Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Март 2021, 17:00

Ҡышты күңелле оҙаттыҡ

Ҡаланың Металлургтар майҙанында “Киң Масленица” - ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу байрамы үтте. Күтәренке кәйеф, йыр-моң, бейеүҙәр хакимлыҡ иткән көндә һауа торошоноң да салт аяҙ, ҡояшлы булыуы байрамға тағы ла йәм өҫтәне.

Балалар төрлө аттракциондарҙа, күңелле конкурстарҙа ҡатнашып күңел асһа, теләгәндәр егелгән ат санаһында ҡала урамдары буйлап сәйәхәт итте, шәхси эшҡыуарҙар тәҡдим иткән ҡоймаҡ, бәлештәр менән эҫе сәй эсеү, тәмлекәстәр менән һыйланыу мөмкинлеге лә булды.
Байрам сараһы театрлаштырылған тамаша менән башланып китте. Белореттарҙы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Кирилл Егупов ҡотланы.
- Көнсығыш славяндарының халыҡ календарында был байрам ҡыш менән яҙ сигенә һыҙыҡ һыҙа. Йәғни, беҙ бөгөн ҡышты оҙатабыҙ. Ҡыш ыжғыр елдәре, бурандары, үтә күп ҡарлы булыуы менән иҫтә ҡалыр. Нисек кенә булмаһын, ул беҙҙең менән хушлаша. Һалҡын, ҡарлы ҡыш менән бергә һеҙҙең ауырлыҡтар, михнәттәр, күңелһеҙлектәр бергә китһен. Ә яҙ бөгөнгө ҡояшлы көн кеүек матур кәйеф, изгелектәр, бәхет һәм ҡыуаныстар ғына алып килһен. Тормошоғоҙ өҫтәлдәрегеҙҙәге ҡоймаҡтар ише татлы булһын, - тине Кирилл Владимирович.
Ҡала Мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр коллективтарының йыр-бейеүҙәре менән дауам иткән, йылдағыса төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән байрам Масленица ҡарасҡыһын яндырыу менән тамамланды.

Читайте нас: