Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Февраль 2020, 14:15

Милли асылыбыҙҙы һаҡлайҙар

Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа башҡорттарҙың төрлө милли йолалары тергеҙелә башлауы ҡыуаныслы күренеш. Халҡыбыҙҙың йәшәйеш ҡанундарын, көнитмешен барлап, уны киләсәк быуындарға аманат итеп тапшырыу йәһәтенән атҡарылған был эштәрҙең әһәмиәте бик ҙур икәнен күптәр аңлай. Ошондай маҡсат менән Ботай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла Ҡаҙ өмәләрен үткәреп, башҡа ваҡ-төйәк эштәрен тамамлағас, “Ҡаҙ ҡанаты ҡауырый” исемле байрам ойоштороп ебәрҙе.

Бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар - Миңлегөл Төхвәтуллина, Рәйфә Сәғәҙәтова, Мәрйәм Шаһивәлиева, Гөлдәр Ҡотлобаева, Эльза Ирғәлина, Гөлшат Вәлиәхмәтова, Гөлсиә Хөсәйенова, Эльвира Сәғәҙәтова, Нәфисә Ғәлләметдинова менән бергә әле мәктәптә уҡып йөрөгән Миләүшә Ғиниәтуллина ла ҡауырый һыҙырырға өйрәнде. Инәй-апайҙарҙың һәр кәңәшен тыңлап, улар ҡушҡан эштәрҙе “һә” тигәнсе үтәп тә ҡуйҙы.
Йырлай-йырлай эшләгән арала, ҡыҙҙар еңгәләре биргән ҡауырыйҙарҙы тотоп урамға сығып, “Ҡауырыйҡауырый, ҡауырыйҡайым, ҡайҙа минең йән йәрем?” тип һамаҡлап, бәхет “эҙләп” инде.
- Йә, кем осраны?
- Фәрит бабай.
- Ҡарт кейәүгә барыу билгеһе был.
- Ярай-ярай, ҡарт ҡуйынында ҡалас ята, балда-майҙа үтер көнөң…
- Ә миңә Сафыя инәй осраны, күҙҙән, зәхмәттән һаҡлаһын тип, ҡыҙыл мәрйен бүләк итте…
- Миңә Ғәйшә әбей тап булды. Киң ризығың, түл-ырыҫың менән йөрө тип, арҡамдан һөйөп тәңкә бирҙе.
Инәйҙәр ҡыҙҙарҙың яҡшы кешеләргә осрауҙарын әйтеп, бәхет юраны. Эш араһында ял итеп, бейеп, уйнап-көлөшөп тә алдылар. Килендәштәр үҙҙәренең яңы ғына ҡораған ҡорамаларын оло инәйҙәргә күрһәтеп, уларҙан маҡтау һүҙҙәрен ишетеп ҡыуанды.
Ҡауырыйҙарҙы һыҙырып бөткәс, Миләүшәгә малайҙар менән “Ҡаҙ юлы” йолаһын үтәү бурысы йөкмәтелде. Әйткәндәй, борон, был йолаға ярашлы, балалар йылғаға барғанда мамығы һыҙырып алынған ҡауырыйҙарҙы юл буйына ырғыта барған, ҡатын-ҡыҙҙар, киләһе йылда ла ҡаҙҙар күп булһын, ошо юлдан оҙон итеп теҙелешеп йөрөһөн тип, теләк теләгәндәр.
Байрамдың икенсе өлөшөндә ҡатын-ҡыҙҙар яңы ғына һыҙырылған мамыҡтарҙы кәпрәнгә тултырып, мендәрҙәр эшләп тә ҡуйҙы. “Хәҙерге заманда магазин кәштәләрендә һатыуға ҡуйылған синтетик яҫтыҡтарҙан үҙебеҙҙең күпереп торған, үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләнгәне мең артыҡ, уларҙа йоҡлауы ла уңайлыраҡ, тәбиғи ҙә”, - ти Ботай ҡатын- ҡыҙҙары.
Бына шулай, халҡыбыҙҙың “Көткән малың көнөңә яҙһын” тигән мәҡәлендәгеләй, хәләл мал-тыуар, ҡош-ҡортоноң мәнфәғәтен күреп, милли асылыбыҙҙы юғалтмай, йола, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап көн итә улар. Ошондай уңған, оҫта ҡуллы ҡатынҡыҙҙарыбыҙ барҙа, икешәр, өсәр оя ҡаҙ үҫтергән, йылға буйҙарында бергәләп бәпкә көткән, уйнай-көлә Ҡаҙ өмәләре үткәргәндә, башҡа милли йолаларҙың да быуындан-быуынға тапшырылырына ышаныс ҙур.
Читайте нас: