Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Июнь 2021, 16:05

Гөрләп уҙҙы Ағинәйҙәр һабантуйы!

Башҡортостан райондарында яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас, шаулап-гөрләп һабантуйҙар уҙа, ялан батырҙарын данлайҙар, тип хәбәр итә торғайнылар элеккерәк замандарҙа радио-телевидениенан, гәзиттәрҙән. Хәҙерге ваҡытта күп кенә райондарҙа бер генә бөртөк иген культуралары сәсмәһәләр ҙә, шаулатып һабан туйҙары уҙғаралар, ҡала предприятиелары алдынғыларын бүләкләйҙәр. Игенсе һөнәре тарихта ғына ҡала бара һымаҡ...

Яҙғы баҫыу эштәренә ҡағылышы бөтөнләй тиерлек булмаһа ла, Һабантуй оло байрамға әүерелде. Был көндө ауыл халҡы ғына түгел, ҡаланыҡылар ҙа бик көтөп ала. Бигерәк тә быйыл, сөнки билдәле сәбәптәр арҡаһында былтыр халыҡ был байрамдан мәхрүм ҡалғайны. Быйылғы һабантуйҙар райондарҙа ғына түгел, хатта ҡалаларҙа ла уҙғарыла башланы. Беҙҙә Сосновка ауылында 7 июнь көндө бик үҙенсәлекле Ағинәйҙәр һабантуйы булып үтте. Алдан көнөн тәғәйенләгәндә, оҙаҡ көттөрөп килгән ямғырҙар яуа ине. Тик Сосновка ағинәйҙәре уҙғарыласаҡ байрам көнө аяҙ, ҡояшлы булырына һис тә икеләнмәне һәм шикләнмәне. Сөнки улар, үҙҙәренең изге юлдан барыуҙарына инанып, байтаҡ йылдар һынап бөткән - асыҡ һауала, тәбиғәт ҡосағында атҡарыласаҡ эштәренә көн торошо ла ҡамасау итмәй, ямғырҙар туҡтап ҡала. Быларҙың буш һүҙ түгел икәнлеген дәлилләп, иртәгеһенә, 8 июнь көнө йәшенләп, ҡойма ямғыр яуҙы.
Бындай ҙур сараның һуңғы өс ай эсендә өсөнсө тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, Сосновка ағинәйҙәре, һәр ваҡыттағыса, үҙҙәренең тынғы белмәҫ етәкселәре Земфира Кәримованың яңы идеяһын хуплап ҡаршы алдылар. Һабантуйҙа ҡатнашырға Сосновка зонаһына ингән Рысыҡай, Үткәл һәм Үҙәнбаш ауылдары ағинәйҙәре ҙур теләк белдерҙе. Ҡунаҡҡа шулай уҡ Белореттан район-ҡала ағинәйҙәре етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьянова, яңы ғына төҙөлгән “Белорет башҡорттары” йәмәғәт ойошмаһы етәкселеге һәм ағзалары, шәхси эшҡыуарҙар Айгөл Вәлиева, Эльвира Мусина, Гөлгөнә Бадалова һәм Резеда Сайдарова килде. Алғараҡ китеп әйтеп үтеү кәрәктер, уларҙың һәр ҡайһыһы, аш табыны ваҡытында, үҙҙәренең сығыштарында бындай ҡорҙоң халҡыбыҙ өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын, киләсәк быуынға яҡшы йоғонто яһауын һәм тәрбиә биреүен, эскелеккә, эшһеҙлеккә ҡаршы көрәштең бер төрө икәнлеген теркәп үтте. Айгөл Вәлиева киләсәктә “Белорет башҡорттары” йәмәғәт ойошмаһының район ағинәйҙәре менән берлектә эшләргә, хеҙмәттәшлек итергә теләген белдерҙе һәм үҙенең күп кенә файҙалы кәңәштәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе.
“Ағинәйҙәр ойошторған саралар бихисап, әммә Ағинәйҙәр һабантуйы беренсе тапҡыр үткәрелә. Был һабантуйҙа оло йәштәге апайҙар ҙа, йәш балалар кеүек, ихлас уйнаны, йырланы, бейене. Былай оҫта итеп тик Ҡарағайлы ағинәйҙәре генә ойоштора ала. Уларға һәм етәкселәре Земфира Шәйхитдин ҡыҙына оло рәхмәтемде белдерәм. Был коллектив татыулыҡ, берҙәмлек, дуҫлыҡ өлгөһө булып тора. Хужабикәләрҙең яулыҡтарын сөйә бәйләп, бер төҫтә генә еңел күлдәктәрен
кейеп, һәр береһен асыҡ йөҙ, матур һүҙ менән ҡаршы алыуҙары күңелдәргә хуш килде,” - тип әйтеп уҙҙы үҙенең сығышында Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы.
Мәүлит КӘРИМОВ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Автор фотолары.
Тулы материалды гәзиттең 47-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: