Бер быуаттан артыҡ ҡала йөҙөн йәмләп ғорур ҡалҡҡан башняны Белореттың үҙенсәлекле танытмаһы тиергә мөмкин. Ер-һыу күрә килгән ҡунаҡтарҙың береһе лә был тарихи ҡомартҡыны урап үтмәйҙер, моғайын. Өҫтәүенә, былтырҙан алып һыу һурҙырғыс башня экскурсиялар өсөн үҙ ишектәрен асты һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында кеше аяғы өҙөлмәҫ иң популяр урындарҙың береһенә әйләнде.
Ысынлап та, ситтән тамаша ҡылыу - бер, ә ҡоролма эсенә инеп, тарих төпкөлөнә күҙ һалыу бөтөнләй икенсе тәьҫораттар уята икән. Әйтерһең дә, ике быуатты сикләп торған семәрле ишектәр асылып китә лә, боронғо диуарҙарҙы телгә килтереп, ваҡыт тәгәрмәсе артҡа тәгәрәй...
Килеүселәрҙе ишек төбөнән үк ҡолас йәйеп шат күңелле “янғын һүндереүсе” ҡаршылай. Ошонда уҡ ҡоролманың ике метрлыҡ 3D-макеты ла урынлашҡан. Башняның киҫелеше рәүешендә күрһәтелгән өлгө арҡылы һыу һурҙырғыс ҡалансаның эшләү механизмына төшөнөргә мөмкин. Фотоһүрәттәрҙән торған йылъяҙма иһә дәүер ашатлаған ҡомартҡының төрлө йылдарҙағы торошон, ваҡиғаларын сағылдыра.
Ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәре Зилә Абзалованың ҡалансаға бәйле тарихты мауыҡтырғыс тасуирлауы экскурсияның мәртәбәһен генә арттыра. Был юлы ла, ана, Белорет балалар художество мәктәбе уҡыусылары ҡайһылай ҙа диҡҡәт биреп тыңлай.
- 1874 йылда немец эшҡыуары фабрикант Гуго Вогау Т. Пашков менән “Белорет заводы акционерҙар йәмғиәте” ойоштороп, суйын ҡойоу, руда табыу, тимер сыбыҡ етештереү менән шөғөлләнәләр. 1911-1913 йылда “Вогау һәм К” тарафынан Белорет тар колеялы тимер юлы, 1914 йылда сөй етештереү заводы һалына. Һыу һурҙырғыс башня иһә 1916 йылда тап ошо Сауҙа йорто хужаларының проекты буйынса төҙөлә. Ситтән килтерелгән сифатлы ҡыҙыл кирбестән эклектика стилендә һалынған был ҡоролмаға аҡса Белорет тимер етештереү заводы ҡаҙнаһынан бүленә. Күп ҡырлы, тәҙрәле ағас өҫҡорма (бельведер) менән тамамланған башняның бейеклеге 18 метрҙы тәшкил итә. Уның төп тәғәйенләнеше - ҡала быуаһынан һыу һурҙырып, Үрге биҫтәләге йорт-биналарҙы һыу менән тәьмин итеү.
Иң өҫтәге күҙәтеү майҙансығына янғын һүндереүсе нәүбәткә баҫҡан. Сөнки ул заманда нигеҙҙә ағас йорттарҙан торған ҡаласыҡта янғындар йыш күренеш булған. Бындай осраҡ өсөн ҡала шартлы рәүештә дүрт өлөшкә бүленгән. Ут сыға ҡалһа, хәбәр итеп, ҡаланың ниндәй өлөшөндә янғын, шул тиклем үк үгеҙ ҡыуығынан билдә йәиһә фонарь эленгән.
1956 йылдан алып башняның эше туҡтатылған... - тип тарих биттәрен байҡай Зилә Минһажитдин ҡыҙы.
Әйткәндәй, тарихи мәғлүмәт менән шулай уҡ бина эсенә беркетелгән QR-кодтар аша ла танышырға мөмкин.
Текә тимер баҫҡыстар буйлап күтәрелгән саҡта иғтибарҙы ҡанаттарын йәйеп ҡатып ҡалған өкө, диуарҙарҙа “аҫылынған” ярғанаттар йәлеп итә. Башняның был серле “эйәләре” уға ниндәйҙер мистик төҫмөр, хатта шомлолоҡ биргәндәй...
Иң өҫкө ҡат - бельведерҙың тәҙрәләренән бар донъя ус төбөндәгеләй күренеп тора. Бында иһә ҡырмыҫҡа иләүе ише “аяҡ аҫтында” ҡайнаған ер тормошонан айырылып, күкшел тауҙар иленә, ҡояшты тәгәрләткән офоҡ сигенә бағып, бер килке онотолорға, донъяуи уйҙарҙан арынырға мөмкин...
Йәнә шуны билдәләп китеү фарыз: экскурсия мәлендә ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыумаһын өсөн хәүефһеҙлек саралары ла хәстәрләнгән: ҡаттар араһында страховкалаусы селтәрҙәр тарттырылған, баҫҡыс буйлап страховка бауы һуҙылған.
Байтаҡ йылдар етемһерәп, ташландыҡ хәлдә торған һыу һурҙырғыс башняға 2012 йылдың йәйендә реставрация эшләнә. Тулыһынса тиерлек ҡулдан тергеҙелгән тарихи һәйкәл бөгөн иһә ян-яҡҡа нурҙар сәсеп, ҡараштарҙы тартып торған маяҡты хәтерләтә...
Һыу һурҙырғыс башня буйлап сәйәхәт ҡылырға теләүселәр 8(34792) 4-05-13 телефон һандары буйынса алдан яҙыла ала. Билет хаҡы өлкәндәргә - 200, балаларға 100 һум. Тарихи ҡомартҡыға рәхим итегеҙ, дуҫтар!