Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Март 2020, 22:00

Яңғыраны ҡурай моңдары

#уралгәзите #мәҙәниәт #ҡурай #культура #байрамдар Ниндәй булһа ла, юбилей - үҙенсәлекле бер тантана ул. Үткәндәрҙе, уңыштарҙы, мөһим, шатлыҡлы ваҡиғаларҙы ғорурлыҡ менән иҫкә алыу көнө лә ул. Ә юбилей концерттары иһә тамашасыны тап шул иң яҡшы сығыштар менән таныштырыу, үткәндәргә баһа алыу.Яңыраҡ ҡала музыка мәктәбе ана шундай тантаналы сараһын - ҡурай класы асылыуға 20 йыл тулыу байрамын билдәләне.

20 йыл эсендә булып үткән иҫтәлекле ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтайыҡ.
2000 йылда ул саҡтағы мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы Әғләмова һәм музыка мәктәбе директоры Александр Николаевич Александров сәнғәт институтының талантлы студенты Дамир Хәсәновҡа ҡурай класына преподаватель булып килергә тәҡдим итәләр. Йәш талант бер һүҙһеҙ ризалаша.
Шулай итеп, музыка мәктәбендә ҡурай класы асыла. Шунан башлап мәктәптә туҡтауһыҙ ҡурай моңо ағыла. Уның ҡабатланмаҫ сихри моңо мәктәпкә йылдан-йыл яңы биҙәктәрен өҫтәп, йәш ҡурайсыларҙың уңыштары, ҡаҙаныштары менән байыта.
Ҡурай класына боронғо милли ҡоралды тәрәндән өйрәнергә теләгән, халыҡ йырҙарын, көйҙәрен яратҡандар уҡырға килә. Ата-әсәләр ҙә балаларының ҡурай тартырға өйрәнергә теләүҙәренә шатланып риза була.
Ҡурайҙа күпселеген ир-егеттәр уйнай, әммә бында ҡыҙҙар ҙа бик ҡыҙыҡһынып килә. Ошо класты тамамлаған Регина Сөләймәнова артабан Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында уҡыған, Әнилә Астанова республиканың Рәми Ғарипов исемендәге гимназияһында белем ала.
20 йыл эсендә ҡурай класында бик күп бала шөғөлләнеп, шуларҙың дүртәүһе артабан белем алыуын юғары уҡыу йортонда дауам итә. Йәш ҡурайсылар ҡала, республика, төбәк һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, төрлө дәрәжәләге наградалар алыуға өлгәшкән.
2010 йылда Дамир Басир улы “Инеш” исемле ансамбль ойоштороп ебәрә. Шул йылдан бирле улар район-ҡалала, республикала барған ҡурай бәйгеләренән ситтә ҡалмай. Ҡурайсылар араһында традицион үткәрелеп килгән ҡурай байрамы - Талип Латипов исемендәге конкурста гран-при, призлы урындар яулайҙар, Октябрьский ҡалаһында булып торған республика ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһе, тағы Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсында лауреат булалар.
2018 йылдан ансамблгә талантлы ҡурайсы Радмир Әхтәмов етәкселек итә. Йәш белгес ансамбль репертуарын яңы тондар менән байытты. Йыл аҙағында район Мәҙәниәт йорто базаһында өлкәндәр өсөн ҡурайсылар ансамбле булдырыла. Дамир Басир улы етәкселегендәге был ансамбль дә район-ҡала, республиканың тантаналы сараларында ҡатнашып, тамашасы һөйөүен яулай, һәр сараның биҙәге, көтөп алған башҡарыусыһы була.
Юбилейҙы ҡурайсылар ҙа, уҡытыусылар ҙа түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Ни тиһәң дә, уларға йылдар дауамында өлгәшелгән оҫталыҡ, тәжрибә менән уртаҡлашыу кө-нө булһа, ата-әсәләр балаларының сығыштарын ҡарап кинәнде, улар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе. Быға тиклем дә ҡурайсылар сығыштары менән һөйөндөрөп торһалар ҙа, юбилей концерты үҙенсәлекле була бит.
Уҡыусыларҙың концертмейстерҙары өсөн дә айырыуса иҫтәлекле сара был. Музыка донъяһында профессиональ музыканттар өсөн алмаштырғыһыҙ һөнәр эйәләре улар. Яҡшы концертмейстер - уйнаусыны йәки солисты әҫәрен әҙерләп, өйрәтеп, уны һуңғы аккордына тиклем еткереүсе ул.
Ҡурай класы асылғас та уҡытыу бүлеге мөдире В.В. Климчинский тәҡдиме менән концертмейстер булдырыла. Тәүге концертмейстер Н.В. Клочкова була. Унан һуң Т.С. Хлынова, В.З. Шакирова, Л.М. Ғарипова, А.Р. Әхтәмова, И.Е. Безверхова, Р.К. Хәсәнова, Л.Х. Хөбөтдинова, Н.В. Абдуллина эшләй.
20 йыллыҡ юбилей концертында тамашасылар, саҡырылған ҡунаҡтар ансамбль сығыштарын да, яң-ғыҙ башҡарыусыларҙы ла ихлас тыңланы. Ильяс Шаһиязданов, Динислам Мәхмүтов, Илнара һәм Линар Сәғитовтар, Тимерйән Йыһаншин, Заһиҙә һәм Искәндәр Сөләймәновтар, Зөлхизә Мөхәмәтғәлина, “Инеш” ансамбле, ололар төркөмө сығыштары алҡыштарға күмелде. Оҙон көйҙәр ҙә, бейеү көйҙәре лә юғары оҫталыҡ менән башҡарылды.
Баянға, фортепианоға, башҡа музыка ҡоралдарына ҡушылып ҡурай тартыу айырыуса оҫталыҡ талап итә. Руслан Әйүповтың фортепианола Арсен Сибәғәтов уйнауына ҡушылып көй башҡарыуы тамашасы күңеленә хуш килде.
Музыка мәктәбенең ҡурай класы юбилейы тантанаһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәлифә Әғләмова, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин, мәктәп директоры Гүзәл Низамова, ата-әсәләр ҡотланы. Улар ҡурайсыларҙы, етәкселәре Дамир Хәсәновты, Радмир Әхтәмовты, уҡытыусыларҙы байрамдары менән тәбрикләп, артабан да ижади уңыштар теләнеләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.
- Юбилей ҙа, хеҙмәтебеҙгә йомғаҡ яһау ҙа, шөғөлләнеүселәребеҙҙең талантын күрһәтеү ҙә булды бөгөн.
Сарабыҙ йылы мөхиттә үтте тип уйлайым. Ҡатнашыусыларҙың да, тамашасының да ҡәнәғәт йөҙҙәрен күреү үҙе бер шатлыҡ. Киләсәктә улар араһынан мәшһүр ҡурайсылар, белгестәр сығыр, төрлө ҡурай бәйгеләре еңеүселәре лә булырҙар тигән ышаныста ҡалабыҙ, - тине ҡурай класы етәксеһе Дамир Басир улы.
Беҙ ҙә шулай булырына ышанабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Читайте нас: