Яңы йыл һәр кемдең көтөп алған байрамы. Уҫманғәле ауылында ла йылдағыса урамда шыршы ултыртып, биҙәлде. 31 декабрь көнө шыршыны асыу тантанаһы үтте. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Мәскәй әбей шыршы янында төрлө уйындар ойошторҙо. Балалар шиғырҙар һөйләне, йырланы, бейеп күңел асты. Ҡыш бабай яңы йыл бүләктәрен, тәм-томдарын таратты. Яңы Юлбарыҫ йылы яҡынлашыуын белдертеп, Алтынбаевтар фейерверк аттырҙы.
Ата-әсәләр исеменән байрамға тиклем әҙерлек эштәрен башҡарған, яңы йыл шыршыһын килтереп ултыртып, биҙәгән ауылдаштарыбыҙ - Рәмил Исламовҡа, Зәбир Шәрәфитдиновҡа, Ғәле Әхмәтовҡа, Илшат Даньяновҡа, Айназ Салауатовҡа һәм дә байрамды үткәргән Кәримә Исламоваға, Илшат Салауатовҡа, Нәркәс Баһаутдиноваға һәм дә был сараны ойоштороуға ярҙам иткән ауылыбыҙ старостаһы Самат Бәхтиәровҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәм.
Гүзәлиә Даньянова.