Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Февраль , 14:37

“Ирәмәл”де балҡытҡан етәксе

Театр режиссеры һөнәре ижад менән айырылғыһыҙ бәйле.

“Ирәмәл”де балҡытҡан етәксе
“Ирәмәл”де балҡытҡан етәксе

 Ул әҫәрҙәрҙе үҙенсә интерпретациялай, уларҙы үҙ аңы аша үткәрә. Бының өсөн актерҙар коллективы менән арымай-талмай етәкселек итеү, уларҙың һәр береһе менән айырым эшләү, һәр кеме менән уртаҡ тел табыу өсөн яҡшы психолог булырға, бай фантазияға эйә булыу талап ителә. Йыш ҡына тап режиссерҙың актер менән эше спектакль уңышының нигеҙе булып тора. Сөнки сәхнәгә сығарылған һәр тамаша - уларҙың уртаҡ хеҙмәте.
 
 Ошо көндәрҙә үҙенең алтын юбилейын ҡаршылаған ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры режиссеры Гөлнара ҒИЛМАНОВА менән уның тормош юлы, театрҙың һуңғы 20 йыл эсендәге ҡаҙаныштары, киләсәктәге пландары тураһында әңгәмәләштек.
 
- Гөлнара Насретдин ҡыҙы, ярты быуатлыҡ ғүмер юлығыҙға байҡау яһап, бер аҙ бала сағығыҙ, мәктәп йылдарығыҙҙы иҫкә алып үтегеҙ әле.
 
- Мин районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдарының береһе Ғәбдөктә иң кесе - алтынсы бала булып донъяға килгәнмен. Атайым Насретдин балта оҫтаһы булды. Хәҙер инде уға 93 йәш. Әсәйем Тәғзимәнең баҡыйлыҡҡа күсеүенә һигеҙ йыл инде...
Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, юғары кластарҙа Инйәрҙә уҡыным.
Ауылда уҡығанда клубта үткән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша инем. 
V класта мандолинала уйнарға өйрәнеп алғас, ансамблгә алдылар. Ике туған Ғәҙилә һеңлем менән атайым эргәһенә аласыҡҡа инәбеҙ ҙә, эй концерт ҡуя торғайныҡ (көлә). Һеңлем гармунда, мин мандолинала уйнайым, йырлайбыҙ ҙа. Атайым беҙҙе тыңлай-тыңлай үҙ эше менән булыр ине - йә септә үрә, йә ат санаһы эшләй. Беҙгә талантыбыҙҙы күрһәтергә тамашасы булыуы үҙе бер шатлыҡ ине.
Инйәрҙә уҡығанда ла йәмәғәт сараларының уртаһында ҡайнаным.
Мәктәпте тамамлағас, һөнәр һайлауы ауыр булды. Башта иптәш ҡыҙым Резеда менән Өфө медицина училищеһына уҡырға инергә уйлағайныҡ, баш ҡалаға килһәк, имтихандар тамамланған булып сыҡты. Ҡаланың уҡыу йорттары буйлап күпме йөрөһәк тә, бөтәһендә лә шул уҡ хәл. Аңҡы-тиңке булғас, һөнәрселек училищеһының макарондар әҙерләүселәр бүлегенә документтарыбыҙҙы тапшырып, ауылға ҡайттыҡ.
Ҡайтҡас ағай-апайҙар ҡайҙа уҡырға инеүем тураһында ҡыҙыҡһына башланы. Минең яуапты ишеткәс: “Шул туҡмас эшләп йөрөргә итәһеңме? Унда барыр булғас юҡҡа ун класс уҡыныңмы ни?”- тип тәнҡитләргә керештеләр. Ул ваҡытта Дилара апайым (мәрхүмә) ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу училищеһында уҡый ине. Шул мәл, минең бәхеткәме, август аҙағында студенттарҙы өҫтәмә ҡабул итеү иғлан ителде. Беҙ тиҙ генә Өфөнән документтарҙы барып алдыҡ та, тура Стәрлегә юл тоттоҡ. Өс көн эсендә имтихандарҙы уңышлы тапшырып, “Театр коллективтары етәксеһе” бүлегенә уҡырға индем.
Ҡулыма диплом алғас, студент йылдарында осрашып йөрөгән ауылдашым Юлай Хәким улы менән яҙмыштарыбыҙҙы бергә бәйләнек һәм 1994 йылда Ғәбдөк мәктәбендә театр түңәрәге етәксеһе булып хеҙмәт юлымды башланым. Ҡыҙым тыуып, уға алты ай булғанда клуб мөдире булып эшләгән ҡайным Хәким тиҙ арала художество етәксеһе талап ителеүе тураһында хәбәр иткәс, күп уйлап тормай эшкә сыҡтым. Унда эшләгән саҡта “Ынйылар” фольклор түңәрәген ойоштороп ебәрҙем, театр түңәрәген алып барҙым. Спектаклдәр ҙә ҡуя торғайныҡ, смотрҙарға ла йөрөнөк,  урындар ҙа алып ҡайта инек. 8 йыл эшләү осоронда башта художество етәксеһе, аҙаҡ клуб мөдире булдым.
2001 йылда улым тыуҙы. Мин декрет ялында ултырған саҡта ирем менән балаларҙың киләсәген уйлап, ҡалаға күсергә ҡарар иттек. Бында барыбер мөмкинлектәр күберәк бит. Йәнең теләгән йүнәлеш буйынса түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә, өҫтәмә белем алырға ла мөмкин. Әлбиттә, тәүләп тәпәй баҫҡан, тәүге тапҡыр донъяға ғәжәпләнеп баҡҡан еребеҙҙе,  тыуған ауылыбыҙҙы ҡалдырып китеү ҡыйын булды.
 
- “Ирәмәл” халыҡ театрын етәкләп китеү тарихы нисек булды?
 
- Белоретта йәшәй башлағас та ул саҡтағы мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмоваға эш һорап барҙым. Ул мине ауылда эшләгән саҡтан алып яҡшы белә ине  һәм ҡала Мәҙәниәт һарайының башҡорт театрын етәкләргә тәҡдим итте. Башта ул тиклем ҙур бурысты атҡара алырмынмы икән тип баҙап, ҡурҡып ҡалдым. Әммә күҙ ҡурҡа - ҡул эшләй, тигәндәй, ең һыҙғанып эшкә тотондом. Театрҙың элекке режиссеры Альберт Нәбиуллин хаҡлы ялға киткәндән һуң ике йыл етәксеһеҙ ҡалған “Ирәмәл”де үҙ иңемә алдым. Хәҙер инде егерме беренсе йыл ошо театр менән бергә йәшәйем дә, эшләйем дә, шатланам да,  ҡайғырам да. Театр менән бер рәттән Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында байтаҡ ҡына фольклор төркөмө алып барҙым.
 
- Ғаиләгеҙ, балаларығыҙ хаҡында  һөйләп үтегеҙ әле.
 
- Тормош иптәшем Юлай менән ике балаға ғүмер бирҙек. Ҡыҙым Дилбәр Башҡорт дәүләт медицина университетының “Педиатрия һәм анестезиология” факультетын тамамлап,   Республика балалар клиник дауаханаһында анестезиолог-реаниматолог булып эшләй.
Юлдаш улым Өфө фән һәм технологиялар университетының “Философия һәм социология” бүлегендә ситтән тороп магистратурала уҡый. Ул “театр балаһы” булды, мәктәпте тамамлағансы  беҙҙең театрҙа уйнаны, шулай уҡ “Забава” бейеү түңәрәгендә лә шөғөлләнде. Әммә сәнғәт юлын һайламаны.
Әйткәндәй, ир-егеттәр етешмәү сәбәпле, тормош иптәшем Юлай ҙа “Ирәмәл”дең спектаклдәрендә төрлө ролдәрҙә уйнаны. Ғаиләбеҙҙә генә түгел, эшемдә лә уның терәген тойҙом. Рәхмәт уға!
 
- Һеҙ эшләгән йылдарҙа “Ирәмәл” театры нисә спектаклде тамашасы хөкөмөнә сығарҙы?
- 40-50-ләп кенә барҙыр. Йылына ике  тапҡыр яңы спектакль  өҫтөндә эшләйбеҙ. Трагедиялар ҙа, комедиялар ҙа, әкиәттәр ҙә ҡуябыҙ. Әкиәттәрҙә ҡатнашҡан балаларҙы актерлыҡ оҫталығына өйрәтеп,  сәхнәгә сығарабыҙ. Уларҙың араһында театрға ылығып киткәндәре күп кенә.
 
- Спектакль өҫтөндә эшләгәндә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашаһығыҙ?
 
- Репертуар һайлауы бик ҡыйын. Һуңынан ролде уйнай алырлыҡ кешене табырға кәрәк. Айырыуса ир-егеттәр етешмәй. Кеше туплап, эште башлап китеүе үҙе генә әллә күпме сабырлыҡ талап итә. Электән уйнағандар сәхнә артындағы тормошто белеп килә, ә яңы килгәндәрҙе һәр нәмәгә өйрәтергә, һәр ҡайһыһының характерын өйрәнергә, ярай белергә кәрәк. Тамашаны сәхнәгә сығарғансы һәр ролде әллә нисә тапҡыр үҙем уйнап сығам. Ҡай саҡ арып, әллә башҡа, тынысыраҡ эшкә китергәме тип уйлап ҡуйған мәлдәр ҙә була. Әммә, премьеранан һуң тамашасының, коллегаларыңдың  рәхмәт һүҙҙәрен ишеткәс, актерҙарымдың шатлыҡлы йөҙҙәрен күргәс, тағы ла дәртләнеп эшкә тотонам. Йәнә ҡалабыҙҙа башҡорт моңо яңғыраһын, телебеҙ үҫешһен, рухыбыҙ һүнмәһен, үҙемдең милләтемдең ғөрөф-ғәҙәттәре онотолмаһын тип тырышам.
Декорация эшләтеүе лә, музыкаль яҡтан биҙәү ҙә еңел эш түгел, костюмдар ҙа тектерергә кәрәк. Быларҙың барыһы ла аҡсаға барып төртөлә. Юрғанға ҡарап аяҡ һуҙаһың инде.
 
- Күп йылдар “Ирәмәл”гә тоғро ҡалған актерҙарығыҙҙы, һәләтле йәштәрҙе лә телгә алып китеү кәрәктер?
 
- Эйе, актерҙарһыҙ театр юҡ. Беҙҙең оло йәштәге хөрмәтле актерҙарыбыҙ - Мансур Һиҙиәтов менән Фәриха Вәлиуллинаны, Альберт Нәбиуллин заманынан алып уйнаған  Наил Хәмзинды, Динә Шәйәхмәтованы, Гүзәл Ғәлинаны, Азат Баҡыевты, Әлзирә Юнысованы, Денис Сәмситдиновты, Линар Сәйәховты, Мәүсилә Эниеваны, Розалия Ғәйфуллинаны бөгөнгө көндә театрыбыҙ тотҡаһы булып торалар, тип әйтер инем.
Гөлнара Бәшәрова, Нәркәс Вәлиуллина беҙгә килгәндә әҙер актерҙар ине.
Йәштәребеҙ ҙә бик күп. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының һәм ҡаланың педагогия колледжының йәштәрен театрға ылыҡтырып алдыҡ. Тик улар инде өйрәнеп кенә алһалар, уҡыуҙарын тамамлап, ситкә китәләр. Шуға күрә йәштәр 2-3 йыл һайын алмашынып тора.
Быйыл һәләтле йәш актерҙарыбыҙ - Арыҫлан Хөсәйенов, Ильяс Шаһиязданов һәм Наҙгөл Заһитуллина гимназияны  тамамлай. Егеттәребеҙгә  уҙған йылда “Урал батыр” республика конкурсында жюри ағзалары иғтибар итте. Быйыл Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетына башҡорт төркөмө йыйыуҙары тураһында хәбәр итеп, уҡырға саҡырып ҡалдылар.
Театрға йөрөп, танышып, ғаилә ҡорған йәштәребеҙ ҙә бар. Аллаға шөкөр, барыһы ла матур итеп йәшәйҙәр, балалар үҫтерәләр.
 
- Әлеге ваҡытта ниндәй тамаша өҫтөндә эшләйһегеҙ?
 
- Быйыл Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тула. Шуны иҫәпкә алып, уның “Ай тотолған төндә” трагедияһын һайланым. Автор уны 1963 йылда яҙыуына ҡарамаҫтан, хәл-ваҡиғаларҙың бөгөнгө тормошҡа, ҡанундарға тура килеүенә хайран ҡалдым. Трагедияла башҡорттарҙың боронғо көнкүрешенә ярашлы ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары һүрәтләнә. Төп идеяһы - кешенең рухи азатлығы.
Актерҙарҙы туплап бөттөк. Барыһы ла яҡшы булһа, апрель башында премьера менән сығыш яһаясаҡбыҙ.
 
- Театрҙың уңыштары, еңеүҙәре бик күп булыуын беләбеҙ. Шуларҙың иң-иңдәрен һанап үтегеҙ әле?
 
- 2015 йылда Бәләбәй ҡалаһында үткән “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фестивалендә Әнғәм Атнабаевтың “Әсә хөкөмө” менән II урын, 2018 йылда Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы менән Гран-при яуланыҡ.
2022 йылда “Театраль Өфө” республика фестивалендә Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы” драмаһы менән йәштәр театрҙары араһында - III урынға, уҙған йылда ошо уҡ фестивалдә “Урал батыр” эпосын сәхнәләштереп  I урынға һәм “Өмөт” призына лайыҡ булдыҡ.
 
- Алтын юбилейығыҙҙы ниндәй хис-тойғолар менән ҡаршылайһығыҙ? Үҙегеҙҙе аҡыл бирер йәшкә еттем тип уйлайһығыҙмы?
 
- Ю-юҡ! Мин әле күңелем менән егермелә генә кеүекмен. Тик көҙгөгә бағып, балаларға ҡарайым да, үҙемә эстән: “Етәр инде йәштәр кеүек йүгерергә, көлөргә, һиңә етдирәк булырға ваҡыт”,  - тимен. Характерым тынғыһыҙ, бер урында тик ултырып сыҙай торған кеше түгелмен, һәр саҡ хәрәкәттә булырға яратам, шуға күрә күңелһеҙләнергә лә ваҡытым ҡалмай.
Киләсәктә хәлемдән килгәнсә “Ирәмәл”де етәкләрмен тип уйлайым һәм мин ошо театрым менән бәхетлемен тип әйтә алам.
 
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Гөлнара Насретдин ҡыҙы! Киләһе юбилейҙарығыҙҙы ла ҙур уңыштар менән, иҫәнлектә-именлектә генә ҡаршыларға яҙһын!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: