Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Сентябрь 2020, 19:30

Милли рух бөрктө байрам

Башҡортостанда Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, йыл һайын апрель айының өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә. Уҙған йомала район-ҡалабыҙҙа милли рух менән сорналған ошондай байрам саралары уҙҙы.

Милли кейем көнө байрамының төп өлөшө «Металлург» кинотеатры эргәһендәге «Дуҫлыҡ» скверында ойошторолдо. Һәр кем үҙ милләтенә генә хас баш, өҫ, аяҡ кейемдәре кейгән, этник биҙәүестәр таҡҡан. Үҙенең зауығына ярашлы заманса стилләштерелгән, орнаменттар менән биҙәлгән кейемдәрҙә йәшен дә, олоһон да осратырға була ине.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта барыһын да байрам менән ҡотлап: “Был байрам беҙгә, беҙҙең балаларыбыҙға халыҡтар тарихын, традицияларыбыҙҙы белергә ярҙам итә. Күп милләтле республика халҡының татыу, берҙәм һәм дуҫ булып йәшәүе һоҡландыра”, - тине.
Артабан милли кейемдәр дефилеһы башланды. Белорет картиналар галлереяһы директоры Нина Горбатова XVI-XIX быуаттарҙағы рус халҡының милли кейемдәре эскизина ярашлы тегелгән коллекция менән таныштырҙы. Әйткәндәй, был экспонаттар Рәсәйҙең дәүләт катологына ингән.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының XIX быуат аҙағы - XX быуат башында кейгән, быуындан-быуынға тапшырыла килеп Шығай ауылында һаҡланған “Тамъян” коллекцияһы менән ошо ырыу вәкилдәре сығыш яһаны.
Уларҙың тәғәйенләнешенә, нисек аталыуына, ниндәй туҡыманан тегелгәненә Шығай ауыл «Тамъян» модель китапханаһы мөдире Ольга Ғәлиуллина аңлатма бирҙе. Унан һуң милли кейем байрамына килеүселәр күргәҙмәләр менән танышты. Ломовка ауылы халҡы “Урыҫ өйө”ндә ата-бабаларының боронғо көнитмеше, милли кейемдәре, аш-һыуы менән таныштырҙы. Ломовка һәм Шығай ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәре боланут, тумыртҡабаш (клевер), аҡ сәскә (ромашка), гөлйемеш, һырғанаҡ кеүек шифалы үлән, еләк-емештәрҙең төнәтмәләре менән һыйланы. Үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡурсаҡтар, сувенирҙар, сумкалар, биҙәүестәр һәм бәйләнгән, сигелгән баш, өҫ, аяҡ кейемдәрен Зәлиә Солтанова, Светлана Хурамшина, Татьяна Матяш, Светлана Чупракова, Виктория Касанова, Светлана Бояринцева, Лисавета Патрикеева, Фәриҙә Хисамова, Нина Демичева, Наталья Калмыковалар тәҡдим итте. Уларҙы һатып алыу мөмкинлеге лә булды.
Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы “Милли кейем: Башҡортостан биҙәктәре һәм силуэттары” тип аталған күргәҙмә ҡорғайны. Уны Республиканың милли кейеме тураһындағы китаптар тәшкил итте. Шулай уҡ бында Рәсәй халҡының милли кейемдәре тураһындағы викторина һорауҙарына яуап биреп, үҙеңде һынап ҡарау мөмкинлеге булды. Һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүселәргә бүләктәр ҙә тапшырылды. Резеда Сайдарованың “Гүзәл” туҡымалар салоны ҡуйған милли кейемдәр күргәҙмәһе янынан да кеше өҙөлмәне.
Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы ҡорған, боронғоса йыһазландырылған тирмә байрамға йәм биреп ултырҙы. Уның алдында Шығай ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре, “Елмерҙәк” ансамбле ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп ҡаршы алғас, милли аш-һыуҙан ауыҙ итергә саҡырҙы. Байрам сараһы Үткәл, Шығай, Сосновка, Үҙәнбаш, Хөсәйен һәм башҡа ауылдарҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр артистар менән берлектә йырлап-бейеп күңел асыуҙар, иҫтәлеккә фотоға төшөүҙәр менән дауам итте.
