Дамир Басир улы район мәҙәниәте өсөн бик күп эштәр башҡара. Егерме өс йыл элек музыка мәктәбендә тәүге тапҡыр ҡурай класын асты һәм авторлыҡ программаһы буйынса эшләүен дауам итә. 2009 йылда мәктәп базаһында “Инеш” балалар ҡурайсылар ансамбленә нигеҙ һалды, улар бер нисә тапҡыр район һәм республика конкурстары призеры булды.
Дүрт йыл элек ҡурайҙа уйнарға өйрәтеүҙең өс йыллыҡ программаһын әҙерләп, Сосновкала Талип Латипов исемендәге музыка класын асты.
Йәнә, ете йыл элек Район мәҙәниәт йорто эргәһендә “Иҙел башы” үҙешмәкәр ҡурайсылар ансамбленә нигеҙ һалды. Ансамбль бер нисә тапҡыр республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстары призеры булды.
2022 йылда “Иҙел башы” ансамбле халыҡ исемен алды, уның коллективы ҡалала һәм районда үткән концерттарҙа даими сығыш яһай.
Дамир Басир улы “Коробейники” халыҡ инструменттары ансамбле составында биш халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды. “Виват” хор капеллаһы ағзаһы. Беҙ төрлө сараларҙа уның ҡурай моңон тыңлап кинәнәбеҙ.
Дамир Хәсәновты маҡтаулы исеме менән ҡотлап, артабан да ижади уңыштар, илһам һәм һәләтле уҡыусылар теләйбеҙ!