Мәғлүм булыуынса, йырсы унда үтә асыҡ "кейемдә" сығыш яһаған.
Уның был сығышы күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, социаль селтәрҙәрҙә: “Ошондай кейемдә балалар алдында сығыш яһау дөрөҫмө? Купальникта сығыш яһау килешлеме? ”, тигәнерәк фекерҙәр яҙалар . Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Ольга Бузованың бындай кейемдә сәхнәгә сығыу осрағын Тәфтиш комитеты тикшерәсәк.
Ольга Бузова VK Fest-тағы сығышы тураһында былай тип аңлатма биргән: “Мин көн буйына бәйләнештә булманым һәм Өфөләге илдең иң ҙур һәм төп музыкаль фестивален асыу ғы сығышым тирәләй сыҡҡан шау-шыуҙы яңы ғына белдем.
Мин был фестивалдә 7 йыл рәттән сығыш яһайым. Минең сәхнә образдарым һәр ваҡыт сағыу һәм кешеләрҙә төрлө фекер тыуҙыра.
Быйыл да сағыу образда сығыш яһаным. Минең өсөн сәхнә - ул тормоштоң бер өлөшө, мин һәр ваҡыт сығыштарға ентекле әҙерләнәм һәм яңы кейемдәр тегәм. Был һөнәремә һәм минең тыңлаусыларыма һөйөүҙе аңлата. Тамашасылар теләһә ниндәй артистың программаһына килә ала. Әммә улар мине һайланылар, сөнки беҙҙең аудитория менән айырым бәйләнешебеҙ бар…
Белеүемсә, фестивалдең йәш сикләүҙәре бар. Шулай уҡ уға инеү түләүле. Артистар исемлеге һәм сығыштар таймингы алдан баҫтырыла. Әгәр кемдер мине ҡарарға әҙер булмаһа, минең менән осрашыуға килмәҫкә мөмкин.
Мин кеше хәленә инә беләм һәм кешеләрҙе яратам. Минең сығыштарым ваҡытында кемгәлер ҡыйын, йәки цл үҙен уңайһыҙ хис итһә, һәр ваҡыт борсолам.
Әгәр минең кейемем мыҫҡыллы булып күренһә, беҙ командабыҙ менән ғәфү үтенәбеҙ. Мин һәр ваҡыт мөхәббәт һәм изгелек йөрөтәм. Тыуған ил мәнфәғәтендә йәшәйем һәм эшләйем. Был үҙем һәм халҡым өсөн төп ҡиммәттәр. Яуызлыҡты, ул булмаған ерҙә эҙләмәгеҙ", - ти Ольга Бузова.