Милли кейем ғорурлыҡ тойғоһо уятты
Милли кейем кѳнѳ районҡалала милләттәр байрамын сағылдырған матур, ҙур сара кеүек үтте.
Бигерәк тә был үҙенсәлекле кѳн район-ҡала мәктәптәрендә киң билдәләнде. Уҡыусылар, уҡытыусылар милли кейемдәрҙә мәктәптә тѳрлѳ саралар үткәрҙе. Милли биҙәктәргә, биҙәүестәргә, һәр милләткә генә хас булған кейемдәргә арналған дәрестәр уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу, үҙ халҡы ѳсѳн ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында милли кейемдәргә, биҙәүестәргә, башҡорт тарихына, кѳнитмешенә арналған бай йѳкмәткеле дәрестәр үтте, күргәҙмәләр ойошторолдо. Абҙаҡ мәктәбе коллективы ауылдың ағинәйҙәре менән бергә һоҡланғыс байрам үткәрҙе. Мәктәптә башланған сара ауыл урамына күсеп, халыҡты үҙ янына йыйҙы. Йыр-бейеү, таҡмаҡ әйтеш, ағинәйҙәрҙең дәртле тауыштары, милли кейем парады барыһының да күңелен күтәрҙе, әйтеп бирә алмаҫлыҡ хис-тойғо, халҡыбыҙ ѳсѳн ғорурлыҡ уятты. Милли кейем кѳнѳндә бер тѳркѳм уҡытыусылар, уҡыусылар Ирәмәл тауына күтәрелде, Башҡортостан әләмен тотоп һәм милли кейемдә фотоға тѳштѳ.
Тѳрлѳ милләт халҡы йәшәгән Үҙәнбаш ауылы мәктәбендә лә был кѳндѳ бик эстәлекле байрам үтте. Уҡытыусылар, ағинәйҙәр уҡыусыларға милли кейемдәрҙең нисек булырға тейешлеге тураһында һѳйләне, биҙәүестәр менән таныштырҙы. Кейемдәрҙе, яға, түшелдерек һәм башҡа биҙәнеү әйберҙәрен, ҡул эштәрен улар үҙҙәре теккән. Башҡорт милли кейемендә дәрестәр алып барылды. Уҡыусылар ҙа был матур сарала әүҙем ҡатнашты. Башҡорт милли кейемдәре уларға бик оҡшаны. Милли костюм кѳнѳ барлыҡ уҡыусыларҙа ла үҙ милләтенә, уның тарихына, теленә, моңона, бѳгѳнгѳһѳнә ихтирам уятыр, тәрбиә эшендә ҙур йоғонто яһар тип ышанабыҙ.
Ҡаланың "Тирмәкәй" балалар баҡсаһында ла сағыу йѳкмәткеле сара үтте. Балалар, тәрбиәселәр милли кейемдәрҙә ихлас фотоға тѳштѳ. Кескәйҙәргә милли кейемдең матурлығы тураһында аңлаттылар. Уны ҡәҙерләп кейергә, һаҡларға кәрәклеген тѳшѳндѳрҙѳләр.
Һоҡландырҙы "Гүзәл"дең гүзәл ҡыҙҙары!
Милли кейем кѳнѳ "Гүзәл" туҡымалар салонынан ағылған дәртле башҡорт кѳйҙәре, салондың тышына ҡуйылған милли кейемдәрҙәге һындар, "Милли кейем кѳнѳ" тигән баннер иртә менән үк кешеләрҙең иғтибарын үҙенә тартты. Шул тирәнән үткәндәрҙең күҙен йәмләп, иғтибарын тартып ҡына ҡалманы, бик ҡыҙыҡһынғандары салонға инеп, был сара тураһында һорашып, ололар, йәштәр, кескәй балалар ѳсѳн тегелгән милли костюмдарҙы ҡарап, һоҡланыуҙарын белдереп сыҡты. Тѳрлѳ милли биҙәүестәр, кейемгә заказ биргән кешеләр ҙә байтаҡ булды.
"Гүзәл" салонының хужабикәһе Резеда Сайдарова һәм уның хеҙмәткәрҙәре һатып алыусыларҙы милли кейемдә хеҙмәтләндерҙе. Бынан тыш, салон янында барыһы ла ихласлап фотоға тѳштѳ. Йәштәр үҙәгенең "Ҡаһарман" хәрби-патриотик клубы етәксеһе Илнур Әхмәтшин дә ошонда тектереп алған костюмында уҡ, ян тотоп фото тѳшѳүселәр менән бергә булды. Күтәренке байрам кәйефе кѳн буйына дауам итте.
Рәсимә СӘЛИХОВА, Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА. Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА фотолары.
Читайте нас: