Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Сентябрь 2022, 12:07

Яңы ижад миҙгеленә тос уңыш менән

Ҡаланың балалар музыка мәктәбендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе уҙҙы. Тәүге ярты йыллыҡта мөһим бурыстарҙың тормошҡа ашырылыу кимәлен баһалау, яңы ижад миҙгеленә пландар менән уртаҡлашыу маҡсатын күҙҙаллаған сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин һәм район-ҡаланың барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ирек Рауил улы үҙ һүҙен мәҙәниәт һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларының эш һөҙөмтәләрен барлауҙан башланы. Ярты йыл эсендә ҡала-районда йәмғеһе 2051 мәҙәни сара уҙғарылған. Иң әһәмиәтле һәм ҡыҙыҡлы саралар иһә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә ойошторолған.

Яңы ижад миҙгеленә тос уңыш менән
Яңы ижад миҙгеленә тос уңыш менән

- Февраль айынан районда матур йолаға әүерелгән “Инйәр хазиналары” фестивале старт алды. “Ғаилә традициялары” исеме аҫтында уҙған конкурс быйыл айырыуса йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс булды.

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә мәҙәниәт идаралығы тарафынан Кирәл тауына артылыу походын ойошторҙоҡ. Был көндө тауға 500-ҙән артыҡ кеше күтәрелде.

Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй хәрбиҙәренә теләктәшлек белдереү йәһәтенән Металлургтар майҙанында уҙғарылған “Рәсәй өсөн” музыкаль-патриотик марафоны ла халыҡтың берҙәмлеген, илһөйәр рухын сағылдырҙы.

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған “Хәтер ере” республика марафоны, “Бер ветеран өсөн парад”, “Еңеү вальсы” кеүек байрам саралары һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә ойошторолдо.

Шулай уҡ май айында Иҙел башында милли театрҙарҙың “Алтын тирмә” Төбәк-ара фестиваленең финал туры старт алды. Унда Башҡортостан һәм илдең башҡа төбәктәренән 18 үҙешмәкәр театр ҡатнашты. 26-28 май арауығында уҙған хорҙар һәм вокаль ансамблдәрҙең “Иҙел башы йондоҙҙары” X Төбәк-ара фестивалендә иһә 41 ижади коллектив үҙ көсөн һынаны.

Июнь айынан башлап ҡаланың “Офоҡто ашатла” мәҙәниәт һәм ял паркында төрлө ҡыҙыҡлы саралар уҙғарылды. Скейтборд-самокаттарҙа ярыштар, балалар өсөн аттракциондар, мауыҡтырғыс квестар, тематик концерт-дискотекалар һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Быйыл Белорет ҡалаһы үҙенең 260 йыллыҡ юбилей датаһын билдәләне. Ҡала һәм Металлургтар көнөндә район-ҡаланың мәҙәниәт учреждениелары үҙенсәлекле байрам атмосфераһын булдырыуға өлгәште.

26-29 августа районда тағы бер мәртәбәле сара - “Ағиҙел” автор йырҙары асыҡ фестивале уҙҙы. Унда Башҡортостандан, Силәбе өлкәһенән, Мәскәү, Рязань, Томск, Екатеринбург, Тула һәм Тольятти ҡалаларынан 56 конкурсант ҡатнашты. Фестивалде 5000-гә яҡын тамашасы ҡарау бәхетенә иреште, - тип ярты йыл эсендә планға ярашлы уҙғарылған сараларға байҡау яһаны етәксе.

Бынан тыш, Ирек Рауил улы мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы яңы проекттар, төҙөлөш эштәре йәһәтенән дә мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.

Бөгөнгө көндә Тирлән ауылында тамаша залы 300 урынға тәғәйен ҙур социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә. Төҙөлөш эштәре графикка ярашлы алып барыла. Етәксе әйтеүенсә, объект тулыһынса 2023 йылдың яҙында файҙаланыуға тапшырыла. Бында балалар сәнғәт мәктәбе кластары, ауыл хакимиәте һәм ауыл клубы урынлашасаҡ.

Әйткәндәй, тиҙҙән Йөйәк, Асы ауылдарында ла 150 урынлыҡ социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү планлаштырыла.

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 37-се һанында уҡырға мөмкин.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: