Ғаилә династияларының ыңғай тәжрибәһен таратыу, ижтимағи-яуаплы, сәләмәт тормош алып барған, шулай уҡ етем һәм инвалид балалар тәрбиәләгән, төбәктең, районыбыҙҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, бар яҡлап һәләттәрен үҫтерергә тырышҡан, башҡаларға өлгө булырҙай ғаиләләрҙе күрһәтеү конкурстың маҡсаты ине.
Шулай итеп, бер төркөм жюри ағзалары кәңәшләшкәндән һуң, Гранприҙы Верхнебельский ауыл клубына бирергә тигән ҡарарға килде. Конкурста мордва милләтенән булған Мальгиндар ғаиләһе ата-бабаларының Өфө эргәһендәге Андреевка ҡасабаһынан Николаевка ауылына килеп төпләнеү тарихы, уларҙың кәсептәре тураһында һөйләне, нисек ял итеүҙәрен һәм күңел асыуҙарын күрһәтте, мордва телендә йыр йырланы.
I урын - Аҙналы һәм Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йорттарына, II урын - Йөйәк һәм Туҡанға, III урын Әзекәй менән Үҙән ауыл мәҙәниәт йорттарына бирелде. “Ижади ғаилә” номинацияһында Сосновка күп функциялы ауыл клубынан Мөхәмәтйәновтар, Олойылғанан Сәғәҙәтовтар, Рысыҡайҙан Ғимрановтар ғаиләләре, “Традициялар һаҡлаусы ғаилә” номинацияһында Николаевка ауыл клубынан Дьяченко ғаиләһе, “Татыу ғаилә” номинацияһында Егәҙе ауыл клубынан Аҙнабаевтар, Мәхмүт ауыл клубынан Һибәтуллиндар ғаиләләре, “Күп балалы ғаилә” номинацияһында Нура ауыл клубынан Ершовтар һәм Ишленән Рәхимовтар ғаиләләре, “Музыкаль ғаилә” номинацияһында Аҙнағол ауыл клубынан Мостафиндар, Рысыҡайҙан Әфләтүновтар, Мәхмүттән Сәғәҙәтовтар ғаиләләре, “Йәш ғаилә” номинацияһында Ботай ауыл клубынан Ирғәлиндар һәм Абҙаҡтан Монасиповтар ғаиләләре, “Ижтимағи актив ғаилә” номинацияһында Сосновканан Мөхәмәтйәровтар ғаиләһе билдәләнде.
Конкурс-фестивалдә ҡатнашҡан өсөн Дипломдары менән Береш клубынан Фәхретдиновтар, Бабушкиндар (Тимер юл), Шәйхетдиновтар (Манышты), Арғынбаевтар (Боғанаҡ), Сөнәғәтовтар (Асы), Мөхәмәтйәровтар (Үҙәнбаш), Әхмәтйәновтар (Ғәбдөк) һәм Сафиевтар (Николаевка) бүләкләнде.
Һүрәттә:Гран-при яулаған Мальгиндар ғаиләһе.