Юлбарыҫ костюмында, башҡа әкиәт геройҙары булып кейенгән олоһо ла, кесеһе лә Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар менән бергә муниципаль район хакимиәте бинаһы алдына йыйылды. Унан ҡаланың үҙәк урамдары буйлап, юлда осраған кешеләргә яҡшы кәйеф өләшеп атланы.
Парадтың тәүге туҡталышы - Ҡаланың картиналар галереяһы эргәһендә бергәләп "уттар" ҡабыҙғас, дәртле көйҙәр аҫтында тарихи-крайҙы өйрәнеү музейына юлландылар. Музейҙа, ҡала символы - ҡалансала төрлө төҫтәге гирляндаларҙы ҡабыҙғас, Металлургтар майҙанына "Донъя буйлап Яңы йыл атлай" Ҡала шыршыһын асыу тантанаһына йыйылдылар.
Байрамға килгән халыҡты муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ҡотланы: "Бына еңел булмаған һәм ҡатмарлы 2021 йыл да аҙағына яҡынлаша, күбебеҙ байрам мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Бөгөнгө көндән йөрәгегеҙгә ҙур бәхет "керһен" һәм уны өйөгөҙгә алып ҡайтығыҙ. Ул һеҙҙең барлыҡ проблемаларығыҙҙы, кәйефегеҙҙе төшөргән ваҡ мәшәҡәттәрегеҙҙе юҡ итһен. Киләһе йыл һәр кемегеҙгә бәхет алып килһен һәм бәхетле минуттарығыҙ күберәк булһын. 2022 йылда ҡалабыҙға 260 йыл тула. Юбилей уңайынан Белоретты тағы ла матурыраҡ итеү һәм бында йәшәгән халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырыу йәһәтенән бик күп эштәр эшләргә йыйынабыҙ", - тине Андрей Иванович.
Ҡала хакимиәте башлығы Кирилл Егупов үҙ сығышында кешеләрҙең һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашығыуын, ваҡыттың көндән-көн тиҙлеген арттыра барыуын билдәләне һәм һәр нәмәнән матурлыҡ табып йәшәргә, яҡындарға йылы һүҙ йәлләмәҫкә өндәне, барыһын да яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.
Байрам барышында "Иң яҡшы Юлбарыҫ" костюмына йомғаҡ яһалды һәм төп бүләк 3 йәшлек Саша Череповҡа бирелде. Шулай уҡ конкурстың иң бәләкәй ҡатнашыусыһы бер йәшлек Яков Диченкоға Диплом һәм йомшаҡ уйынсыҡ тапшырылды.
Ҡала мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр коллективтарының йырмоңдары, бейеүҙәре менән үрелеп барған сара байрамса фейерверк менән тамамланды. Көндөҙ балалар өсөн спорт уйындары ойошторолдо.