Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Март 2023, 11:42

Йолалар онотолмай

Асы ауыл мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған "Орсоҡ байрамы"  үтте.

Йолалар онотолмай
Йолалар онотолмай

Унда Асы һәм Йөйәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ярышты.

Байрамды ауыл клубы мөдире Йәмилә Сәлимйәнова асып, конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланы.

Йөн тетеү, иләү, сиратыу, бәйләү кеүек эштәрҙә үҙҙәрен һынаған иң оҫта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡатнашҡан конкурста, жюри ағзаларына - Әминә  Хазинаға, Фәриҙә Ноғомановаға, Айгөл Ҡунаҡбаеваға иң-иңдәрен һайлап алыу еңелдән булманы. Конкурс барышында ҡул эше оҫталарының егәрлелегенә һәм етеҙлегенә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Ике ауыл командалары ла һәр яҡлап та тигеҙ булды.

Үҙ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып тороп, конкурста ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт беледереп,  Йәмилә Абдулғәни ҡыҙы ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм сәскәләр тапшырҙы.

Был сарала кемдәрҙер Рафаиль Салихов, Юлиә Абзалова, Динис Поляков, Фәриҙә Ноғаманова, Айзилә Закирова, Самира Тулебаевалар башҡарыуындағы моңло йырҙарҙы тыңлап ял итһә, кемдәрҙер "Һөнәр мәктәбе"ндә оҫталыҡтары менән уртаҡлаштылар, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге музей мөдире Айһылыу Исҡужина музейҙа экскурсия үткуәрҙе.

Сара күңел асыу ғына түгел, хәҙерге йәшәйешебеҙҙә яңы технологиялар, автоматлаштырыу заманында йәш быуынға башҡорт халҡының боронғо эш серҙәрен йолаларын өйрәнеү сараһы ла булып торҙо.

- Шөкөр, йәштәребеҙ уңған, тимәк киләсәгебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа. Йөн иләү, кейеҙ һуғыу, быйма баҫыу кеүек эштәрҙе бик теләп өйрәнәләр. Быны Асы ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған күргәҙмәләге ҡул эштәре дәлилләй. Ә Йөйәк урта мәктәбе уҡыусыһы Марина Һиҙиәтованың эштәре һәр кем һоҡланырлыҡ ине, - ти Йөйәк ауыл клубы мөдире Айгөл Закирова.

Байрам Сәриә Шәрәфетдинова һәм Клара Ғайсина әҙерләгән матур табын артында тәмләп сәй эсеү менән тамамланды.

Сәүиә СОЛТАНОВА.

Йолалар онотолмай
Йолалар онотолмай
Автор:
Читайте нас: