Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Май 2021, 10:45

Сығыштары таң ҡалдырҙы

Бер көн Йөйәк ауылының Интернеттағы төркөмөнә иғлан ебәрҙеләр: “Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә саҡырабыҙ!”.

Яҙмаға матур ғына видеосаҡырыу ҙа өҫтәгәндәр. Быларҙы күргәс, инде нисә йылдар буйы мәҙәниәт йортһоҙ йәшәгән ауыл халҡында йыр-моңға, сәхнә тамашаларына ҡарата һөйөү һүрелмәгән әле, тип ҡыуандым һәм спектаклде ҡуйған ҡатын-ҡыҙҙар пьесаның авторы күтәргән бөгөнгө көндөң иң сетерекле проблемаларын, ҡатын-ҡыҙҙың тормошобоҙҙағы роле хаҡында фәлсәфәһен тулы кимәлдә, түкмәй-сәсмәй еткерә алырҙармы, көслө характерлы, бер-береһенән ҡырҡа айырылған, тәрән образдарҙы аса алырҙармы тигән ҡыҙыҡһыныу уянды. Спектакль булыр көндө түҙемһеҙләнеп көтөп йөрөнөм.
Бына мәктәптең икенсе ҡатында сәхнә итеп биҙәлгән коридорҙың осон күргәс, тамашаға ныҡлы әҙерләнгәндәренә инандым. Һәм шулай булды ла: сәхнә биҙәлешен еренә еткереп, һәр бер декорацияһын үҙ урынына ҡуйған аҡтау аҫты һәм оҙоной буйҙарында йәшәгән Йөйәк һылыуҙары үҙҙәре уйнаған роленең яҙмышын энәһенә-ебенә тиклем төшөнөп, күңел торошон һиҙеп, эсендә ҡайнаған хистәрен тойоп, башында шаулаған, тынғы бирмәгән уйҙарының ауырлығын аңлап уйнанылар. Уйнанылар тип әйтһәм, хатта яҙыҡ булыр, сөнки уларҙың сәхнәлә үҙҙәрен тотошо, образдарҙың ҡыланыштарын һынландырыуы шундай тәбиғи булды. Әйтерһең, әҫәр геройҙары палатала үҙ тормошо менән йәшәй, ә беҙ яңылыш ҡына ошо ваҡиғаларҙың шаһиты булғанбыҙ... Эйе, уйнаманылар, ә йәшәнеләр!
Шығырым тулы халыҡ сәғәт ярымға тетрәндергес, һиҫкәндергес, тәрән уйҙарға батырған, ваҡыты менән көлдөрөп тә алған ваҡиғалар, хистәр, кисерештәр иленә сумды.
Нисә ҡатын - шунса яҙмыш: кемдер инде һигеҙенсе балаһын тапһа ла беренсеһенә килгәндәй ҡыуана, кемдер йылдар буйына көткән берҙән-бер балаһын ҡулына алып һѳйѳнә; берәүһе үҙе өсөн генә тапҡан балаһын ҡосағынан ысҡындырмай; етеш, иркен йәшәгән аҡсалы ханым бәләкәсен күкрәк һѳтѳнән мәхрүм итеп, унан баш тартырға йыйына. Ә инде күрше гинекология бүлегендә дауаланған, ҡасандыр аборт эшләтеп, хәҙер бала табыу мөмкинлегенән мәхрүм бисара
ҡатын ошо бәпәйҙе алып ҡайтам, тип үҙәкте ѳҙә...
Һигеҙ бала әсәһе ролен башҡарған Минзилә Атауллина үҙен тәбиғи тотоуы, шул ҡәҙәр оҫта уйнауы менән таң ҡалдырҙы һәм илатҡансы көлдөрөп,
тамашасы һөйөүен яуланы. Валентинаны уйнаған Фирүзә Солтанова ысын артисткамы ни! Буй-һыны, төҫкә матур булыуынан ғына сығып әйтмәйем, ә күҙҙәрендә янған осҡондары менән тамашасыларҙың күңеленә ут һала алыуынан, арбай алыу һәләтенән шулай тим. Ә инде Алтынсәсте уйнаған Алһыу Зәйнәғәбдинованың бишек йыры күңелдәрҙең әллә ниндәй ҡылдарын сиртеп, бар булмышыбыҙҙы тулыландырып, аңлатып бөткөһөҙ күҙ йәштәре менән урғылып сыҡты. Спектакль һуңынан хатта халыҡ тағы ла берҙе ошо йырын башҡарыуын һораны. Ҡаты бәғерлелеге, йѳрәк ярып сыҡҡан балаһына ҡарата битарафлығы менән тамашасыны тетрәндерергә мәжбүр иткән ҡатмарлы ролде - Дилемманы уйнаған Нурсилә Шаһисолтанова ла үҙ образын тулыһынса асыуға иреште. Айзара Әхәтовна һәм исемһеҙ ҡатынды уйнаған Гәүһәр Рәхмәтуллинаның талантына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Бына ул тәүәккәл, барыһын да аңларға һәләтле, сабыр һәм тыныс холоҡло табип һәм бер нисә минуттан йәшлектәге хатаһы арҡаһында бала һөйөү бәхетенән мәхрүм ҡалған меҫкен, йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан һәм хатаһын нисек тә булһа төҙәтеү юлдарын эҙләгән ҡатын. Ул тубыҡланып китеп илағанында зал бергә ҡушылып иланы...
Баш табипты уйнаған Гөлназ Иҡсанова ла геройын итәғәтле, яуаплы, тәрбиәле итеп күрһәтергә өлгәште. Нәркәс Рәхмәтуллина ла тәү ҡарамаҡҡа ҡатыраҡ булып күренгән Нина исемле шәфҡәт туташының хисле, йомшаҡ күңелен күрһәтә алды. Дилемманың ҡәйнәһе ролен уйнаған ҡара күҙлекле, париклы Земфира Риянованы танырлыҡ та түгел ине. Әйтерһең, сәхнә өсөн генә тыуған.
Өфөнән ҡунаҡҡа килгән Әлфиә апай, спектаклде ҡарағандан һуң сәхнәлә балҡыған йондоҙҙарыбыҙҙан, әллә әйткән һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнөп, һәр өнөн еренә еткереп әйтеүҙәренән сығыпмы, әллә уларҙың үҙҙәрен шундай кимәлле итеп тотоуҙарына һоҡланыпмы: “Һеҙ бөтәгеҙ ҙә уҡытыусылармы?” - тип һорап ҡуйған. Ә улар: “Юҡ, беҙ бөтәбеҙ ҙә хужабикәләр. Минзилә апай ғына эшләй,” - тип яуаплаған.
Күңелдәргә бер инеп оялаған сәнғәткә һөйөү, матурлыҡҡа ынтылыш хужабикәләрҙе лә сәхнәгә сығарыр, ғаилә, йорт мәшәҡәттәрен бер аҙға онотторор, көн дә өсөшәр-дүртешәр сәғәт репетицияларға йөрөтөр көскә эйә тойғо ул. Һәм барыһы ла ауыл халҡының күңеленә рухи аҙыҡ бирер өсөн, уларҙың йөрәктәренә осҡон сәсер өсөн...
Бер аҙна эсендә ошондай матур тамаша ҡуйып, беҙҙең кисебеҙҙе йәнләндергән, йәмләндергән Йөйәк һылыуҙарының тырышлығына, талантына һоҡланам һәм бөтә ауыл халҡы исеменән оло рәхмәттәремде еткерәм! Артабан да һеҙгә илһамлы ижад итеп, Йөйәк ауылында ла халыҡ театры булдырып ебәрергә мөмкин.
Динә СОЛТАНОВА,
Йөйәк ауылы.
Читайте нас: