Ҡаһарман яугирҙар рухы хаҡына
Үткән шәмбе Ҡаһарманда ҙур күләмле сара булды. Ҡунаҡтарҙы ауылға илткән юл башында йола буйынса буҙаһы, сәксәк, балы менән ҡаршы алыусыларҙың сағыу кейемдәре, ихлас сәләмләүҙәре кѳҙгѳ моңһоулыҡты таратып ебәргәндәй тойолдо. Иң элек район-ҡаланың имам-мѳхтәсибе Мәүлит менән ауыл муллаһы Рәүеф хәҙрәттәрҙең Шәғәле Шаҡман бей ҡәберенә барып, аят уҡыуы ла был кѳндѳ, бигерәк тә Халыҡтар берҙәмлеге байрамы алдынан, тәрән мәғәнәгә эйә булды. Үҙән ауыл хакимиәте башлығы Вячеслав Фролов ҡаһармандарҙың дѳрѳҫ йүнәлештә барыуҙарын хуплап, был эште уңышлы тамамлауҙарын теләне. Башҡорт донъяһына ошо шәхестең һуңғы тѳйәге булараҡ билдәле булған Ҡаһарман ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында үҙен лайыҡлы күрһәтһен, иң мѳһиме, маҡсатҡа - ауылдаштарында айныҡ йәшәү рәүешенә ынтылыш уятыу ѳсѳн иңенә ҙур яуаплылыҡ алған Зәйнәп Шәрипова-Собханғолова иман йортонда тағы бер изге эш атҡарҙы. Генерал Миңлеғәле Шайморатов, легендар дивизияла һуғыш юлы үткән атаһы Кинйәбай Шәрипов кеүек башҡорт яугирҙары рухына аят уҡытып, хәйер-саҙаҡа таратты. Ул баш ҡалабыҙҙа халыҡ геройы Миңлеғәле Ғѳбәйҙулла улына һәйкәл ҡуйыу маҡсатында асылған махсус иҫәпкә аҡса күсерәсәктәрен, башҡаларҙы ла изге эшкә ҡушылырға саҡырҙы.
Таланттар бында ҡанат нығытҡан
Ҡаһарман тѳп белем биреү мәктәбендә район-ҡала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында “Рухи-патриотик тәрбиәнең юҡтыр сиктәре” тип исемләнгән семинар үткәрелде. Сараны алып барыусы Гүзәл Нәҙерғәле ҡыҙы Мусина ла, телмәр тотоусы Илгизә Хәмзә ҡыҙы Ғәзизова ла мәғариф хеҙмәткәрҙәренә генә түгел, һәр кемгә яҡын һәм аңлайышлы тѳшѳнсәләр тураһында фекер йѳрѳттѳ. Мәктәп директоры Вадим Моратшин уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективының уңыштары, хужалыҡ эштәре менән таныштырғандан һуң, “Айыҡ ауыл” конкурсында иң мѳһиме киләсәк - балалар хаҡына ҡатнашырға кәрәклеген, тик был эштә бѳтә ауыл халҡының да тырышлығы талап ителеүен белдерҙе.
- Насар юлға баҫыуға күп кәрәкмәй, бер аҙым да етә, - тине Вадим Ғәффәр улы. - Эскелек арҡаһында йәштәрҙең китеүе бигерәк тә аяныс. Беҙгә уларҙы һаҡлап алып ҡалырға кәрәк. Балалар былай ҙа әҙ бит. Шул яҡтан уйлап ҡараһаң, бик кәрәкле сара тип һанайым. Тик был эш уңышлы барып сыҡһын ѳсѳн ауыл халҡы берләшергә тейеш. Был тѳп шарт.
Ә киләсәктең ѳмѳтлѳ икәнлегенә уҡыусыларҙың береһенән-береһе матур сығыштарын ҡарап инандыҡ. Һәр бала тыумыштан һәләтле, уны аса белер кәрәк, тигән һүҙҙәрҙең дѳрѳҫлѳгѳн Ҡаһарман ауылы миҫалында күрҙек. “Еҙ үксә” бейеүселәр конкурсында 2017 һәм 2019 йылда гран-при яулаған Уралиә Мусина (IX класс) менән Илина Ирғәлинаның (VII класс) берсә тамъяндарса һалмаҡ ҡына, берсә ѳҙҙѳрә баҫып бейеүенән йѳрәктәр елкенде, Әүжән музыка мәктәбе менән дүртенсе йыл хеҙмәттәшлек итеү һѳҙѳмтәһе - III класс уҡыусылары хоры, думбырасылар ансамбле, баянсылар Русим Ғәзизов менән Рим Ғәҙелшин (VI класс) башҡарған йыр-кѳйҙәр күңел ҡылдарын тирбәлтте. Алексей Иванович Кондратьев, Гѳләйшә Зәйни ҡыҙы Мѳхәмәтшина кеүек тәжрибәле, Земфира Сәлих ҡыҙы Ғәниәтуллина кеүек ѳмѳтлѳ педагогтар биргән рухи, эстетик тәрбиә орлоҡтары уңдырышлы ергә тѳшкән, уңыштары менән артабан да ҡыуандырырҙар әле.
Ҡаһарман мәктәбе йылъяҙмаһын яҙған уҡытыусылар араһында айырым урын тотҡан хѳрмәтле мѳғәллим - Ҡасим Хәйретдин улы Нафиҡовҡа бик күп рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Ауырыу сәбәпле ул йәш коллегалары менән осрашыуға килә алманы. Уҡыусылары, уның кеүек башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, бѳгѳнгѳ күҙлектән ҡарағанда ла остаздарының белем һәм тәрбиә биреү алымдары ни тиклем алдынғы булыуын билдәләне. - Ул заманда “Башҡортостан культураһы”, “Тормош һабаҡтары” тигән дәрестәр булманы, Ҡасим ағай беҙгә күп ҡырлы белем бирҙе: туған телебеҙгә һѳйѳү уятты, тәбиғәт ҡосағында үткән класс сәғәттәрендә тыуған яғыбыҙ тарихын, ер-һыу атамаларын ѳйрәтте, ауылыбыҙҙың хеҙмәт кешеләрен беҙгә үрнәк итеп ҡуйҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һѳнәрен һайлаған 13 уҡыусыһының ѳсәүһе беҙҙең ғаиләнән, беҙ уның уҡыусылары тип ғорурланып әйтә алам, - тип һѳйләне Гѳлсибәр Искәнйәр ҡыҙы Шакирова. Туған мәктәбендә эшләп йѳрѳгән Линиза Искәнйәр ҡыҙы Шакирова-Ноғаманова уҡытыусылыҡ эшен әҙәбиәт ѳлкәһендә ижад итеү шѳғѳлѳ менән бергә уңышлы ғына алып бара. Район-ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге премияһы лауреаты, республика кимәлендәге мәртәбәле конкурстарҙа ижады тейешле баһаланған, Мѳхәррәм Сәлимов менән Рафаэль Сәлихов уның шиғырҙарын кѳйгә һалғандар. Дүрт бала әсәһе Линиза Искәнйәр ҡыҙының оҫталыҡ дәресенә тартым сығышынан, уның сценарийы буйынса сәхнә күренешен ҡарағандан һуң, ветеран-уҡытыусы башлаған традицияны дауам итеп, үҙҙәренә лайыҡлы алмаш әҙерләргә, әҙәби түңәрәк эшен тергеҙергә тигән тәҡдимдәр булды. - Ҡасим Хәйретдин улы әҙәби түңәрәк алып барҙы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәмилә Мусина, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мѳхәррире Айгѳл Кирамова - уның емештәре, - тине Сермәндән килгән Лариса Хәлитова һәм бѳгѳнгѳ мәктәптә лә ижади ҡарашлы, инициативалы педагогтар эшләүе ауылдың дәрәжәһен күтәреүен, ғорурлығы булыуын билдәләп, ауылдаштарына эштәрендә уңыштар теләне.
Матур байрам тураһында тулы материалды гәзиттә уҡығыҙ.