Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Февраль 2020, 13:10

Герой тураһында фильм төшөрөлә

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайы менән Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловҡа арналған фильм төшөрөү сиктәрендә,ҡаһармандың яҡташтары ҡаланың Геройҙар аллеяһында урынлашҡан бюсына сәскә һалды.

Унда Өфө ҡалаһынан килгән филология фәндәре докторы, күренекле яҡташыбыҙ Сабир Шәриповтың ҡатыны Зәйтүнә Шәрипова, әүҙем йәмәғәтселәр - Мансур Һиҙиәтов, Булат Яныбаев, Гөлсөм Мостафина, “Аверс информ” йәмғиәте директоры урынбаҫары Альберт Балаков, геройҙың туғандары - Миңйыһан, Тәнзилә, Зөлфәр Хәлитовтар, лицей-интернат уҡыусылары һәм башҡалар ҡатнашты.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар рухына аятдоғалар уҡылғандан һуң, сараға йыйылыусылар Зөбәй Төхвәт улы Үтәғоловҡа бәйле иҫтәлектәр, тормош юлы, ҡаһарманлығы тураһында телмәр тотто.
Читайте нас: