Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Декабрь 2019, 18:05

Инйәрҙә - ҡаҙ ѳмәһе

Инйәр - тѳрлѳ милләт вәкилдәрен һыйындырған иң ҙур ауылдарҙан һанала. Һуңғы йылдарҙа башҡорт ғаиләләренең бермә-бер артыуы, үҙебеҙгә генә хас милли йолаларҙың тергеҙелеүе беҙҙе, ағинәйҙәрҙе, ихлас һѳйѳндѳрә. Хәйер, йәш быуынға халҡыбыҙҙың ғѳрѳф-ғәҙәттәрен тѳшѳндѳрѳү - иңебеҙгә ятҡан изге бурыс ул.

Ноябрь аҙағында үҙ-ара кәңәшләшеп, Рәфиға Ғәлиуллинаның ѳйѳндә “Ҡаҙ ѳмәһе”н үткәрҙек. Сағыштырмаса “йәш” йолаларҙан һаналған был ѳмә күптән бер ғаилә кимәленән уҙып, тотош ауыл байрамына әйләнгән.
Алдан һѳйләшелгәнсә, хужабикә әхирәте Зѳлфиә Бәҙретдинова менән кистән үк ҡаҙҙарҙы быуа буйына тѳшѳрѳп, һыу йѳҙҙѳрѳп алып ҡайтты; мунсаға һыу ташып, ҡаҙҙарҙың аяҡтарын бәйләргә ептәр, кѳйәнтәләр әҙерләп ҡуйҙылар.
Иртәгеһенә, ҡаҙҙар салына башлауға, ниһайәт, ағинәйҙәр йыйылды. Доға уҡып, теләктәр теләп, ҡаҙ йолҡоуға тотонғас, беҙҙе ҡыҙыҡһынып күҙәткән балаларға эштең тәртибен бәйән ҡылдыҡ; ни ѳсѳн ҡултыҡ аҫтындағы ҡауырһындарҙы айырым һалырға һәм яндырырға кәрәклеген тѳшѳндѳрҙѳк.
Ҡаҙҙар йолҡолоп бѳткәс, матур кейемдәребеҙҙе кейеп, ҡаҙҙарҙы кѳйәнтәгә элеп, Инйәр уртаһынан аҡҡан шишмә янына барҙыҡ. Һуғымды сайҡатҡан арала йырлап-бейеп, уйнап-кѳлѳп бик күңелле йѳрѳнѳк.
Инйәр тарихында беренсе тапҡыр ошо рәүешле ойошторолған ҡаҙ ѳмәһендә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар - Зәкинә Ғәлимова, Әҙибә Ғәтиәтуллина, Рима Ғиззәтуллина, Сәғилә Мырҙағәлина, Шәүрә Ғилманова, Зилә Бирғәлина, Рәфиға Ғәлиуллина, Зѳлфиә Бәҙретдинова һәм башҡалар үтәлгән йоланан ғәйәт риза булып, рухи күтәренкелек менән таралышты.
Шәрғиә ЯҠШЫДӘҮЛӘТОВА.
Инйәр ауылы.
Читайте нас: