“Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, яҡташым, шәп Ҡатай ағайҙарыбыҙҙың береһе, хөрмәтле Булат Ғүмәр улы Йомадиловтың үҙ ҡулдары менән миҙалды тағыуы минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Киләсәктә лә республикабыҙ мәнфәғәтенә ҙур-ҙур эштәр, изге ғәмәлдәр ҡылырға яҙһын һәм иң мөһиме - берҙәм, татыу, дуҫ булып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйек, - ти йырсы.
“Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсында ҡатнашып, оҫта башҡарыусы, һәләтле йырсы булараҡ танылыу яулап, башҡорт эстрадаһына ышаныслы аҙымдар менәнкилеп ингән яҡташыбыҙ артабан “Дуҫлыҡ моңо”, “Урал моңо” халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрендә, “Ирәндек моңдары” төбәк-ара конкурстарында призлы урындарға лайыҡ булып, үҙен талантлы йырсы итеп күрһәтте. Хәҙер инде уның исеме республикала ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә таныш. Яҡташтарын, тыуған яғын, тыуған ауылын онотмай ҡатай егете. Районда үткән Ҡатай йыйынының төп ойоштороусыларының береһе булып тора, “Һаумыһығыҙ ауылдаштар!”, Һабантуй байрамдарына йыш ҡайта, тыуған тәбиғәтенең хозурлығына, матурлығына һоҡлана белә.
“Ҡарағай урманында”, “Һин киткәнгә көймәйем”, “Парлы шыршылар” кеүек ретро йырҙары халыҡ күңелен әсир ҡылған.
Искәндәрҙе юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!