Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Февраль 2021, 13:23

Музей - үҫеш юлында

Ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында Фән һәм технологиялар йылын асыуға арналған сара үтте.

Музей директоры Андрей Старков, сараны асыҡ тип иғлан иткәндән һуң, 8 февралдә Рәсәйҙә Фән көнө билдәләнеүен, бөтә кешелек донъяһының, шул иҫәптән Белорет еренең асыштар һәм яңы технологиялар менән бәйле булыуын әйтеп китте, ҡала кешеләренең технологиялар менән бәйләнеше тураһындағы презентация менән сығыш яһаны. Унан һуң мәҙәниәт идаралығы начальнигы урынбаҫары Татьяна Габова, компьютер мәктәбенең элекке уҡыусылары Полина (һүрәттә уңда) һәм Шамил Баҡыевтар телмәр тотто.
Музейҙа йыл дауамында Фән һәм технологиялар йылына арнап төрлө конкурстар, викториналар, күргәҙмәләр, тематик саралар уҙғарыласаҡ. Әле
ай аҙағынаса “Бында ваҡыт тиҙлеген кәметә…” тип аталған фотоаппараттар һәм видеотехника күргәҙмәһе эшләй.

Сара һуңында Андрей Николаевич киләсәктә музейҙы халыҡ-ара кимәлгә сығарыу йәһәтенән атҡарыласаҡ эштәр, идеялары менән бүлеште, уның заман талаптарына ярашлы итеп үҙгәртеләсәге тураһында әйтеп үтте. Был эшкә Хазанкин мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм Германия, Африка, АҠШ, Франция һәм башҡа сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ йәлеп ителәсәк. Бөгөнгө көндә экспонаттарҙы һанлаштырыу эштәре бара. Тиҙҙән музейҙа виртуаль сәйәхәт итеү мөмкинлеге булыуы көтөлә.
Читайте нас: