Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Декабрь 2019, 11:00

Театр йылын "Урал батыр" тамамланы

“Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры тамашасыһын әленән-әле яңы постановкалары менән ҡыуандырып тора. Үҙешмәкәр артистарҙың ҙур сәхнәгә сығарған һуңғы эштәре - “Урал батыр” эпосы буйынса спектакль кескәй аудиторияға тәғәйенләнгәйне. Был юлы ҡала Мәҙәниәт һарайы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, лицей-интернат, 21-се, Үткәл мәктәптәренең башланғыс кластар уҡыусылары ҡарамағында булды.

...Йәнбирҙе һәм Йәнбикә улдары менән ожмахҡа тиң ерҙә йәнлек аулап ғүмер итә. Оло улдары Шүлгән ата һүҙен тыңламай, ҡустыһы Уралдың кәңәшенә ҡолаҡ һалмай, турһыҡтағы ҡандан ауыҙ итә. Асыулана Йәнбирҙе ҡарт һәм уландарына бѳтә тереклеккә үлем килтергән Әжәл, ә уны еңеү, үлемһеҙ булыу ѳсѳн бер генә әмәл - Йәншишмә барлығы тураһында һѳйләп бирә. Урал менән Шүлгән уны эҙләп юлға сыға...
Туғандарҙың мажаралы сәйәхәтен, мѳхәббәт ѳсѳн ҡылысҡа ҡылыс килеүҙәрен, Уралдың дейеү-пәрей менән алышыуын малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡыҙығып күҙәтте, сәхнәнән әйтелгән һәр һүҙҙе йотлоғоп тыңланы, Урал батырҙы ҡул сабып, дәртләндереп ултырҙы. Һис шикһеҙ бѳйѳк, әммә ябай булмаған әҫәрҙе балаларҙың яҡын ҡабул итеүе үҙешмәкәр артистарҙың оҫта уйнауы һәм, әлбиттә, театрҙың режиссеры Гѳлнара Ғилманованың уңышлы алымдарҙы табып, урынлы ҡулланыуы менән аңлатылалыр. Спектаклдең Сәсәниә образы менән байытылыуы, йыр-бейеүҙәр менән аралашып барыуы эпостың йѳкмәткеһен балаларға аңлайышлы итеп еткереүгә, шул уҡ ваҡытта уны матур, сағыу тамаша кимәленә күтәреүгә булышлыҡ итте.
- Театр йылын “Ҡоҙаса” комедияһы менән асып ебәргәс, балаларыбыҙ ѳсѳн тәрбиәүи лә, мауыҡтырғыс та әҫәрҙе сәхнәләштереү уйы тыуҙы. Бер әкиәткә тотондоҡ, күңелгә ятманы. Эҙләгәнемде “Урал батыр” эпосында таптым, ҡат-ҡат уҡып сыҡтым, ѳйрәндем. Сценарийҙы яҙғанда иң элек балаларҙы халҡыбыҙҙың милли мираҫы менән таныштырыу, уларға “Күккә лә осор - яҡшылыҡ, Һыуға ла батмаҫ - яҡшылыҡ, Телдән дә тѳшмәҫ - яҡшылыҡ” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен еткереү теләге менән яндым. Дѳйѳм кѳс менән ниәтебеҙгә ирешкәнбеҙҙер тип уйлайым, - тине премьеранан һуң Гѳлнара Насретдин ҡыҙы.
Тѳп ролдәрҙе башҡарыусыларға килгәндә, Фәриха Вәлиуллина (Сәсәниә), Азат Баҡыев (Урал), Денис Сәмсетдинов (Йәнбирҙе) кеүек сәхнә оҫталары менән бергә ѳмѳтлѳ йәштәр Резеда Ғәликәйева (Йәнбикә), Фейсал Мѳхәмәтйәнов (Шүлгән) балаларҙың иғтибарын кѳсѳргәнештә тотоуға, ҡырҡ биш минутлыҡ спектаклдең бер тынала уйналыуына ѳлгәште. Ә хореограф Розалия Шәғәлина, спектаклде педагогия колледжы, башҡорт гимназияһы ҡыҙҙары башҡарыуында колоритлы бейеүҙәр менән байытыуҙан тыш, сәхнәгә нәзәкәтле Һомай образында баҫты. Урал менән Шүлгәндең бала сағын гимназия уҡыусылары Данияр Ғәниев менән Тимерхан Эниев уйнаны. Спектаклдәге һәр күренеш музыкаль һәм хореографик яҡтан уйланылыуы менән дә отошло булды, ә Луиза Мѳхѳтдинованың моңло йыры спектаклдең финалын кѳсәйтеп, тулыландырып ебәрҙе.
Шулай итеп, “Ирәмәл”дәр “Урал батыр” спектакле менән Театр йылын йомғаҡлап ҡуйҙы. Йыл тамамлана, ә киләһе репертуар тѳрлѳ йүнәлештәге ижади пландар менән күҙаллана ла инде. Ниндәй эштәр, асыштар менән ҡыуандырыр халыҡ театры тамашасыһын, әлегә сер. Бер нәмәне генә ышаныс менән әйтә алам - күңелһеҙ булмаясаҡ.
Резида Ғәҙелшина.
Юрий МИХАЙЛОВ фотоһы.
Читайте нас: