Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март 2023, 13:27

“Эштең татын татыу - ләззәт... ”

Талантлы вә мөхәббәтле кеше өсөн сиктәр юҡ, тиҙәр. Шулай ҙа биләгән вазифаң, башҡарған эшең ошо аҙғын нәфсе ише күңел ҡытыҡлап торған тәбиғи һәләтеңде ҡулланыу мөмкинлеген бирһә, теләһә ҡайһы хеҙмәт үҙенсәлекле ижади мөхиткә әйләнә, тәғәйенләнеш булараҡ ҡабул ҡылына.

“Эштең татын татыу - ләззәт... ”
“Эштең татын татыу - ләззәт... ”

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, шиғри һәм проза йыйынтыҡтар авторы Сәғирә Сабирйән ҡыҙы ҒӘЛИУЛЛИНАны күптәр талантлы ижад әһеле, киң эрудициялы, зыялы йәмәғәт эшмәкәре, һәләтле ойоштороусы итеп белә. Хәтһеҙ йылдар мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән, бер нисә быуын уҡыусыларға белем-тәрбиә биргән Шығай ауылы ҡыҙының ҡасандыр, тота килеп, яңы йүнәлештә - мәҙәни мөхиттә эш башлауы күптәр өсөн, бәлки, ғәжәп тойолғандыр. Хәйер, бер ҡалыпҡа һалынып, һәүетемсә аҡҡан тормошто төптө икенсе юҫыҡҡа бороп, яңы һөнәр үҙләштереү, яуаплы вазифа биләү һәр кем йөрьәт итер аҙымдарҙан түгел. Үҙ-үҙеңә ышаныс, рухи ныҡлыҡ һәм, әлбиттә, тәҡәт иттермәҫ эске дәрттеләк булғанда ғына был ғәмәлдәр маҡсатҡа ярашлы. Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу йәһәтенән милли мәҙәниәт, әҙәбиәт үҫешендә оло фиҙаҡәрлек күрһәткән талантлы, көслө рухлы, тәүәккәл, шул уҡ мәлдә үтә зауыҡлы, нәзәкәтле ханым менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

► Мәҙәниәттә осраҡлы кешеләр юҡ, тиҙәр. Ошо даирәлә үҙ кешегә әйләнеүегеҙ, уңыш-ҡаҙаныштарығыҙ, фиҙаҡәр эшмәкәрлегегеҙ, бәлки, ниндәйҙер кимәлдә бала саҡ хыялдарын тормошҡа ашырыуҙыр?

- Европа диңгеҙ йөҙөүсе-сәйәхәтсеһе Христофор Колумб үҙенең Американы асҡанын фанилыҡты ҡалдырғансы белмәй. Ул Һиндостанға ҡарай йөҙә һәм туҡтаған урынын ошо ил тип фаразлай. Һиндостанға китешләй Колумбтың юлын Американың кәртәләп тороуы - диңгеҙсенең ҡаҙанышы түгел. Әгәр Америка булмаһа, Колумбҡа Һиндостанды күреү тәтемәҫ ине. Диңгеҙсенең Американы асыуы, ысынлап та, осраҡлылыҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта ошо походҡа барыу, кораблдәр әтмәләү уның мейеһендә алдан өлгөргән мәсьәлә булған. Сауҙагәрҙәрҙең океан аръяғынан яңы тауар, ризыҡ алып килеп яңыса һатыу итеү теләге лә мейеләрендә күптән һалынған булмаһа, Колумб Американы асҡас та, сауҙагәрҙәр алыҫ кеүек күренгән Һиндостан яҡын булған, имеш тә, тип тауар ташырға хыялланмаҫтар ине. Шуның һымаҡ уйҙар һине ниндәйҙер хәрәкәткә килтерә икән, был осраҡлылыҡ тип уйламайым. Осраҡлы ерҙә әҙәм балаһы оҙаҡ тотҡарланмай. Мәҙәниәт минең өсөн ситен түгел ине. Заһир ағайым иҫләүенсә, "Салауат нисә йәшендә, мин өс йәшлек сағымда" тип йырҙарға үҙ һүҙҙәремде ҡушып, бүкәнгә менеп гел декламация һөйләгәнмен. Шулай уҡ уҡыған саҡта мәктәп сараларында ҡатнашыу, сценарийҙар яҙыу, үҫә төшкәс клубта бейеү коллективында шөғөлләнеү - былар барыһы ла мейелә теоретик йәһәттән яйлап әҙерләнгәндер, тип уйлайым. Шулай уҡ аҡыллы, авторитар-демократик етәкселәрҙең ҡул аҫтында эшләү бер килке дәрәжәлә административ алымдарға өйрәткәндер. Әммә уйҙарыңды хәрәкәткә килтермәйенсә яҙмышты яһап булмай. Кемдер ул аҙымды яһарға үҙе йөрьәт итһә, кемгәлер кемдеңдер булышлыҡ итеүе етә. Һуңғыһы минең осраҡҡа тап килә. Үҙемдә ниндәйҙер потенциал күреүҙәре булдымы микән, бер төркөм ауыл егеттәре мәҙәниәт усағына эшкә төшөргә тигән тәҡдим менән килделәр. Йырсы ла, бейеүсе лә түгелмен бит, тип яуаплауға, уның ҡарауы һөйләй беләһегеҙ, тип кенә ҡуйҙылар. Мәктәптән икенсе мөхиткә күсеүем ҡапылдата булһа ла, һәлкәүлеккә, кире уйларға ирек бирмәй мәҙәниәт дауыл кеүек үҙенең эсенә йомдо. Яңы мөмкинлектәр асты. Ун өс йыл эшләү дәүеремдә етәксе итеп тәрбиәләне. Тап мин эш башлаған һуңғы ун йылда илебеҙҙә этнографияға яңыса ҡараш киңәйҙе. Халыҡтың үҙ асылына - ғөрөф-ғәҙәттәренә, традицияларына ҡайтыуы, йолаларын тергеҙеүе беҙгә лә ҡағылмай ҡалманы. Кейеҙ баҫыу, дирүгә һуғыу шөғөлдәрен тергеҙеү "Аҡтамыр" халыҡ клубын асыуға булышлыҡ итһә, фольклор һымаҡ дөйөм халыҡ ижадын, уғата баҙыҡлатып байытыу "Гөлнәзирә" башҡорт халыҡ фольклор ансамблен билдәле итте.

Әлбиттә, һәр уңыш артында бүртәләй арымай-талмай эшләү, ижади эшмәкәрлек тора. Тамашасы өсөн байрам концертын сәхнәгә сығарыу ябай эш булып күренәлер, әммә уны еренә еткереп эшләү күпме энергия, көс һәм ныҡлы нервылар талап итә. Әүәлерәк, клуб хеҙмәткәрҙәре байрам даталарына ауыл өсөн генә саралар уҙғарһа, хәҙер мәҙәниәттә заман технологиялары өҫтөнлөк итә. Район, республика, төбәк-ара сараларҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейешбеҙ. Ә инде уңыштарға өлгәшеү - үҙе бәхет. Эштең татын татыу - ләззәт. Ошо тойғолар артабан да илһамланып, яңы проекттар менән эшләргә теләк тыуҙыра. Шәхсән уңышым бар тип иҫәпләмәйем. Үҙешмәкәр артистарым, һәр йәһәттән ярҙам итергә, ижади идеяларҙы бойомға ашырышырға торған яратҡан коллективым бар. Улар - минең уңышым.

► Һеҙ халыҡсан, һутлы телле прозаик ҡына түгел, фәлсәфәүи, моңло күңелле шағирә лә. Илһам сығанағы ниҙә икән?

- Илһам - ижадтың башы тип иҫәпләмәйем. Илһамдың килгәнен көтөп ултырһаң, ғүмереңдең иң эшлекле мәлдәрен уҙғарып ебәреүең ихтимал. Шуға күрә ижад кешеһенә көн һайын эшләргә кәрәктер. Пегас сабыуға ҡарағанда, яй ғына атлап барыуҙы хуп күрә тиҙәр бит. Илһам, әлбиттә, ижад кешеһенә төрлөсә киләлер. Кемгәлер тәрән хистәр тоҡаныуы арҡылы, бәғзеләргә, киреһенсә, ғазаплы кисерештәр аша тыуалыр. Мәҫәлән, испан рәссамы Сальвадор Дали иҫ китмәле йоҡларға яратҡан кеше булған. Әммә ул ябай кешеләр һымаҡ карауатҡа ятып йоҡламаған. Дали креслоға ҡунаҡлағас, ҡулына ауыр асҡыс алған, унан ғәйәр аяҡ аҫтына тимер тәрилкә ҡуйған. Йоҡо мәлендә уның ҡулдары бушаған һәм ауыр асҡыстар даңғырҙап тәрилкәгә төшкән. Рәссам тауышҡа уянып киткән. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта аңының юйылып тороуы уға яңы идеялар менән уянырға булышлыҡ иткән. Ваҡ-төйәк әйберҙән дә идеялар күреп, ысын ижад кешеләре аҫыл әйберҙәр тыуҙыра.

Минең өсөн иң ҡыйыны - аҡ ҡағыҙ тотоп, өҫтәл эргәһенә килеү. Ошоно эшләй алһам, хәлемдән килгәнен яҙа алам тип һанайым.

► Талант эйәләрен күп осраҡта икеләнеү, үҙ-үҙҙәре менән ҡәнәғәтһеҙлек ише тойғолар ғазаплай. Уның ҡарауы урта ҡул ижадсылар әрһеҙлеге менән алдыра. Был фекер менән килешәһегеҙме?

- Ижадта урта ҡул яҙыусы йә шағир булмайҙыр. Ул йә ысын ижадсы, йә һүҙҙәрҙе шиғри ҡалыпҡа һалыусы. Ғөмүмән, ҡәләм һынап ҡарамаған кеше һирәктер, минеңсә. Шуға ла әйтәләр бит, талант ҡапҡаһы киң һәм асыҡ тип. Шул ҡапҡа егенән дә, аҫтынан да ятып ҡараусылар күп, әммә унан уҙыусылар һирәк. Шул уҡ ваҡытта һәр шиғыр яҙыусыны шағир тип танып булмай. Шағирлыҡҡа өйрәтмәйҙәр, ул шағир булып тыуа. Ул беҙҙең һәр беребеҙ кеүек тышҡы, эске халәттәрҙән азат түгел. Тормош еле уға айырмалы рәүештә ҡарап, ҡаҡҡылау-һуҡҡылауҙан да азат итмәгән. Әммә яҙыусы тормошто ябай кешегә ҡарағанда тулыраҡ, асығыраҡ, ғазаплыраҡ тоя. Ул яҡшы стратег һымаҡ киләсәкте күҙаллау һәләтенә эйә. Шуға ла яҙыусы идеяларынан тыуҙырылған әҫәр күпмелер ваҡыттан һуң реаль ваҡиғаға әйләнеү ихтималлығы ла бар. Ижадта үҙеңдең әҫәрҙәреңдән ҡәнәғәт булыу - ул мейеңде тығында тотоуға бәрәбәр. Мостай Кәрим ижадта әрһеҙлек кәрәк тип әйтә. Әммә ул алама ғәҙәт тураһында һүҙ сурытмай, ә егәрлелекте күҙ уңында тота. Ул-был әйбер яҙып, унда баҫмайҙар, бында баҫмайҙар, тип зарланып йөрөүселәр менән килешмәйем. Сөнки яҡшы тауар кәштә аҫтында ятмай, ул шундуҡ һатылып бөтә.

► Әйткәндәй, тәүге ижад емешегеҙҙе хәтерләйһегеҙме? Ғөмүмән, әҙәбиәткә килгән юл нисек булды?

- V класта уҡығанда бер нисә шиғырҙы "Башҡортостан пионеры" гәзитенә ебәргәйнем, көҙөнә балалар шағирәһе Фәүзиә Рәхимғолова мәктәпкә килде. Беҙ ул ваҡытта бөтөн мәктәп менән колхоз яланында картуф сүпләй инек. Шағирә лә осрашыуға тип яланға килде. Ул минең шиғырҙар баҫылған гәзитте лә алып килгән булып сыҡты. Өҫтәүенә, миңә гәзиттән бүләк тотоп алған. VII класта "Ҡышҡы бер көндә" исемле тәүге хикәйәмде яҙҙым. Минең яҙышҡанды ишетеп, Зиннәт Әминев ауылға ҡайтҡанында шул хикәйәне алып "Пионер" журналында баҫтырҙы. Ул үҙе журналда яуаплы сәркәтип булып эшләгән икән. Был хикәйә аҙаҡ уҡыусыларҙың коллектив ижадын туплаған "Беҙ - баласаҡ иленән" исемле альманахта донъя күрҙе.

Яҙышыуҙы мин етди эшкә һанаманым. Әммә һирәкләп булһа ла матбуғатта баҫылғанды күренекле яҙыусылар Мәүлит Ямалетдинов, Сабир Шәрипов һәр саҡ күҙәтеп барған. IX класта Учалыла уҙған ижади конференцияла (был сараға мине гәзиттең ул ваҡыттағы редакторы Ғәбделҡауи ағай Ғәрифуллин юлға үҙенең аҡсаһын түләп, Николай Худовековҡа эйәртеп, автобусҡа ултыртып ебәргәйне) билдәле яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтың иғтибарына хикәйәләрем тәл булған. Шунан бирле ул минең яҙғандарыма гел күҙәтеүсән булды. "Шиғыр менән башыңды ҡатырма, уны барыһы ла яҙа, хикәйәне бик аҙҙар ғына яҙыуға һәләтле", - тип кәңәштәрен бирер ине. Даими рәүештә ижадҡа етди тотоноуымды үтенеп, хаттар яҙҙы. Йылы итеп яҙған хаттарын әле булһа ла ҡәҙерләп һаҡлайым. Дөрөҫөн әйткәндә, юғарыла телгә алған талант эйәләренең өсөһөнөң дә ижадҡа фатихаһын алмаһам, бөгөн аҡ ҡағыҙға оронорға йөрьәт итмәҫ инем тип уйлайым. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әмир Әминев минең оппонентым да, тәнҡитсем дә. Уның иләгенән үтмәйенсә, бер ваҡытта нәшриәткә йыйынтыҡ тапшырырға баҙманым.

► Мәҙәниәт менән әҙәбиәт араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

- Рәсәй Президенты В.В. Путин бер телмәрендә матур әҙәбиәт һәм мәҙәниәт йәмғиәтте берләштереүсе ориентир тине. Мин иһә, уларға игеҙәк балаларға ҡараған һымаҡ ҡарайым. Сөнки ошо ике йүнәлеш бер-береһен тулыландырып бөтөн итә. Сценарийҙар мәҙәниәт ихтыяжы өсөн яҙыла, шул уҡ ваҡытта ул мәҙәниәт арҡылы халыҡҡа барып етә, уның күңел талабын ҡәнәғәтләндерә. Шағирҙың хеҙмәте лә мәҙәниәт аша халыҡҡа хеҙмәт итә.

Шул уҡ әкиәттәр, спектаклдәр, кинофильмдар ижадсылар тарафынан ижад ителеп, халыҡтың киң ҡатламына сығарыла. Шуға ла мәҙәниәт менән әҙәбиәтте бер тулҡында йөҙөүсе елкәнле кәмәгә тиңләһәм, һис хата булмаҫтыр.

► Март аҙағында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошо мөхиттә эшләүсе хеҙмәттәштәрегеҙгә, етәкселеккә әйтер бер кәлимә һүҙ, теләктәрегеҙ барҙыр...

- Әүрәткес, үҙе бер сихри донъя ул мәҙәниәт. Ғүмерҙең шул ҡәҙәр тиҙ уҙғанын да күрмәйһең икән. 17 Мартта "Арт-Ҡоролтай" республика мәҙәниәт форумында ҡатнашҡайныҡ. Белореттан барған режиссер, мәҙәниәттә эшләп, йәшлегемдең уҙып киткәнен дә һиҙмәгәнмен, тип көлдөргәйне. Бар хәселен һалып, йөҙөп эшләгән кеше генә шулайтып әйтә алалыр. Мин дә шул фекерҙәмен. Эшкә битараф булмаған кешене баһалаусы һәр саҡ табыла. Был йәһәттән мин үҙебеҙҙең етәкселектән уңдым тип әйтә алам. Тәүләп эшкә төшкәндә Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы Әғләмова, унан Ирек Рауил улы Иҫәнғужин, бөгөн район мәҙәниәт йорто директоры Әлиә Айҙар ҡыҙы Вәлиева, Любовь Васильевна Кузьмина, мәҙәниәт идаралығында эшләүсе методистар - киң эрудициялы, заман менән бергә атлаусы етәкселәр. Инновацион алымдарға этәргес көс биреп, һәр йәһәттән ярҙам итеп торалар. Райондың мәҙәни усаҡтарында эшләүсе хеҙмәттәштәремдең барыһын да байрам уңайы менән тәбрик итәм. Яуаплы эштәрендә сабырлыҡ, дәрт-дарман теләйем.

- Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Сәғирә Сабирйән ҡыҙы. Артабан да ижади уңыштар, дәрт, именлек юлдаш булһын һеҙгә!

Н. ХӘКИМЙӘНОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: