Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Декабрь 2020, 17:40

Сәнғәт һәм гүзәллек донъяһы

Белорет картиналар галереяһының 40 йыллығы “Галерея дуҫтарын йыя” тип исемләнгән тантаналы сара менән билдәләнде.

Теүәл ҡырҡ йыл элек рәссам Юрий Байбордин менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең партия ойошмаһы секретары Любовь Телятникова, художество күргәҙмәләре ойоштороу өсөн картиналар галереяһын асыуҙы һорап, ҡала етәкселегенә мөрәжәғәт итә һәм ҡалабыҙҙа Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып картиналар галереяһы асыла.
Хәҙерге көндә бында рәссамдарҙың ижад емештәренән торған күргәҙмәләрҙән тыш, әҙәби-музыкаль кисәләр үтә, тѳрлѳ осрашыуҙар ойошторола. Шулай уҡ “Инклюзив музей” республика акцияһы сиктәрендә һаулығы буйынса мѳмкинлектәре
сикләнгән балалар менән эшләйҙәр. Коронавирус эпидемияһына бәйле сикләүҙәр ваҡытында ла галерея хеҙмәткәрҙәре онлайн рәүештә төрлө саралар үткәргән.
Юбилей сараһы Картиналар галереяһы асылыуға төп өлөш индергән Юрий Константинович (мәрхүм) менән Любовь Александровнаның видеоҡотлауынан башланып китте. Унан һуң ҡотлау һүҙе менән муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта сығыш яһаны. Ул галерея директоры Нина Горбатоваға (һүрәттә), экскурсовод Лидия Григорьеваға, музей ҡараусыһы Светлана Петуховаға, күргәҙмәләр эшмәкәрлеге буйынса белгес Ксения Полетавкинаға һәм музей предметтарын һаҡлау өсөн яуаплы Лилиә Яҡуповаға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин биш кешенән генә торған коллективтың шундай ҙур, ауыр эште алып барыуын, бигерәк тә пандемия осоронда халыҡтың кәйефен күтәреү, яҡшы уйҙар менән биләү маҡсатында онлайн оҫталыҡ дәрестәре үткәреүҙәрен, уларҙы ҡараусылар һанының 100 меңдән артыуын билдәләп үтте. Галерея ветерандары Лилия Фартунова менән Алевтина Сулимованы мәҙәниәт идаралығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләгәндән һуң музыкаль күстәнәсен дә тапшырҙы.
Картиналар галереяһының күптәнге дуҫы Зәлифә Әғләмова сығышында Картиналар галереяһының үткәненә, атҡарылған эштәргә байҡау яһаны, хеҙмәткәрҙәрҙең яңы идеялар менән янып, бар күңелдәрен һалып эшләүҙәренә һоҡланыуын белдерҙе.
Сәнғәт белгесе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Павел Третьяков премияһы лауреаты Валентина Сорокинаның видеоҡотлауы яңғырағандан һуң “Рәсәй рәссамдар союзы” Бөтә Рәсәй ижади ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе Хәтип Фазыловтың ҡотлау телеграммаһы уҡып ишеттерелде.
Картиналар галереяһының элекке юбилей фотоларын ҡарап алғас, Магнитогорск рәссамдар союзы ағзаһы Марина Ищенконың, Николай Чебандың, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәренең видеоҡотлауҙары яңғыраны.
Һуңынан ҡотлау һүҙҙәре менән
Магнитогорск ҡалаһы рәссамдары, Учалы ҡалаһынан “Йәйғор”, “Учалы шәмсыраҡтары” күргәҙмә клубынан Рәмил Ғайсин менән Зөфәр Ғизитдинов, Белорет сәнғәт мәктәбе директоры Татьяна Лазарева, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Рәшид Мөхәмәҙиев, “Горница искуссниц” клубы ағзалары, Белорет металлургия комбинатынан Оксана Боровых, “Металлург” гәзите хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны.
Йыр-моң менән үрелеп барған юбилей сараһы “Палитра” фильмын ҡарау менән тамамланды.
Читайте нас: