Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июль 2021, 16:00

Күңеленә яҡан шѳғѳл тапҡан

Ҡалалағы Картиналар галереяһының ҙур залында Бөтә донъя фольклориадаһына арналаған “Этно” халыҡ-ара проекты, ә бәләкәй залында Александр Ефимовтың “Тормош дауам итә” исемле күргәҙмәләре асылды.

“Этно” күргәҙмәһендә (кураторы Рәсәйҙең рәссамдар союзы ағзаһы, Межгорье ҡалаһының сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Виталий Шаповалов) 35 авторҙың 80-дән ашыу эше ҡуйылған. Этнографик темаға арналған картиналар биҙәү-ҡулланма, һынлы сәнғәт, графика, башҡа тѳрлѳ заманса сәнғәт алымдары ҡулланып эшләнгән.
“Тормош дауам итә” күргәҙмәһенең авторы Александр Константинович Ефимов сейләндән ижад иткән эштәрен һигеҙенсе тапҡыр халыҡ хөкөмөнә сығара. Ҡаланан тыш, уның күргәҙмәһе Ѳфѳлә, Ҡағы һәм Үҙән ауылдарында булып ҡайтҡан.
Түҙемлек, тырышлыҡ талап иткән ижади шөғөлгә тотонорға тормошондағы күңелһеҙ ваҡиға сәбәпсе була - 2016 йылда табиптарҙың вайымһыҙлығы арҡаһында бер аяҡһыҙ ҡала. 57 йәшендә, йүгереп йөрөп эшләр сағында, бәхетһеҙлеккә тарып, артабанғы тормошо өсөн уйланып ултырғанында, һеңлеһе сейләндән йыйған бәләкәй генә иконаны алып килә. Был эш унда ҡыҙыҡһыныу уята һәм ул үҙ ҡулдары менән ошондай уҡ картинаны йыйып ҡарарға була. Шулай итеп, бер ай эсендә әсә һәм бала төшөрөлгән “Наҙлылыҡ” исемле беренсе картина әҙер була. Әлеге көндә уның ошо техниканы ҡулланып яһалған 100-ҙән ашыу эше иҫәпләнә.
- Иң ауыры - 30-ҙан ашыу төҫ булған, 40 меңдән ашыу быяла мәрйен бөртөгөнән картиналарҙы йыйыу. Сейләнде Интеренет аша яҙҙырып алам. Улай осһоҙораҡҡа төшә. Картиналарҙы бер ай самаһы, тиҙерәк тә йыйған саҡтарым бар. Был кәйефтән дә, уларҙың ҡатмарлығынан да тора. Миңә буш ваҡытымда шөғөлләнер, яратҡан хобби-эшем булыуы мѳһим. Башҡаларға оҡшағас, тағы ла дәртләнеп, яңынан-яңы эштәргә тотонам, - ти Александр Константинович.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында музей директоры Нина Горбатова белореттарҙы яҡташтарының эштәре һәр ваҡыт нығыраҡ ылыҡтырыуын һәм шатландырыуын билдәләп үтте, авторға артабан да күңел күтәренкелегендә йәшәүен һәм ижад итеүен теләне. Ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Рәшит Гәрәев, 16-сы мәктәптең һынлы сәнғәт уҡытыусыһы, рәссам Ирина Волкова, Картиналар галереяһының күргәҙмәләр буйынса белгесе Ксения Полетавкина, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Татьяна Лазарева Александр Ефимовтың рухи яҡтан көслө булыуына һоҡланыуын белдерҙе, тормошҡа шатланып йәшәүенә һәм башҡаларҙы уға өйрәтеүе өсөн рәхмәт әйтте.
Сара барышында Анна Хафизова етәкселегендәге “Рябиновые бусы” ансамбленең музыкаль номерҙарҙы яңғыраны.
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: