Кәрәк саҡта бер-береһе менән төҫлө тауар киҫәктәре менән алмашып, төрләндереп эшләр булғандар. Милли биҙәктәр менән һуғарылған ижад өлгөләрен күпселек осраҡта Һабантуйҙарҙа, күргәҙмәләрҙә күрергә булһа, һуңғы йылдарҙа ҡорама ҡороу эшен ағинәйҙәр ҡайтанан йәнләндереп ебәрҙе. Рысыҡай ауылында үткән “Ҡорама байрамы”ның да төп маҡсаты булып, сабый балаға “бетеү күлдәге” һәм юрғаны тегеп күрһәтеү һәм яҡын тирәләге ауылдарҙан килгән ағинәйҙәр менән фекер алышыу, үҙ белгәндәре менән уртаҡлашыу торҙо.
Байрам сараһында Үткәл, Үҙәнбаш, Хөсәйен ауылы ағинәйҙәре, ауылдаштары, яҙыусы Фәриха Вәлиуллина, “Гүзәл” туҡымалар салоны етәксеһе Резида Сайдарова һәм башҡалар ҡатнашты.
Саҡырылған ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү менән ҡаршы алғас, боронғоса һолонан ғына эшләнгән, күпереп торған буҙанан ауыҙ иттерҙеләр. Уны әҙерләү ысулы һәм серҙәре менән Рәйфә Хәлитуллина уртаҡлашҡас, барыһын да “Башҡорт өйө” менән танышырға саҡырҙылар.
Беренсе ҡунаҡтарын ҡабул иткән “өй” клубтың элекке ҡаҙанлыҡ бүлмәһендә урынлашҡан. Ҡасандыр янғын булған бүлмәгә косметик ремонт эшләп, бер ай эсендә генә ауыл халҡы менән берлектә 150-ләгән ҡомартҡы - экспонат йыйғандар. Бында ысын мәғәнәһендә боронғо тормош-көнкүрештә ҡулланылған барлыҡ әйберҙәр тупланған (боронғо янсыҡтар, патифон, һандыҡ, самауыр, сәңгелдәк, майшәм, тирмән, йөн иләгес, ылаш, батман, септә, кәзә тараҡтары, ағас сана, дөңгөр һәм башҡалар). Рысыҡай ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Хәлимә Әфләтүнова уларҙың һәр ҡайһыһы менән ентекләп таныштырҙы. Фәриха Нәҙербай ҡыҙы “Башҡорт өйө”нә Рысыҡай ауылы шәжәрәһен, Үткәл ауылы ағинәйҙәре ҡорама түшәк, Резида Рәфҡәт ҡыҙы ҡорамалыҡ туҡыма бүләк итеп рысыҡайҙарҙы ҡыуандырҙылар. Унан һуң барыһы ла клуб эсенә, “Ҡорама байрамы”на рәхим ҡылды.
- Өләсәй, өләсәй, әсәйем бөгөн бәпес алып ҡайта, һеңлем тыуған, - тип ҡыҙ бала өләсәһенән һөйөнсө һорай. Ҡәйнә кеше тиҙ арала килендәрен йыйып, йәш сабый балаға иң тәүге “бетеү күлдәген” тегергә өмәгә йыйып ала. Күлдәкте теккән арала ҡораманан тегелгән бетеү күлдәкте сабыйҙы көн дә һыу ҡойондорған һайын кейҙереүҙәре, күлдәк өсөн ҡораманың әбей-бабайҙарҙың иҙеүҙәренән, яғаларынан уйып алынған тауар киҫәге булырға тейешлеге, бетеү күлдәкте ташларға ярамауын, уның кешене һаҡлау көсөнә эйә булыуы тураһында һөйләнеләр.
- Беҙҙең яҡ башҡорттары элек балаға ғүмер теләп, өс төрлө ҡорама күлдәк теккән. Уның тәүгеһе өс төрлө ҡорама тауарҙы ҡоршап, икенсеһе ете төрлө һәм өсөнсөһө ҡырҡ төрлө ҡораманан торған булған. Был күлдәктәрҙе, баланан ҡалғас, ағын һыуҙа ағыҙыу йолаһы булған. Беҙҙең яҡтарҙа уны аҙаҡ туҙғансы эткә кейҙергәндәр, тип тә әйтәләр, - тип аңлатып үтте ағинәйҙәр.
“Бетеү күлдәген” тегеү тамам булғас, ағинәйҙәр уҡыусы ҡыҙҙар менән балаға өсмөйөшлө ҡорамаларҙан юрған әҙерләргә кереште. Инәйҙәр баланы яман күҙҙән, ен-пәрейҙән, ауырыуҙарҙан һаҡлаған бетеүле юрған теккән арала, ҡыҙҙар бейеп күңел асып алды.
Бар эштәр тамам булғас, килендәр ҡәйнәләре менән “Ҡорама бейеүе”нә төштө. Уларҙың өҙҙөрә баҫып, дәртле бейеүҙәренә шаһит булғандар “әртистәрең ары торһон”, тигәндер. Шул тиклем оҫта, килешле ине хәрәкәттәре!
“Өләсәйҙән ҡалған мираҫ -
Сигеүҙәр, ҡорамалар…
Һәр биҙәге нур һибә шул -
Ах, оҫта, алтын ҡулдар!
Күңел биреп ҡорама ҡорам,
Әйтерһең йәйғор һуҙам.
Үҙемә булһа йыуаныс,
Халҡым ҡарап ҡыуаныр.
Халҡымдың был шөғөлөн
Һис ҡасан онотмайыҡ.
Матур биҙәктәр тыуҙырып
Милләт ҡотон һаҡлайыҡ!” - тигән шиғыр юлдары менән тамамланды байрам.
Байрам ахырына еткәс тә, ағинәйҙәр таралышырға ашыҡманы, милли кейемдәр, түшелдеректәр тегеү серҙәре, боронғо йолаларыбыҙ, киләсәктә бергәләп эшләйһе эштәр тураһында бик оҙаҡ ҡына фекер алыштылар. Хөсәйендәр үҙҙәренең бейеүен бүләк итте, Үҙәнбаш ағинәйҙәре рәхмәт әйтеп, рысыҡайҙарҙың уларға өлгө күрһәтеүен билдәләне, Үткәлдән Фәрзәнә Хәйбуллина үҙе яҙған шиғырҙы уҡып ишеттерҙе:
Борондан килгән йола бар -
Ҡунаҡтарға йөрөшөү.
Донъя хәлдәрен һөйләшеү,
Хәл-әхүәлдәр белешеү.
Үткәл менән Рысыҡай,
Татыулыҡта йәшәгән.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар булып,
Улын, ҡыҙын йәрәшкән.
Ярты Үткәл килендәре
Рысыҡайҙан төшкәндәр.
Үткәлемдең егеттәре
Уларҙы хуп күргәндәр.
Һәр саҡ шулай бергәләшеп,
Йәшәйек бер туғандай.
Гөрләтеп донъя көтәйек,
Барыбыҙ ҙа, туғандар.
Рәхмәт саҡырыуығыҙға,
Беҙҙе хөрмәтләгәнгә.
Бына шулай күңел асып,
Уйнағанға, көлгәнгә, - тип һүҙен тамамланы ул.
Һый-ниғмәттәрҙән һығылып торған өҫтәл артында тәмле сәй эскән арала “Якубович” килеп “Мөғжизәләр яланы” уйынын үткәреп, байрам менән ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы.
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА: “Ҡорамалар ул беҙҙең тарихыбыҙ, сөнки бала сағыбыҙ улар менән бәйле булды. Урындыҡтағы әрмәк ике яҡлап та ҡорамалы булды. Ниндәй генә төҫтәр юҡ ине унда! Шунда ултырып самауырҙан сәй эскәндә генә лә үҙебеҙгә рухи аҙыҡ алғанбыҙҙыр. Беҙҙең ағинәйҙәребеҙҙең ошо элеккеләрҙе, тарихыбыҙҙы тергеҙеп, йәш быуынға, балаларға тапшырыуы һоҡландыра. Улар йәштәргә бик ҙур үрнәк күрһәтә, йолаларыбыҙҙың, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең онотолоуына юл ҡуймай. Ҙур рәхмәт, уларға!
Резида САЙДАРОВА: “Ҡорама байрамы” минең өсөн бала саҡҡа сәйәхәт кеүек булды. Элек өләсәйемдең урындығы өҫтөндә һәр саҡ ҡорамалар ятыр ине. Мин шул биҙәктәрҙең һәр ҡайһыһын бармағым менән йөрөтөп ҡарап сыға инем. Ул ваҡытта шул тиклем сағыу төҫлө тауарҙарҙы ҡайҙан алғандыр, һәр бер төҫө әле булһа ла күҙ алдымда тора. Сара барышында матур хәтирәләргә бирелеп, үткәндәрҙе иҫләп ултырҙым”.