Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Апрель 2022, 16:48

Асылыбыҙға ҡайтыу билдәһе

Милли кейем көнө - тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, үҫеп килгән быуынға йолаларыбыҙҙың, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең ҙур байлыҡ булыуын аңлата.

Асылыбыҙға ҡайтыу билдәһе
Асылыбыҙға ҡайтыу билдәһе

Ул ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе, халҡыбыҙҙың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырған, быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыбыҙ булып тора. Инйәрҙең 2-се мәктәбенең интернатында тәрбиәләнгән уҡыусылар был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә йәнә шаһит булдылар.

Уҡыусылар менән осрашыуға килгән Ағинәйҙәр Милли кейем көнө кәрәк, тигән фекерҙе ҡеүәтләнеләр. "Беренсенән, ул төрлө милләт халыҡтарын берләштерә, берҙәмлекте нығыта. Икенсенән, милли кейемдәребеҙҙең онотолмауына, быуындан-быуынға күсә барыуына булышлыҡ итә. Милли кейемде халыҡ уйлап тапҡан. Улар уңайлылығын да, төҫөн дә, ғөмүмән алғанда барыһын да иғтибарға алған. Һәр халыҡтың үҙенең милли кейеме бар һәм уларҙа  халыҡтың холҡо сағыла. Милли кейемдәр тегеү - ул ҙур яуаплылыҡ. Был кейемдәрҙең тарих һаҡлауын аңларға кәрәк һәм уны боҙорға ла тейеш түгелбеҙ. Милли кейемдәрҙе бөтә шарттарына тура килтереп, боронғоса итеп тегәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта заманса, көндәлек кейемдәргә лә милли кейем һыҙаттарын индереп биҙәйбеҙ", - тип үҙҙәре эшләгән түшелдерек, һаҡал, камзул һәм күлдәктәр менән таныштырҙылар улар.

Ветеран уҡытыусы, иң оло ағинәй Шәрғиә Яҡшыдәүләтованың әсәһенең ҡомартҡыһы итеп 103 йыл һаҡлаған янсыҡ балаларҙа оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Рәфиға Ғәлиуллинаның ҡәйнәһе бүләк иткән яулығына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Кәримә Исламованың халыҡ шағиры Рәми Ғәриповтың шиғырын яттан уҡыуы кисәбеҙҙе тағы ла нығыраҡ йәнләндереп ебәрҙе.

Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Фаягөл Ҡасим ҡыҙы Сәйғәфәрованың милли кейемдәр тураһында ентекләп һөйләүен балалар бик ҡыҙыҡһынып тыңланы.

Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа милли кейемдәребеҙҙе, биҙәүестәребеҙҙе тергеҙеүгә иғтибар артыуы күҙәтелә. Ағинәйҙәрҙең милли кейемдәр кейеп, биҙәүестәр тағып килеүҙәре лә тарихыбыҙға ихтирам билдәһе икәнен һәр бала аңлағандыр.

Күмәкләшеп фотоға төшөп, инәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, Шәрғиә Исмәғил ҡыҙының китап-бүләген уҡырға вәғәҙәләп оҙатып ҡалдыҡ.

 

Асия Йосопова,

Инйәр ауылы.

 

 

Автор:
Читайте нас: