Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь 2019, 18:50

Тауҙар илен иңләгән ғәжәп бер моң

...Уны барыһы ла үҙ итте. Туғандары - ағайҙарса хәстәрлекле, ярҙамсыл, кешелекле, дуҫ-иштәре киң күңелле, ихлас булғаны өсөн яратты. Башҡалар уның моңона, бәрхәт тауышына, ижадына ғашиҡ ине. 25 йыл “Йәдкәр” фольклор-эстрада төркөмөн етәкләгән Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзин менән яҡташтары, Иҙел башы халҡы, ысын мәғәнәһендә ғорурлана ала. Күпме генә юғары дәрәжәләргә өлгәшһә лә, мәшһүр йырсыбыҙ шулай уҡ ябай, халыҡсан булып ҡала белде. Ябайлығы, ихласлығы, тәбиғәттән бирелгән һәләте өсөн дә уны яраттылар, һәр ерҙә йылы ҡабул иттеләр. Иҙел башының маҡтаулы шәхесе генә булып ҡалманы, Миннесота штаты (АҠШ) Минниаполис ҡалаһының Почетлы гражданы исемен дә лайыҡлы йөрөттө. Бына ун йыл инде яратҡан йырсыбыҙ беҙҙең арала юҡ. Әммә ләкин уның моңо, йырҙары, ике йылға бер үткәрелеп килгән вокалистарҙың район конкурсы йәшәй.

Ғәли моңо, Ғәли йыры... Йылдар аша тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтҡан, бер ваҡытта ла онотолмаҫ, әленән-әле күңелдәргә берсә шатлыҡ, берсә һағыш һалыр Ғәли йыры. Бөгөн ул йөрәктәрендә моң йөрөткән һәр ҡайһыбыҙҙы берләштерә тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ. Һәм берләштерҙе лә. Мәртәбәле конкурс алты йыл эсендә уҙғарылып, йылдан-йыл маһир йырсыларҙы асыҡлай, башҡорт халыҡ йырҙарының үлемһеҙлеген раҫлай. Ғәли Хәмзин исемендәге IV ябыҡ район вокалистар конкурсы ике турҙа үтте. Инйәр район мәҙәниәт йортонда, Сермән күп тармаҡлы ауыл клубында үткән һайлап алыу турҙарында 62 конкурсант ҡатнашһа, финал турына 38-е сыҡты.
Быйыл вокал башҡарыу оҫталығын һаҡлау һәм артабан үҫтереү, үҙешмәкәр башҡарыусылар араһында яңы исемдәр асыу маҡсатында ойошторолған йыр һөйөүселәр конкурсы мәшһүр йырсының тыуған төйәге – Ҡоҙғон-Әхмәрҙә дүртенсе тапҡыр үтте. Йылдағыса халыҡ йырсыһының ҡәберендә аят уҡыуҙар, гөлләмәләр һалыу, уның исеме менән йөрөтөлгән ауыл мәҙәниәт йортонда ҡунаҡтарҙы, конкурсанттарҙы тантаналы ҡаршы алыуҙар... Барыһы ла ябай һәм йылы, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа. Арҙаҡлы ауылдаштары Ғәли Хәмзин иҫтәлегенә үткәрелгән район конкурсының юғары кимәлдә үтеүендә әхмәрҙәрҙең дә өлөшө берҙәй баһалап бөткөһөҙ. Был юлы ла улар ауылдаштары рухын, иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлауын күрһәтте.
...Һәм бына йомғаҡлау туры конкурсанттарҙы Ҡоҙғон-Әхмәргә бер сәхнәгә йыйҙы. Йыр байрамын район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин асып, һүҙҙе Республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесенең мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса урынбаҫары Андрей Иванютаға бирҙе. Ул, үҙ нәүбәтендә, йыйылыусыларҙы моң байрамы менән ҡотлап, конкурсанттарға уңыштар теләне һәм комитеттың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Артабан йыр бәйгеһе башланды. Райондың төрлө төбәктәренән йыйылған конкурсант 16 йәшкә, 16-нан 35 йәшкә тиклемге һәм 36 йәштән өлкәндәр категориялары буйынса билдәләнде. Бәйгеселәрҙең башҡарыу һәләтен мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәлифә Әғләмова, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстары лауреаты Фларида Иркина баһаланы. 16 йәшкә тиклемге йәш категорияһында Манышты, Бирҙеғол, Ғәбдөк, Асы, Шығай, Рысыҡай, Сермән ауылдары мәҙәниәт усаҡтарынан йәш һәүәҫкәрҙәр сығыш яһаны. Конкурсанттар Тыуған ил, ер, батырҙарға дан йырланы, халыҡ йырҙарына, яҡташыбыҙ Заһир Исмәғилевтең әҫәрҙәренә лә өҫтөнлөк биргән.
16-35 йәш категорияһында 5 конкурсант көс һынашты. Был категория бәйгеселәре, конкурс положениеһы буйынса, Ғәли Хәмзиндың репертуарындағы йырҙарҙы һайлаған. Конкурсанттар башҡарыуында “Тыуған яғыма”, “Ҡурайсы егеткә”, “Ирәндек” йырҙары яңыса яңғыраны.
36 йәштән өлкәндәр категорияһында бәйгене йырсының “Мин яраттым” йыры менән Сермәндән Айгөл Килмөхәмәтова асып ебәрҙе. Был категория конкурсанттары күберәген ҡобайырҙарға, халыҡ йырҙарына, яҡташтарыбыҙ Абдулла Хәлфетдинов, Заһир Исмәғилевтәрҙең бөйөк әҫәрҙәрен, Ғәли Хәмзин башҡарған йырҙарҙы һайлаған. Сәхнә түренән “Уйыл”, “Йәнбикә”, “Ҡарағай”, “Сибай”, “Зәйнулла”, “Хәйрүләкәй”, “Буранбай” кеүек халыҡ йырҙары менән бер рәттән халҡыбыҙҙың классик, шаян йырҙары ла яңғыраны.
Ярыш майҙанының төп шарты буйынса иң-иңдәре булырға тейеш. Әлбиттә, был тәңгәлдә жюри ағзалары үҙҙәренең ғәҙел баһаһын ҡуйҙы. Бәйгеселәр араһында иң йәш, дәртле ҡатнашыусылары ла, халыҡ традицияларын һаҡлағаны ла, сағыу сәхнә образын тыуҙырғандары ла, һирәк башҡарыла торған халыҡ йырҙарын һайлағандар ҙа билдәләнде. Шулай итеп, III урынға үҙ категорияларында Маныштынан Элина Сафуанова, Ғәбдөктән Линар Ғәлимов, Сермәндән Нәдир Әхмәров, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Алмаз Малыбаев, Әзекәйҙән Дилбәр Ғиззәтуллина, Үткәлдән Мәҙинә Йомағужина, Аҙналынан Рәйсә Хөсәйенова, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Зәлифә Фазлетдиновалар еңеп сыҡты. Азалия Сәйфуллина (Асы), Байрас Муллағәлләмов (Бирҙеғол), Арсен Хәлилов (Сермән), Айбулат Оморҙаҡов (Инйәр), Иршат Шәғәлин (Үткәл) һәм Радмир Әхтәмов (Белорет) II урынға лайыҡ булды. I урын иһә Шығайҙан Гөлминаз Хафизовала, Аҙналынан Айгиз Сәйетовта һәм Сермәндән Лилиә Сибәғәтовала. Гран-при эйәһен иғлан итер алдынан, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев та һүҙ алып: “Ғәли Хәмзин исемендәге район конкурсының тәүге гранприһы Татлы һәм Егәҙе ауылдарына, икенсеһе - Ишлегә, өсөнсөһө иһә Рәз яҡтарына, Үткәл ауылына китте. Арбаның дүрт тәгәрмәсе булған кеүек, бөгөн дүртенсе гран-при хужаһын да билдәләйәсәкбеҙ. Район кимәлендә үткәрелгән был конкурс тарихта ҡаласаҡ, сөнки бынан һуң йыр бәйгеһе республика киңлектәрен яулаясаҡ”, - тине һәм конкурстың юғары исемен яулаусыһын иғлан итте. Быйылғы гран-при мәшһүр йырсының тыуған ауылында ҡалды. Улай ғына ла түгел, йырсының йырҙарын яратып башҡарған, уға оҡшарға, унан өлгө алырға тырышҡан ҡустыһы Наил Хәмзин яуланы. Еңеүселәр мәҙәниәт идаралығының Дипломдары һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде.
Бынан тыш, Хәмзиндар ғаиләһе лә йылдағыса үҙ бүләктәрен тапшырҙы. Улар өсөн был юлы Линар Ғәлимов, Алмаз Малыбаев, Наилә Кималова иң-иңдәре булһа, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова ла Рәхмәт хаты һәм бүләген Сермәндән Гәрәй Бикбаевҡа бирҙе. Конкурсанттарға “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайының, Башҡорт телен һаҡлау фондының, “Башҡортостан” дәүләт концерт залының, “Ашҡаҙар” радиоһының махсус бүләктәрен, Рәхмәт хаттарын дәүләт концерт залының бүлек етәксеһе Хәлил Хәмзин, Мәҙәниәт министрлығы бүләктәрен Ранис Алтынбаев тапшырҙы.
Бәйгеселәрҙән тыш, тамашасы алдында үткән йылдар еңеүселәре Әмир Әүбәкиров һәм Таңһылыу Вәхитова, һабаҡташы Заһир Муллағәлләмов, Фларида Иркиналар сығыш яһаны, моңдарын бүләк итте. Әсәйҙәр көнө алдынан Әзекәй ауылы хакимиәте башлығы Рәйлә Зәйнуллина бәйгелә ҡатнашҡан ҡайһы бер әсәйҙәргә бүләктәр тапшырҙы.
Ғәли Хәмзин исемендәге район конкурсы икенсе һулышын кисерә. 2021 йылдан конкурс республика кимәлендә үткәрелә башлаясаҡ. Был турала (шул уҡ көндө) муниципаль район хакимиәтендә үткән “түңәрәк өҫтәл”дә лә әйтеп үтелде. Конкурс Республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы, муниципаль район хакимиәте тарафынан яҡлау тапты һәм киләсәктә Ғәли йырҙары районда ғына түгел, республика киңлектәрен дә иңләйәсәк. Сөнки республикабыҙҙа Ғәли Хәмзин йырҙарын, уның моңон яратыусылар бихисап.

Читайте нас: