Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июнь 2020, 13:00

Һөйөндөрҙө лә, көйөндөрҙө лә…

Районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова (һүрәттә уңда) килде. Министр тәүҙә “Мәҙәни мөхит” милли проекты сиктәрендә Сосновка мәҙәниәт йортонда барған ремонт эштәре менән танышты, аҡсаның маҡсатҡа ярашлы ҡулланылыуы һәм эштәрҙең планға ярашлы барышын ҡараны.

1988 йылда колхоз иҫәбенә төҙөлгән ике ҡатлы таш бина яҡшы торошта. Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт эсендә унда бер ҡасан да капиталь ремонт үткәрелмәгән, ни бары ҡыйығы ғына алыштырылған. Ремонт барышында тәҙрәләр, өлөшләтә ишектәр замансаға алыштырылған, мәҙәниәт усағына ингән ишек алды бетонлап, плиткалар түшәлгән, запас сығыу урыны булдырылған, вентиляция ҡоролмаһы бар, мебель, компьютер өҫтәле, шкафтар һатып алынған, подвалда ремонт эштәре башҡарылған. Былтыр мәҙәниәт йорто аппаратура, сәхнә кейемдәре менән тәьмин ителгән. Был күләмле эштәр өсөн республика ҡаҙнаһынан бүленгән 3 миллион һумдан ашыу аҡса тулыһынса маҡсатҡа ярашлы тотонолған.
Киләсәктә тамаша залында иҙән һәм стеналарҙы яңыртыу, янғын сигнализацияһын тулыһынса алмаштырыу, канализация һәм һыу үткәреү, китапхананы ремонтлау, музейҙың ишеген киңәйтеү һәм бөтә ишектәрҙе лә пластикка алмаштырыу, балалар бүлмәһе эшләү планлаштырылған. Шулай уҡ подвалда мини спортзал һәм бейеүселәр шөғөлләнеү өсөн ҡоролмалар ҡуйылған бүлмә буласаҡ. Был эштәр өсөн муниципаль район бюджетынан 1 миллиондан ашыу аҡса бүленәсәк, проект-смета документацияһы әҙер.
Мәҙәниәт йортонда кесе, урта һәм өлкәндәр төркөмөнөң 3 бейеү түңәрәге, “Зифа” ҡатын-ҡыҙҙар йыр ансамбле, шахмат һәм бәйләү түңәрәктәре эшләп килә. Клуб директоры Әнүзә Ишбирҙина йәнә ҡурай түңәрәген ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Бының өсөн икенсе ҡатта бүлмә лә ҡаралған.
Әминә Ивний ҡыҙы шулай уҡ Ағинәйҙәрҙең “Башҡорт өйө” бүлмәһенә күҙ һалды, уларҙың уңыштары, ҡул эштәре менән танышты, мәктәп музейын ҡараны (мәктәп бәләкәй булғанлыҡтан, ул бында урынлашҡан). Экспонаттарҙың бай һәм төрлө булыуы министрҙа һоҡланыу тойғоһо уятмай ҡалманы. Милли ҡомартҡыларҙы матур һәм яҡшы торошта һаҡлаған сосновкаларға рәхмәтен белдерҙе.
Муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин әйтеүенсә, ремонттан һуң Сосновка мәҙәниәт усағына күп тармаҡлы ауыл клубы исеме биреләсәк һәм сентябрҙә яңы төҫ алған бина ишектәрен асасаҡ, эргә-тирәләге ауыл халҡы бында һәләттәрен үҫтереп һәм буш ваҡыттарын файҙалы итеп уҙғарыр, төрлө кимәлдәге конкурстар үткәрер.
Әминә Шафиҡова шулай уҡ ҡала Мәҙәниәт һарайы торошо менән дә танышты. Уны ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин, Мәҙәниәт һарайы директоры Сергей Михайлов оҙатып йөрөнө.
1931 йылда төҙөлгән бина күптән инде авария хәлендә һәм тиҙ арала ремонт талап итә. Бина “Мәҙәни ҡомартҡы объекты” булғанлыҡтан, уны реставрациялау тыйыла. Әминә Шафиҡова бинаның тышҡы торошон һәм биләмәһен ҡараны, Мәҙәниәт һарайын нисегерәк итеп ҙурайтыу мөмкинлеген, тирә-яғындағы иҫке ваҡ төҙөлөштәрҙе алып ташлау мәсьәләһен ҡуҙғатты. Етәкселәргә эште тейешле документтарҙы әҙерләүҙән башларға һәм артабанғы эш алымдарын аңлатты.
Әле бында эшләп килгән 30 ижади коллективтың 15-е “халыҡ” һәм “ѳлгѳлѳ” исемдәренә эйә. Кәмендә йыл ярымға ремонтҡа ябылған хәлдә уларҙы ваҡытлыса ҡайҙа урынлаштырыу тураһында ла һүҙ алып барылды.
Бинаның эсенә үткәс, уның торошо кәйефте тағы ла нығыраҡ ҡырҙы тиһәң, һис кенә лә хата булмаҫ. Подвалда сығып ятҡан ер өҫтө һыуҙары арҡаһында стеналар, иҙәндең аҫҡы ҡатламдары бәшмәк менән ҡапланған, бар ерҙә лә дымлылыҡ көслө. Балалар бейеү түңәрәге һәм спорт секцияһы залдарының стеналары, аптырағандың көнөнән ваҡытлыса булһа ла, ОСБ материалы менән ҡаплап ҡуйылған, подвалда күп ерҙә терәүҙәр тора.
Мәҙәниәт һарайын ремонтлау өсөн 1 миллиард 245 миллион һум аҡса талап ителә. Район һәм республика бюджетының бындай сумманы бүлеү мөмкинлеге юҡ. “Иҙел башындағы ҡала Мәҙәниәт һарайы беҙҙең өсөн бик ҙур проблемалы проект булып тора. Бинаның торошо насар, сөнки ул бик иҫке, бында бер ҡасан да капиталь ремонт үткәрелмәгән.
“Бөгөнгө көндә беҙ ҡайһы бер ҡарарҙарҙы ҡабул иттек, артабан эштәрҙе нимәнән һәм нисек башлау тураһында уйлашабыҙ. Уға ремонт эшләнерме, йәки яңы бина төҙөү кәрәкме – әлегә билдәһеҙ. Быны беҙ республика етәкселеге менән бергәләп хәл итәсәкбеҙ”, - тине Әминә Ивний ҡыҙы.
Читайте нас: