-5 °С
Болотло
Ут бирҙеләр, ишлеләр, күрше ауылдар халҡы фильмды ҡараны. Был юлы ла ҡарай алманым. Актерҙар, бигерәк тә Арыҫлан менән осрашыуҙан һуң, түҙмәнем - фильмды Интернет селтәрҙәренә инеп ҡараным. Тормоштағыса алсаҡ, талантлы, нимәһе менәндер үҙенә тартып торған Арыҫланды фильмда - Йәмил ролендә лә ҡарағым килде. Рәсәй кинематографының республика, районда төшөргән фильмы, яҡташтарыбыҙҙың уйнауы оҡшаны. Өмөттәр аҡланды.