Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Май , 17:27

Фестиваль гөрләп уҙа

Белоретта икенсе көн дауамында “Иҙел башы йондоҙҙары” XI төбәк-ара хорҙар һәм вокаль ансамблдәр фестивале бара.

Фестиваль гөрләп уҙа
Фестиваль гөрләп уҙа

 Бөгөн ҡала Мәҙәниәт һарайында Мәскәү ҡалаһының, Силәбе өлкәһенең һәм республика район-ҡалаларының ижади коллективтары сығыш яһай.

Бәләбәй районының “Ләйсән” башҡорт халыҡ йыры ансамбле етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Нәзирә Фәрхетдинова фестивалдең ниндәй тәьҫораттар ҡалдырыуы,  нисек үтеүе тураһында бүлеште:

- “Иҙел башы йондоҙҙары” фестиваленә беренсе тапҡыр килдек. 450-гә яҡын саҡрым юл үтеп, Белорет тәбиғәтенең матурлығына һоҡлана-һоҡлана килдек.

Килеүебеҙҙең маҡсаты - башҡа коллективтарҙың сығыштарын ҡарап, үҙебеҙгә  фәһем алыу, идеялар туплау, ниндәй йырҙар башҡарыуҙарына, милли кейем үҙенсәлектәренә иғтибар итеү. Айырыуса бөгөн Силәбе өлкәһе коллективының сығышы оҡшаны.

Беҙ башҡорт халыҡ йыры “Элмәлек”те акапель, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батыр башҡорт ир-егеттәренә бағышлап “Шайморатов вариҫтары” йырын һәм башҡорт халыҡ йыры “Тирәтләү”ҙе башҡарабыҙ.

Беҙҙең коллективта 18 йәштән 65 йәшкә тиклем 10 кеше йөрөй. Әйткәндәй, былтыр Ишембайҙың башҡорт вокаль ансамблдәренең “Торатау моңо”на барып Гран-при алып ҡайтҡайныҡ. Шуның приз аҡсаһына район хакимиәте аҡса ҡушып бирҙе һәм Белорет ҡалаһының “Гүзәл” ательеһынан 10 күлдәк тектереп алдыҡ. Был сағыу, матур күлдәктәребеҙ менән беренсе тапҡыр Белоретта сығыш яһайбыҙ!

Башҡа райондарҙан килгән конкурсанттар менән танышып, аралашып йөрөйбөҙ. Фестиваль юғары кимәлдә ойошторолған, сығыштар береһенән-бере матур. Географияһы бик киң, шуға күрә конкуренция ла ҙур, - тине Нәзирә Хисаметдин ҡыҙы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: