Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Ғинуар 2022, 11:19

Асыла Шыршы байрамы

Асы ауылы мəҙəни саралар менəн ҡайнап йəшəй.

Асыла Шыршы байрамы
Асыла Шыршы байрамы

Халыҡ əүҙем, дəртле, моңло булғанға күрә төрлө концерт һəм конкурстар ойоштороу һис ауырлыҡ тыуҙырмай. Уҙған йылдың һуңғы көнөндə лә ауыл мəҙəниəт йортонда Шыршы байрамы гөрләп үтте.

Байрамды ойоштороусы мəҙəниəт хеҙмəткəрҙəре Йəмилə Сəлимйəнова менəн Рафаил  Сəлихов тамашасыларҙы Яңы йыл менəн ҡотлап, изге телəктəр телəп ҡаршы алды. Артабан əкиəт геройҙары ҡатнашлығында байрам күңелле дауам итте. Мəсекəй әбей ролен  Клара Ғайсина, Сəриә Шəрəфетдинова (Үгеҙ), Алһыу Мостафина менəн Рита Шəйхетдинова (Ҡуяндар), Ғəлиə Йосопова (Ҡарһылыу), Зөлфир Шəйхетдинов (Ҡыш бабай) үҙ ролдәрен бик оҫта итеп, килештереп уйнанылар. Ҡыш бабай менəн Ҡарһылыу бүлəктəр тапшырһа, əкиəт персонаждары балаларҙы мөғжизəле сəйəхəткə саҡырҙы. Асы ауылы хакимиəте башлығы Венер Йосопов үҙ сығышында үткəн йылға йомғаҡ яһаны һəм килəһе йылға эшлəнəсəк эштəр менəн таныштырҙы, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән тәбрикләне, Ҡыш бабай һəм Ҡарһылыуҙар парадында ҡатнашыусыларға Дипломдар һəм иҫтəлекле бүлəктəр тапшырҙы.

Ауылыбыҙҙың моңло һандуғасы Фəриҙə Ноғоманова “Онотолор  тимə”, “Бар ғүмер” исемле йырҙарын бүлəк итһə, Рафаил Сəлихов баянда бейеү көйҙəрен уйнаны, “Лəйсəн” бейеү ансамбле сығыш яһаны. Маскарад кейемдəре кейгəн балалар, өлкəндəр йырлап-бейеп күңел асты, һəлəттəрен күрһəтте, истəлеккə фотоға төштө, төрлө уйындар уйнап күңел асты, Ҡыш бабайҙан бүлəктəр алып ҡыуанды. Ғөмүмəн, Ҡыш бабай бер кемде лə бүлəкһеҙ ҡалдырманы. Байрам күңелле йыр, бейеүҙəр, дискотека менəн тамамланды.

Кисəне ойоштороуҙа ярҙам иткəн Береш ауылы эшҡыуары Фəтхислам Ғəйнетдиновҡа бөтə ауыл халҡы исеменəн рəхмəтебеҙе  белдерəбеҙ. Уға эшендə уңыштар,  һаулық, ғаилə бəхете телəйбеҙ.

Зəлиə Байегетова,

Ассы ауылы.

 

Автор:
Читайте нас: