Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Март 2022, 11:20

Маҡсаттарына тоғролар

Ошо көндәрҙә үҙенең 35 йәшлек юбилейын билдәләгән “Хәтирә” фольклор ансамбле Сермән ауылының элекке хакимиәт башлығы, тынғыһыҙ йәмәғәтсе Солтан Сиражетдиновтың инициативаһы менән барлыҡҡа килә.

Маҡсаттарына тоғролар
Маҡсаттарына тоғролар

Ауылда йыр-моңға, бейеүгә һәләтле кешеләрҙе бергә туплау ниәте, Әбйәлилдәге “Әхирәттәр” фольклор төркөмөн күргәс тыуа. Ул саҡта ансамбль ағзалары төрлө һөнәр кешеләре булһа ла, уларҙы бер үк ынтылыш, бер үк шөғөл – халыҡ ижадына ҡарата һөйөү, сәнғәткә ынтылыу, бала саҡтан һеңгән халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар, йолалар, ғөрөф-ғәҙҙәттәр һәм күңел байлығын башҡалар менән уртаҡлашыу, йомарт бүлешеү, милләтебеҙҙең бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи хазинаһын арттырыу берләштерә.

Коллективҡа исемде урындағы китапхана директоры Сәхибә Аҙнабай ҡыҙы Вәлләмова һайлай. Уларҙың репертуарында "Хәтирә" исемле йыр булыуы быға этәргес булып тора. Уларҙың тәүге сығышы "Ҡарға бутҡаһы" байрамында, һуңынан 1987 йылда ауыл клубы сәхнәһендә була. Тап ошо көн ансамблдең тыуған көнө булып иҫәпләнә.

Ансамбль ағзаларының һәр береһе төрлө һөнәргә эйә була: Асия Сәфәрғәлиева - тәрбиәсе, Зифа Сиражетдинова - китапханасы, Римма Әғзәмова - элемтә бүлексәһе мөдире, Мәрйәм Талхина - клубта кассир, Зоя Ҡаһирова - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, х а - лыҡ мәғарифы отличнигы, Венера Бикбаева - гармунсы. Шулай уҡ тәүге ағзалар исемлеген Шәмсикамал Әмирова, Хәҙисә Әхмәтова, Гөлйемеш Задина, Дәүләтбикә Иҙиәтуллина, Әсмә Ҡәҙерғәлина, Латифа Хәлитова, Вафа Фәхрисламова, Рәшиҙә Дәүләткирәевалар тулыландыра.

Музыка мәктәбе директоры Әлфиә Иҙиәтуллина ансамблгә ҡушылғас, уның эше тағы ла йәнләнеп китә. "Хәтирә"нең беренсе етәксеһе Әлфиә Миҙхәт ҡыҙы был эште 1987 йылдан 2009 йылға тиклем алып бара.

Бер аҙҙан араларында таҡмаҡҡа маһирҙар асыҡлана. Зифа Динисламова менән Мәрйәм Талхина ул саҡта иң үткер таҡмаҡ ҡойоусы булһа, Зоя Ҡаһирова оҫта йырлай, Рәшиҙә Дәүләткирәева, Римма Әғзәмова, Зифа Сиражетдинова өҙҙөрә баҫып бейей. Ансамблгә яңы автобус бүләк иткән яҡташыбыҙ Хәмзә Ғәлләмовҡа ла арнап әллә күпме рәхмәт таҡмаҡтары сығаралар:
Изге эштәр генә ҡылаң,
Хәмзә, һиңә ҙур рәхмәт.
Хоҙай үҙе бирә ҡалһын
Ғүмереңә бәрәкәт! - тип йырлай улар.

Таҡмаҡтар, халыҡ йырҙарынан тыш "Хәтирә"ләр боронғо уйындарҙы, йолаларҙы ла сәхнәләштерә. Өс-дүрт йыл эсендә репертуар туплап, үҙ юлын тапҡан, ойошҡан, дәртле төркөмгә әүереләләр. Эргә-тирә ауылдарҙа, күрше райондарҙа ғына түгел, Өфөлә лә сығыштары менән танылыу алалар һәм 1997 йылда Францияның баш ҡалаһы Парижда үткән халыҡ-ара фестивалгә саҡырыу алалар. Бөтөн донъя мәҙәниәт йортоноң администрация директоры Француаза Грюниҙың саҡырыу ҡағыҙы декабрь аҙаҡтарында килә.

Франция һынлы ергә барыр булғас, улар бик ентекле әҙерлек эше алып баралар. Репертуарҙарын ҡайтанан ҡарап сығып, сәғәт ярымлыҡ махсус сығыш әҙерләйҙәр.

Донъя күләмендәге ҙур ваҡиға ай ярым бара. Улар менән бер рәттән Һиндостан, Пакистан, Мадагаскар, Эфиопия, Төркиә, Япония, Нигерия, Бангладеш, Франция, Венгрия, Германия һәм башҡа илдәрҙән бик күп милләттәр үҙҙәренең халыҡсан ижад өлгөләрен күрһәтә.

"Хәтирә"ләр башҡорт халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар, дүрт төрлө уйын, Сермәндә сыҡҡан, кадрилгә тартым "Айғыра" боронғо бейеүе менән сығыш яһап, француз тамашасыһын әсир итәләр. Уларҙың төркөмө менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, данлыҡлы ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов ҡурайҙа уйнарға бара. Париждарға улар бал, ҡорот, сәк-сәк, бауырһаҡ, талҡан кеүек башҡорт милли ризыҡтарын ауыҙ иттерә, үҙҙәре тегеп алып барған янсыҡтарҙы, ағас ҡалаҡтарҙы бүләк итәләр. Француаза Грюни иһә барыһына ла матур биҙәкле ебәк яулыҡтар биреп һөйөндөрә, Башҡортостан тәбиғәте, "Хәтирә" ансамбленең фотоһүрәттәре төшөрөлгән китап сығарып өлгөртөп тә бүләк итә француздар.

2000 йылда "Хәтирә"гә "Халыҡ фольклор коллективы", етәксеһе Әлфиә Миҙхәт ҡыҙына "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеме бирелә. Репертуарында халыҡ йырҙары булған ансамблде баян моңонан
башҡа күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. "Хәтирә" ойошторолған көндән алып оҙаҡ йылдар мәҙәниәт өлкәһендә 45 йыл стажға эйә булған Венера Мәхмүт ҡыҙы Бикбаева баянда уйнай. Яланда ла, урманда ла, сәхнәлә лә ҡулынан баяны төшмәй. Уны йыш ҡына ҙур күләмле сараларға саҡыралар. Йәшенә ҡарамай, ауыр инструментты күтәреп сығыш яһауҙан бер ваҡытта ла баш тартмай ул.

Йылдар үтә килә, ансамблдең беренсе составынан арабыҙҙа хәҙер Зифа Айытбай ҡыҙы Сиражетдинова, икенсе составтан Зоя Ғәрифйән ҡыҙы Йәнгирова ғына бар. Ололарға алмашҡа йәштәр килә. Әлфиә Миҙхәт ҡыҙынан һуң 2009-2016 йылдарҙа ансамблде Клара Мансур ҡыҙы Миһранова етәкләне. 2016 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Динара Нәсим ҡыҙы Иҫәнбаева етәкселек итә.

"Хәтирә" ансамбле ойошторолғандан алып башҡорт йырҙарын, бейеүҙәрен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә, уларҙы йәш быуынға түкмәй-сәсмәй еткереү менән мәшғүл. Ансамблдең репертуары бик бай. "Үткән ғүмер" Сермән
башҡорттарының боронғо йыры һанала. Уны Зоя Ҡаһирова композитор Заһир Исмәғилевтең ағаһы Ҡаһирҙан отоп алған. Репертуарҙа йәнә "Айғыра" боронғо бейеүе бар.

Бөгөнгө көндә ансамбль составын Сафура Абдрахманова, Гүзәл Әғзәмова, Әнүзә Ғәлимова, Таһира Иҙрисова, Гөлнур Мусина, Мәрзиә Мөхәмәтова, Диләфрүз Сәғитова, Рәзилә Сәфәрғәлиева, Йәҙилә Тимербаева, Фәүзиә Хәйернурова, Альбина Хәйретдинова тәшкил итә. Әйткәндәй, Альбина Хәйретдинова шиғырҙар, таҡмаҡтар ижад итә.

Ғөмүмән алғанда, бар яҡлап та һәләтлеләр улар. Төрлө конкурс, фестивалдәрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулай "Хәтирә". Балалар өсөн фольклор дәрестәре үткәреп, уларға халыҡ йырҙары нисек йырланғанын күрһәттеләр. Бөтә донъя фольклориадаһында "Башҡорт өйө"ндә ҡунаҡтарҙы ҡаршы алдылар. Йолалар күрһәтеүҙә лә бик әүҙемдәр. Күптән түгел Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында "Исем ҡушыу" йолаһын сәхнәләштерҙеләр.

Бөгөнгө көндә "Халыҡ коллективы" исемен раҫлауға әҙерлек эштәре бара. Солтан Мосауир улы беҙҙең арала булмаһа ла, уның ансамбле йәшәй һәм ижад итә. Йәш быуындың үҙҙәренең мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеп үҫеүгә улар тос өлөш индерәләр һәм маҡсаттарына тоғро ҡалалар. "Хәтирә"не тыуған көнө менән ҡотлап, яңынан-яңы ижади үрҙәр, уңыштар, бөтмәҫ көс һәм дәрт теләйбеҙ.

Зөлфиә ЯЛАЛЕТДИНОВА, Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының художество етәксеһе.

Автор:
Читайте нас: