Инйәр район мәҙәниәт йортоноң “Елмерҙәк” башҡорт халыҡ һәм “Ҡолонсаҡ” өлгөлө балалар театрҙары режиссеры Сәғилә МЫРҘАҒӘЛИНА күптәрҙең ошо матур теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам иткән, актерлыҡ оҫталығына, сәхнә телмәренә өйрәткән һәм сәхнәгә алып сыҡҡан.
“Мин 1954 йылдың 3 апрелендә Манышты ауылында һигеҙ балалы ҙур ғаиләлә дүртенсе булып донъяға килгәнмен. Атайым Сөләймән тирә-яҡ ауылдарҙа “Урал”, “Шәүрә”, “Буранбай”, “Ашҡаҙар” кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған йырсы булараҡ танылыу яулаған ине. Ғөмүмән алғанда, беҙҙең ғаиләлә йыр-моңға һәләте булмаған кеше булманы - кемебеҙ мандолинала, икенсебеҙ гармунда уйнап, йырлап, өйҙә концерттар ҡуя, мини спектаклдәр сәхнәләштерә инек.
Тәбиғәттән бирелгән йыр-моңға һөйөү мине бала саҡтан сәхнәгә әйҙәне. Мәктәпте тамамлағас, хыялым Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт техникумына уҡырға инеү ине, әммә, урман ҡырҡыусы булып эшләгән атайым ҡаты сирләп китте һәм әсәйемә дүрт ҡусты-һеңлемде ҡарашырға ярҙам итеү йәһәтенән эшкә төштөм. Ағын-ҡараһын һайламай, төрлө эштәрҙә эшләнем. Ошо осорҙа Бирҙеғол ауылы егете Хәбетдин Нуретдин улы менән ҡауышып, ғаилә ҡорҙоҡ, бер-бер артлы Рим, Риф, Гөлшат исемле балаларыбыҙ яҡты донъяға ауаз һалды. Ғаиләбеҙ ҙә матур, эшем дә бар ине, әммә уҡып, ҡулға диплом алыу теләге тынғы бирмәне.
Шулай итеп, Өфө педагогия училищеһының тәрбиәселәр әҙерләү бүлегенә ситтән тороп уҡырға индем. Белгес дипломы алып сыҡҡас, 10 йыл Инйәрҙә тимер юлының балалар баҡсаһында һөнәрем буйынса эшләнем. Ул ябылғас, яңы ғына асылған тимер юлы клубында башта художество етәксеһе, торараҡ директор булдым. 1996-2007 йылдарҙа клубта эшләгән осорҙа театр түңәрәге асып, актерҙар тупланым, улар менән район-ҡала буйынса төрлө фестивалдәрҙә сығыш яһап, призлы урындар яулай инек. Бер нисә йылдан ул “Елмерҙәк” халыҡ театры булып китте.
Клуб ябылғас, бер аҙ республиканан ситтә эшләп ҡайтырға тура килде. 2010 йылда Ольга Борисовна Овчинникова район Мәҙәниәт йортона режиссер итеп саҡырғас, шатланып риза булдым. Шулай итеп, бала саҡтағы хыялыма урау-урау юлдар, һынауҙар аша килдем", - тип хәтерләй Сәғилә Сөләймән ҡыҙы.
Район Мәҙәниәт йортонда эшләй башлағас, Сәғилә Мырҙағәлина тимер юлы клубындағы командаһын йыйып ала һәм “Елмерҙәк”тәр менән бер ай эсендә Әсғәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” драмаһын сәхнәгә сығара. Ул тулы аншлаг менән үтә.
2011 йылда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре семинарында ололар театры эргәһендә балаларҙыҡын да булдырырға тәҡдим итәләр һәм тиҙ арала бер төркөм уҡыусыларҙы йыйып, түңәрәк асып ебәрә. Тәүге актерҙары - Рамаҙан Саматов, Нәфис Сәғитуллин, Айгизә Моратшина, Арина Кислицина менән “Ҡыңғырау сыңы” республика фестивалендә I урын яулайҙар һәм уларға өлгөлө балалар театры исеме бирелә. Бынан һуң театрҙы “Ҡолонсаҡ” тип исемләйҙәр.
Бөгөнгө көндә “Елмерҙәк” башҡорт халыҡ һәм “Ҡолонсаҡ” театрының төрлө республика, район-ҡала фестивалдәрендә ҡатнашып, яулаған еңеүҙәре бихисап. Мәҫәлән, өлкәндәр театры менән 2018 йылда Әбйәлил районында Әхтәм Әбүшахманов призына үткән республика фестивалендә Әлиә Саматованың “Кәкүк” повесын сәхнәләштереп III урын, “Ҡолонсаҡ”тар менән Өфөләге конкурста Мостай Кәримдең “Оҙоноҙаҡ бала саҡ” спектакленең өҙөгө менән I урын яулайҙар.
- Әле “Елмерҙәк” театры менән Илшат Йомағолов пьесаһы буйынса “Мөхәббәт ҡоштары” музыкаль комедияһын сәхнәгә сығарырға әҙерләйбеҙ. Ул Ғаилә йылына арналған. Комедия тере музыка - һәүәҫкәр артист Илшат Абдуллиндың гармунда уйнауы менән оҙатып барыла.
Яңыраҡ балалар менән “Инйәр хазиналары” район конкурс-фестивалендә Зөһрә Фәйзуллинаның “Р-һыҙ ҡалған Мырҙабай” пьесаһы менән сығыш яһаныҡ. Жюри ағзалары 6 йәшенән алып уйнаған Айгиз Ғәлиәкбәровты айырыуса маҡтаны. Әйткәндәй, был театрға Яңы йылдан һуң IV кластарҙы йыйҙым (элекке йөрөгән уҡыусылар IX класта уҡый һәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә). Уларҙы әле өйрәтәһе лә өйрәтәһе, ҡайһы берҙәре йүнләп башҡортса һөйләшә лә белмәй. Беҙгә йөрөй башлағас, ата-әсәләренән өйҙә туған телдә аралаша башлағандарын ишетеү айырыуса ҡыуандыра. Сәхнәлә уйнарға ғына өйрәтмәйем, ә башҡорт балаларын ҡайтанан башҡортҡа “әйләндерәм”, телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерәм. Әле беҙҙең “Мөхәббәт ҡоштары”нда милиционер булып яңыраҡ ҡына армиянан ҡайтҡан Айнур Әйүпов исемле егет уйнай. Ул балалар театрына килгәндә бөтөнләй башҡортса белмәй ине. Хәҙер инде әсәһе рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп бөтә алмай.
“Елмерҙәк”тә электән уйнаған Әлиә Саматованы тамашасы һәр саҡ көтөп ала. Ололар ролен уйнаған алыштырғыһыҙ актерҙарыбыҙ - Насир Әлибаев, Наил Ғәлиуллин бер ҡасан да һүҙемде кире ҡаҡмай.
Шулай уҡ Клара Вәлиева, Рәфидә Ғарипова, Тәслимә Ғәрифуллина, Рәфил Иҙрисов, Мөхәмәтдин Әбделкәримов, Айбулат Оморҙаҡов, Радмир Мырҙағәлин, Динислам һәм Рамаҙан Саматовтар, Илнур һәм Рөстәм Фәйзуллиндар, Лена Алсынбаева театрыбыҙҙың төп тотҡаһы булып тора. Яңыраҡ килгән актерҙарыбыҙ, район Мәҙәниәт һарайының бейеүселәре - Айгүзәл Валаманова менән Алһыу Хәсәнова шулай уҡ бик талантлылар.
Аллаға шөкөр, етәкселәремдән, коллегаларымдан, актерҙарымдан бик уңдым. Ошолай берҙәм, татыу булғанға күрә, эшебеҙ алға бара һәм яңынанмяңы спектаклдәр өҫтөндә эшләргә дәрт уяна. Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинниковаға, район Мәҙәниәт йорто директоры Әлиә Вәлиеваға, методист Нәргизә Асҡароваға, Инйәр район Мәҙәниәт йорто мөдире Гөлназ Бәхтиәроваға, сәхнә костюмдарын да теккән, декорацияны ла эшләгән костюмерыбыҙ Гөлкәй Салауатоваға, шулай уҡ һәр саҡ декорацияларҙы эшләргә ярҙам иткән ижади студиялар етәксеһе Анастасия Магнитогорцева менән художество етәксеһе Алһыу Хәсәноваға, ғөмүмән алғанда, спектаклдәремде сәхнәгә сығарғансы һәр саҡ ярҙам иткән барлыҡ коллективыбыҙға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә лә яңы идеялар менән янып, уларҙы бойомға ашырып, иҫәнлектә, имен тормошта йәшәүҙәрен теләйем, - ти Сәғилә Сөләймән ҡыҙы.
Сәғилә Мырҙағәлина 2022 йылда мәҙәниәт үҫешенә индергән тос өлөшө һәм фиҙаҡәрлеге өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Бер юлы ике театрҙы етәкләүҙән тыш, Инйәр ауылы ағинәйҙәренең “Йәмәлекәй” фольклор ансамбле менән төрлө саралар ойоштора, уларға сценарий ҙа яҙа, уҙған йыл “Байыҡ” башҡорт бейеүе телевизион конкурсына барып, лауреат исеменә лайыҡ булғандар. Үҙенең моңло тауышы менән тамашасыны хайран ҡылған ханым Инйәр район Мәҙәниәт йортоноң “Тау шишмәһе” башҡорт халыҡ вокаль ансамблендә йырларға өлгөрә. Ун йылдан ашыу “Россияночка” рус халыҡ вокаль ансамбле ағзаһы була.
Башҡорт теле һүнмәһен, халыҡ театрҙары йәшәһен тип тырышҡан, эше өсөн шәхси ваҡыты менән бер ҡасан да иҫәпләшмәгән, һәр сәхнә әҫәренә бөтә күңелен биргән, тамашасы һөйөүен ҡаҙанған, коллегаларының ихтирамын яулаған, ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылаған Сәғилә Сөләймән ҡыҙындағы кеүек дәрт, күңел көрлөгө, эшһөйәрлек, әүҙемлек ҡайһы бер йәштәрҙә лә юҡ әле тиһәң, һис хата булмаҫ. Беҙ уға киләсәктә лә йөрәгенең ҡартайыу белмәүен, ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы һәм шығрым тулы залдар теләйбеҙ!