Район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова билдәләүенсә, уҙған ярты йыллыҡ әһәмиәтле сараларға ифрат бай булды. Йыл башында тәүгә ҡала Балалар музыка мәктәбе базаһында вокал һәм инструменталь башҡарыуҙың «Белорет Кубогы» Бөтә Рәсәй конкурс-фестивале ойошторолдо. Унда төбәктең төрлө ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән, Мәскәүҙән бихисап кеше ҡатнашты.
«Елмерҙәк» халыҡ этно-рок төркөмө Севастополь ҡалаһында уҙған «Рус яҙы» Бөтә Рәсәй фестивалендә лайыҡлы сығыш яһап, район данын күтәрҙе. Сара сиктәрендә Госфорт тауында легендар башҡорт генералы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған Тирлән ауылы ҡаһарманы Альберт Кәримовҡа һәйкәл асылды.
Кино сәнғәтендә лә, ниһайәт, алға китеш күҙәтелә. Район мәҙәниәт йорто кинооператоры Вадим Бирғәлин Сибайҙа үткән “Осҡон” башҡорт киноһы фестивалендә “Шәжәрә” фильмы өсөн II дәрәжә Дипломға лайыҡ булды.
Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы башланғысы менән ойошторолған Абдулғәфи Хәлфетдинов Һәм Талип Латипов исемендәге “Ете мөғжизә” республика ҡурайсылар конкурсы үҙенең яңы кимәле, географияһы менән һөйөндөрҙө. Мәртәбәле сарала Белорет, Әбйәлил, Ауырғазы, Архангел, Баймаҡ, Баҡалы, Бөрйән, Учалы райондарынан, Өфө, Сибай ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән 59 яңғыҙ башҡарыусы һәм 7 ансамбль ҡатнашты.
Апрель айында Абҙаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда Роза Аҡкучукова исемендәге һәүәҫкәр вокалсылар конкурсы уҙҙы. Сараның маҡсаты - шөһрәтле яҡташыбыҙ тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү, йыр башҡарыу оҫталығы традицияларын үҫтереү. Киләсәктә конкурстың географияһын киңәйтеү планлаштырыла.
Сибай ҡалаһында ойошторолған “Мин һине яратам, тормош!” республика фестивалендә лә белореттар һынатманы. “Печки-лавочки” рус йыры ансамбле “Үҙенсәлекле жанр” номинацияһында еңеү яулаһа, Йөйәк ауылы маһиры Гөлсирә Салауатова “Биҙәү-ҡулланма сәнғәте” номинацияһында II урынға лайыҡ булды. Зәлифә Әхмәҙей ҡыҙы Әғләмованың иң яҡшы алып барыусы тип билдәләнеүе лә Иҙел башы өсөн мәртәбә.
Бөйөк Еңеү көнө алдынан Металлургтар майҙанында уҙған “Еңеү вальсы” акцияһында халыҡ уғата әүҙем ҡатнаша. Был көн “Бер ветеран өсөн парад” акцияһы менән дә иҫтәлекле.
“Асыҡ йөрәктәр вальсы” тип аталған район күләмендәге сара сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 5-7 йәшлек балаларға тәғәйенләнде. Ҡыҙыҡлы уйындар, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, 20-се мәктәп кадеттары ҡатнашлығындағы дефиле, сағыу сығыштар кескәйҙәр күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
2 июндән 6 сентябргәсә ҡаланың ял паркында йәйге уҡыу залы эшләне. Йома һәм шәмбе һайын китап уҡырға яратыусылар өсөн ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, уйындар ойошторолдо.
Ҡаһарман ауылының “Әхирәттәр”, Асы ауыл мәҙәниәт йортоноң “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамблдәре быйыл юбилейҙарын билдәләне. Ошо уңайҙан уҙғарылған байрам сараларына мәртәбәле ҡунаҡтар һәм райондың халыҡ фольклор ансамблдәре саҡырылды.
19 августа Татлы ауылында Ҡатай йәштәре йыйыны гөрләне. Байрамда Район мәҙәниәт йортоноң “Йәмәлекәй” фольклор ансамбле, ҡала тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт һәм Яныбай Хамматов исемендәге ауыл модель китапханалары ҡатнашты. Икенсе йыл этно-форум Ишле ауылында уҙасаҡ.
25-27 август арауығында тәбиғәт ҡосағында “Ағиҙел” автор йырҙары асыҡ фестивале барҙы. Өсөнсө йыл рәттән Иҙел башы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бихисап артистарҙы, был жанрҙы үҙ итеүселәрҙе ҡаршыланы.
Август аҙағында Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте көндәре уҙҙы. Райондаштарыбыҙ Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһы халҡын төйәктең сағыу һәм үҙенсәлекле милли мәҙәниәте менән таныштырҙы. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Ғәлиуллина башҡорт тирмәһе биҙәлеше, милли ризыҡтар тураһында һөйләһә, Асы ауылының “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбле оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы, концерт программаһында сығыш яһаны. Йөйәк ауылы ағинәйе Гөлсирә Салауатованың ҡул эштәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Мәҙәни учреждениеларҙа грант йәһәтенән эшмәкәрлек дауам итә. Ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы “Батырлыҡ йөҙө” тип аталған патриотик проектты тормошҡа ашыра. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан геройҙарыбыҙҙың фотокүргәҙмәһе тәүге тапҡыр Һабантуйҙа ҡуйылды.
Ломовка күп тармаҡлы ауыл клубы “Ломовка мираҫы” проектының һуңғы этабында ошондай уҡ атама менән йыйынтыҡ нәшер итеүгә өлгәште.
Төҙөкләндереү эштәре лә планға ярашлы ғәмәлләшә. Быйыл “Күк ҡош” балалар уҡыу үҙәгенә һәм Өфө урамында урынлашҡан Ҡурсаҡ театрына капиталь ремонт яһалды. Балалар художество һәм Сермән балалар сәнғәт мәктәптәрендә, ҡала Мәҙәниәт йортоноң бәләкәй залында төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.
Әйткәндәй, бөгөнгө көндә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 35 403 һумды тәшкил итә.
Изге йола буйынса, йыйылышта республика кимәлендә уҙған сараларҙа юғары һөҙөмтәгә ирешкән, халыҡ ижады үҫешенә ҙур өлөш индергән, шулай уҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә нәтижәле эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде. Фиҙаҡәрҙәр Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың, район хакимиәте һәм мәҙәниәт идаралығының Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.