-3 °С
Болотло
Антитеррор
Вк
Ок
Телеграмм
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Декабрь 2019, 19:00
Һыу юлы күрһәтеү
Күптән түгел Үҙәнбаш ағинәйҙәре “Киленгә һыу юлы күрһәтеү” йолаһын күрһәтте.
Ул Ғүмәровтарҙың ғаиләһендә ойошторолдо. Был милли башҡорт йолаһының сәбәпселәре - Гөлнур Ҡорбановнаның ейәне Илгиз менән килендәре Гөлфинә булды. Тап ошо көндә йәштәр законлы никахҡа инде.
Ағинәйҙәр йәштәрҙе алдан биҙәлгән ҡоҙоҡ эргәһендә йыр-моң менән ҡаршы алды. Ҡоҙоҡҡа юл бикле булғанлыҡтан, кәләштең ата-әсәһе һыуҙы һатып алды һәм бөтәһенә лә бүләктәр өләште. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йәштәргә изге теләктәрен теләп йыр, таҡмаҡтар әйтте. Биҙрәләрҙе таҙа ҡойо һыуы менән тултырғандан һуң һәммәһе лә егеттең йортона юлланды. Ҡапҡа алдында ла һыуҙы, йәштәргә изге теләктәр теләп, бөтә ҡунаҡтарға һаттылар. Ағинәйҙәр йәштәргә сәй сервизы һәм музыкаль бүләк тапшырҙы.
Олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашҡан йола байрамы матур һәм күңелле үтте. Ул йәштәр күңелендә оҙаҡ йылдарға матур иҫтәлек булып ҡаласаҡ.
Рима Ғәлимйәнова.
Үҙәнбаш ауылы.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?