Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Июнь , 16:10

Йола тотҡан - мең отҡан

Мата аръяғы йәштәре, өлкәндәр һәм балалар "Ҡарға бутҡаһы" йола байрамын үткәрҙе.

Йола тотҡан - мең отҡан
Йола тотҡан - мең отҡан

Ул апрель аҙағынан июнь уртаһына тиклем үткәрелә торған байрам. Сарала бөтәһе 50-нән ашыу кеше ҡатнашты.

Төрлө уйындарҙа ихлас ҡатнашып, бүләктәр алған бәләкәстәрҙең шатланғанын күреү үҙе ҡыуаныс. Уйындарҙы Гөлфиә Мөхәмәтдинова менән Зөлфиә Сәлихова ойошторҙо. Миләүшә Вәлиева ҡатнашҡан балаларға бүләктәр өләшеп торҙо.

Тоҡ кейеп һикереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, ағас аттарҙа сабышыу һәм башҡа уйындарҙан өлкәндәр ҙә ситтә ҡалманы. Уҡ менән атыу буйынса республика ярыштарында еңеүсе Айгөл Ғәлиуллина барыһына ла уҡ атыу серҙәрен төшөндөрҙө. Балалар ҙа, ололар ҙа уҡтан атып, үҙен ысын башҡорт, һунарсы итеп хис итте.

Уйындарҙан һуң Гөлгөнә Төхвәтуллина бешергән тәмле ялан бутҡаһы менән маҡтай маҡтай һыйландыҡ. Рәзилә Сөләймәнова, Ләйсән Шаһиязданова, Рита Хәсәнова һәм башҡалар әҙерләгән самауыр, үлән сәйҙәре, тәмлекәстәр менән табын ҡорҙоҡ.

Ҡалған бутҡаны ҡарғалар, ҡоштар ҙа ашаһын, йыл уңышлы булһын, ямғырҙар яуып торһон, илдәр тыныс булһын, беҙҙең биҫтәгә һыу үтһен тигән теләктәр теләп, бағана төбөнә бутҡа һалдыҡ.

Балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә бер-береһе менән ихлас аралашып, ял итеп ҡайттыҡ.

Байрамда ҡатнашҡан балаларға, йәштәргә, өлкәндәргә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Халҡыбыҙҙың ошондай матур йолаларын онотмай, йәш быуындарға еткерергә, өйрәтергә, йышыраҡ шундай байрамдар үткәрергә тигән маҡсаттар менән ҡыуанышып таралыштыҡ.


Гөлнара ЗЫКРИНА.
Белорет.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: