған “Башмағым” әҫәрендә уйнаған актерҙар өсөн костюмдар тегеүҙе тамамлап, ҙур кинәнеү һәм ҡәнәғәтлек кисерҙек. Был ижади проект бик етди, яуаплы, бер яҡтан ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡлы ла, күп ваҡытты талап иткән һәм тулҡынландырғыс эш булды. Костюмдарҙы рәссам эскиздары буйынса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тормошҡа ашырырға тура килде. Актерҙарҙың үлсәмдәрен алмай, манекен размерҙары буйынса тегеү беҙҙең иңгә ҙур яуаплылыҡ һалды. Ике ай буйына барған эш барышында беҙ ошо персонаждарҙан айырылманыҡ. Образдарҙы күҙ алдына килтереп, актерҙарға беҙ теккән костюмдарҙа уйнауы уңайлы булһын өсөн, кейемде яратып кейеп, үҙе менән бер сағыу образ тыуҙырһын өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һәм оҫталығыбыҙҙы һалдыҡ. Әлбиттә, көйәләнеүҙәр ҙә булды, режиссер, театр рәссамының талабын үтәй алырбыҙмы, костюмдар беҙ күрмәгән тере актерҙарҙа нисек ултырыр, килешерме, уларҙы нисек ҡабул итерҙәр, тамашасылар оҡшатырмы, тигән уйҙар борсоно. Премьера көнө яҡыная барған һайын эш менән үткән йоҡоһоҙ төндәр, тулҡынланыуҙар, борсолоуҙар нығыраҡ көсәйҙе.
Һәм бына премьера көнө! Минең йөҙөмдән йылмайыу китмәне, тулҡынланыуым шундай көслө ине, тамашаның беренсе өлөшөндә үҙемдең тик актерҙарҙың кейеменә ҡарап ултырғанымды аңланым. Артабан, бер аҙ тынысланғас, иғтибарымды уларҙың шундай һәләтле уйнауҙарына йүнәлттем. Онотолмаҫлыҡ, матур тамаша өсөн Сибай театрына ҙур рәхмәт! Хәҙер инде тыныс күңел менән, беҙ был ижади эште матур итеп, еренә еткереп үтәп сыҡтыҡ тип әйтә алам!
Сатура Минһажитдинованың тулы мәҡәләһе гәзитебеҙҙең 92-се һанында.
Читайте нас: