Клуб директоры Гүзәл Цыплёнкова етәкләгән “Хазина”лар үҙҙәренең ҡул эштәрен тирмәгә урынлаштырҙы. Гүзәл Ғәли ҡыҙы элек башҡорттарҙың нисек йәшәүен, ниндәй шөғөлдәре булыуҙарын, бойҙайҙан ҡул тирмәне ярҙамында он тартыуҙарын, икмәк бешереүҙәрен, милли ризығыбыҙ талҡанды эшләү ысыулы менән таныштырып үтте.
Башҡорттарҙың ҡумыҙ, ҡурай уйнап күңел асыуҙары, ауырлыҡтарға бирешмәй, йыр-моңдан да айырылмай йәшәүҙәре тураһында һөйләп, ҡумыҙҙа уйнап күрһәткәс, ял итеүселәр араһында ҡумыҙҙа уйнап ҡарарға теләүселәр күп булды. “Хазина” төркөмө ағзалары үҙ ҡулдары менән эшләгән түшелдеректәр, ҡашмауҙар тураһында ла бик күп мәғлүмәт бирҙеләр.
Сара һуңында Абҙаҡ ҡунаҡтары “Хазина”лар менән бергә дәртле бейеүҙәр бейеп, кәйефтәрен күтәреп алдылар. Осрашыу барыһына ла бик оҡшаны, ял итеүселәр рәхмәттәр әйтеп, йышыраҡ килеп йөрөүебеҙҙе һорап ҡалдылар.
Әнисә Ғәзизова,
Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” төбәк яҙыусылар ағзаһы.
Абҙаҡ ауылы.