Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Март 2020, 19:05

Башҡорт театры йәшәһен!

Мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәрҙең бурысы быуаттар, йылдар үтһә лә шул уҡ ҡала. Әйтәйек, йырсымы, бейеүсеме, режиссер булһынмы, улар беҙгә рух күтәренкелеге, матур кәйеф бүләк итеп кенә ҡалмай, шул иҫәптән халҡыбыҙҙың милли традицияларын, йолаларыбыҙҙы, ғөрөфғәҙәттәребеҙҙе һаҡлай, киләсәк быуынға тапшыра. Ниндәй генә тамаша йәки концерт булмаһын, уның артында тамашасы күрмәгән кеше хеҙмәте тора. Ошо һөнәрҙе үҙ иткән һәм эшенә ғашиҡ ханымдарҙың береһе - Инйәрҙәге “Елмерҙәк” башҡорт халыҡ һәм “Ҡолонсаҡ” өлгөлө балалар театрҙары режиссеры Сәғилә МЫРҘАҒӘЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

► Сәғилә Сөләймән ҡыҙы, бала саҡ, йәшлек йылдарына әйләнеп урайыҡ әле...
- Мин Манышты ауылында һигеҙ балалы ҙур ғаиләлә үҫтем. Олатайым, өләсәйемдәр менән бергә ҙур өҫтәл артына ултырһаҡ, 11 кеше булып китә инек. Беҙҙең өйҙә үҙе бер театр була торғайны, нимә генә сәхнәләштермәнек беҙ?! Бынан тыш кеме гармунда, кеме мандолинала уйнар ине. Ғөмүмән алғанда, бөтәбеҙ ҙә музыкаль яҡтан һәләтле булдыҡ, атайыбыҙ ҙа матур йырланы.
► Мәктәптән һуң, моғайын, йә йырсы булырға, йә режиссерлыҡҡа уҡырға инергә теләгәнһегеҙҙер?
- Эйе, хыялым Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға инеү ине. Әммә атайым ҡаты сирләп китеү сәбәпле, эшкә төшөргә мәжбүр булдым: өйҙә минән кесе 4 бала, әсәйгә ярҙам итер кәрәк. Шулай төрлө эштәрҙә эшләп алдым. Бер аҙҙан Бирҙеғол ауылы егете Хәбетдин Нуретдин улына кейәүгә сыҡтым. Рим, Риф, Гөлшат исемле балаларыбыҙ тыуҙы. Шул осорҙа миңә уҡып, ҡулға диплом алырға кәрәклеген аңланым һәм, үҙаллы әҙерләнеп, ситтән тороп Өфө педагогия училищеһының тәрбиәселәр әҙерләү бүлегенә уҡырға индем. Уны тамамлағас, 10 йыл (ябылғанға тиклем) Инйәрҙә тимер юлы балалар баҡсаһында эшләнем.
► Ә мәҙәниәт өлкәһенә килеүегеҙ нисегерәк булды?
- Инйәрҙә тимер юлы клубы асылыуын ишеткәс тә барып, мине эшкә алыуҙарын һораным. Яңы йыл тамашаһын матур итеп үткәреп ебәргәс, художество етәксеһе итеп алдылар, аҙаҡ директор булдым. Унда 1996- 2007 йылдарҙа эшләгәндә үк үҙемә халыҡ театры йыйып өлгөргәйнем. Шул әртистәрем менән күп кенә фестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар яуланыҡ. Сермәндә Еңеүҙең 55 йыллығына ҡарата үткәрелгән фестивалдә I урынды алғас, ҡыуаныстан илағаным хәтерҙә. Ул ваҡытта Илгиз Теләүбаев мәҙәниәт өлкәһендә эшләй ине һәм шул көндө ул: “Мин Инйәргә бик шәп директор таптым”, - тигән. 2007 йылда клуб ябылғас, яҙмыш һынауҙары булып алды, республиканан ситтә эшләп тә ҡайтырға тура килде. 2010 йылда Ольга Борисовна Овчинникова район мәҙәниәт һарайына режиссер итеп эшкә саҡырғас, бар күңелем менән яратҡан эшемә әйләнеп ҡайттым.
► “Елмерҙәк”тәге тәүге ҡуйған спектаклегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
- Әлбиттә. Эшкә килгәс тә, тимер юлы клубындағы командамды йыйып алдым. Һәм бер ай эсендә Әсғәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” драмаһын сәхнәләштерҙек.
► Ә “Ҡолонсаҡ” өлгөлө балалар театрының барлыҡҡа килеү тарихы нисек булды?
- 2011 йылда бер семинарҙа ололар театры эргәһендә балалар театры ла булһын, тинеләр. Ҡайтыу менән балаларҙы йыйып, театр түңәрәге асып ебәрҙем. Улар менән “Ҡыңғырауҙар сыңы” республика фестивалендә I урынды яулағас, беҙгә "Ѳлгөлө балалар театры" исеме бирелде һәм “Ҡолонсаҡ” тип исем ҡуштыҡ. Унда тәүгеләрҙән булып Рамаҙан Саматов, Нәфис Сәғитуллин, Айгизә Моратшина, Арина Кислицина уйнаны.
► “Елмерҙәк”тең иң ҙур еңеүе ҡайһыһы булды тип иҫәпләйһегеҙ?
- 2018 йылда Әбйәлилдә Әхтәм Әбүшахманов призына үткән республика фестивалендә Әлиә Саматованың “Кәкүк” повесынан өҙөктө сәхнәләштереп, III урын яулауыбыҙ.
► Әле театрҙа ниндәй эштәр бара?
- Өлкәндәр менән Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Сәйет Шәкүровтың “Тол ҡатындар, тол ҡыҙҙар” драмаһын әҙерләйбеҙ, “Ҡолонсаҡ”тар Зөһрә Фәйзуллинаның “Мин Уралдан” пьесаһын сәхнәләштерергә йыйына.
► Халыҡ театрына етәкселәр яғынан иғтибар етерлекме?
- Аллаға шөкөр, күҙ уңынан ысҡындырмайҙар. Әле райондың мәҙәниәт бүлеге балалар өсөн костюмдар тегә. Спектаклдәребеҙҙе идаралыҡ начальнигы Ирек Иҫәнғужин үҙе килеп ҡараны. Транспорт яғынан да ярҙам итәләр. Форсаттан файҙаланып, шуны әйтер инем. Әле әҙерләгән спектаклдәргә декорациялар эшләргә таҡта кәрәк булды. Ауыл халҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүем булды, Булат Байтурин, Рим Исҡаҡов, Миннихан Ғәйнетдинов, Хәлил Фәхретдинов үҙ техникалары менән материал алып килеп ауҙарып та киттеләр. Рәхмәт уларға!
► Үҙешмәкәр актерҙарығыҙ араһынан кемдәрҙе билдәләп үтер инегеҙ?
- Насир Әлибаев, Әлиә Саматова, Наил Ғәлиуллин, Айрат Шәрәфетдинов, Клара Вәлиева, Рәфидә Ғарипова, Тәслимә Ғарифуллина, Сара Мөхәмәҙиева, Лена Алсынбаева, Мөхәмәтдин Абдулкәримов, Фаягөл Сәйғәфәрова. Яңы ғына йөрөй башлаған Вадим Мәғәфүровҡа һәм икенсе йыл уйнаған Айбулат Оморҙаҡовҡа ҙур өмөттәр бағлайым.
► Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә башҡорт театры йәшәһен!
Читайте нас: