Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март 2021, 16:05

Матурлыҡҡа ғашиҡ оҫталар

Ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында декоратив “Лада” клубы дуҫтарын йыя” исемле күргәҙмә асылды.

Ай дауамында барасаҡ күргәҙмәлә үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында 2017 йылдан эшләп килгән “Горница искусниц” ижади берекмәһе ағзаларының ҡул эштәре ҡуйылған. Ҡурсаҡтар, бәйләнгән, сигелгән, тегелгән, сәйләндән эшләнгән төрлө әйберҙәр, биҙәүестәр, картиналарҙың һәр ҡайһыһы һоҡланыу тойғоһо уята, матурлыҡҡа, сәнғәткә ғашиҡ кешеләрҙең оҫталығы хайран итә.
Күргәҙмәлә ете авторҙың һәм уларҙың уҡыусыларының уҙған йылдан бөгөнгө көнгәсә эшләгән ҡул эштәре ҡуйылған. “Горница искусниц”та шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң олоһо 80 йәште уҙған булыуына ҡарамаҫтан, бер генә оҫталыҡ дәресен дә ҡалдырғаны юҡ. Пандемияға бәйле сикләүҙәр барышында онлайн-дәрестәр үткәрҙек. Был осорҙа фәрештә-ҡурсаҡ, Еңеү көнөнә төйрәместәр, городецкий биҙәген эшләргә өйрәндек. Оҫталыҡ дәрестәрен үҙебеҙҙең “Бәйләнештә” селтәрендәге “Йәмле китапхана” төркөмөнә һалып барабыҙ. Бында шөғөлләнгәндәрҙең күбеһе оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, гаджеттар менән оҫта ҡуллана белә. Хаҡлы ялдағы буш ваҡыттарын файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәрә оҫтабикәләребеҙ, - ти балалар китапханаһының “Лада” клубы етәксеһе Виктория Касанова.
Күргәҙмәне асыу сараһында мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин, музей директоры Андрей Старков, “Горница искусниц” ижади берекмәһе етәксеһе Татьяна Булавина сығыш яһап, матурлыҡ өләшеүселәргә рәхмәттәрен белдерҙе. Йәштәрҙең ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре Илнур Әхмәтшин менән Максим Субботин дәртле йырҙарын бүләк итте.
Читайте нас: