Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Декабрь 2019, 19:00

Көҙ менән хушлашып

Сосновка ауылы китапханаһында “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы “Тамыр” китапханаһы менән берлектә, алтынсы тапҡыр “Ҡарағайлы көҙҙәре”әҙәби-музыкаль кисәһен үткәрҙе.

Ауыл халҡы, уҡыусылар һәм Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарынан килгән әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашҡан сараны китапханасы Мөнирә Әфләтүнова алып барҙы. Кисәне асыу өсөн һүҙ “Ҡуңыр буға” ойошмаһы рәйесе Мәүлит Кәримовҡа бирелде. Ул төрлө йылдарҙа үткәрелгән кисәләргә ҡыҫҡаса байҡау яһаны, традицияға әйләнгән “Ҡарағайлы көҙҙәре”н киләсәктә лә йыл һайын үткәреп торорға ниәт итеүҙәрен белдереп, сығышын шиғыр юлдары менән тамамланы.
Артабан Учалы ҡалаһынан килгән билдәле яҙыусы, шағир, халыҡ сәсәне Мәүлит Ямалетдинов сығыш яһаны. Сосновка ауылы ағинәйҙәренең уңыштарына һөйөнөүен белдерҙе, аллы-гөллө күлдәктәренә һоҡланып, ағинәйҙәрҙең килсәктә үтәсәк милли кейем байрамдарына әҙер булыуҙарын белдерҙе, был кейем үҙенсәлектәре һәм уның әһәмиәте тураһында һөйләп үтте. “Матди байлыҡ”, “Ике тәкә башы”, “Ижад” робағиҙарын ике телдә уҡып ишеттерҙе, рус-башҡорт телендә сыҡҡан “Робағиҙар” китабын китапханаға бүләк итте.
Артабан бер-бер артлы “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары – Зөһрә Кашапова, Мәҙинә Йәғәфәрова, Мәрйәм Сәлмәнова, Әлфиә Әбдрәфиҡова, Фәрзәнә Хамматова, Гүзәл Әхмәҙиева, Наилә Кималова һәм Сосновка ауылы ағинәйе Нәфисә Заһретдинова телмәр тотто, үҙҙәре ижад иткән һәм Мәүлит Кәримовтың шиғырҙарын һөйләне. Наилә Кималова, бер туған ағаһы Тимерхан Сәйфитдиновтың 600-ләгән таҡмағының бер нисәүһен уҡып ишеттергәндән һуң, 1953-1958 йылдарҙа ижад ителгән ҡулъяҙмаһын тейешле кимәлгә еткереп, китап итеп сығарырға әҙерләп йөрөүен әйтеп китте. Әҙәби-музыкаль кисәлә ҡатнашҡан балалар Мәүлит Зиннәт улының кескәйҙәр өсөн яҙған шиғырҙарын рус һәм башҡорт телдәрендә ятланы.
Сығыштар Сосновка ауылы ағинәйҙәренең мөнәжәттәре, йыр-бейеүҙәре, Илнур Әхмәтшин, Иршат Шәғәлиндың моңло йырҙары, Илнара Ғилманованың дәртле бейеүҙәре менән аралашып барҙы. Кисә Мөхәррәм Сәлимов ижад иткән “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын бергәләп йырлау менән тамамланды.
Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә “Ҡуңыр буға” ойошмаһы ағзаларының ултырышы уҙҙы. Унда Инйәрҙә йәшәп ижад иткән Наилә Кималованың ҡулъяҙмалары тикшерелде, фекерҙәр һәм теләктәр әйтелде.
Читайте нас: