Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Декабрь 2024, 12:29

Яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте.

Яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаланды
Яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

 Юғары наградаларға педагогтар, ижади коллективтарҙың художество етәкселәре һәм учреждение етәкселәре, артистар, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәре, театр эшмәкәрҙәре һәм рәссамдар лайыҡ булды.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне:

- Республикабыҙҙа мәҙәниәт өлкәһенә айырым иғтибар бүленә һәм Радий Фәрит улы күп ҡыҙыҡлы проекттарҙың идеологы һәм авторы булып тора. Шуларҙың береһе - йыл һайын аншлаг менән үткән киң билдәле “Китап-байрамы”. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы алдынғы урындарҙы биләй һәм Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы быны бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Күптән түгел мәҙәниәт буйынса Советтың сираттағы ултырышын үткәрҙек, унда йәнә республика етәкселегенең мәҙәни өлкәгә ҙур иғтибар биреүен тойҙоҡ. Совет ағзалары биргән бөтә һорауҙар ҙа ишетелде һәм ҡәнәғәтләнерлек яуаптар алды, улар киләһе йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ. 2025 йыл өлкәне яҡшыртыуға һәм йәмғиәтебеҙ өсөн тағы ла күберәк эшләүгә йүнәлтелгән пландар вәғәҙә итә. Махсус хәрби операция шарттарында һеҙҙең эшегеҙ айырым әһәмиәткә эйә, сөнки тап һеҙҙең аша йәмғиәт һәм халыҡ властың ваҡиғаларға мөнәсәбәтен, шулай уҡ илдә һәм республикала хөкөм һөргән мөхитте тоя.

Иң ауыр мәлдәрҙә үҙ ролегеҙҙең мөһимлеген асыҡ аңланығыҙ һәм дәүләтебеҙгә, етәкселәребеҙгә, президентыбыҙға һәм Башҡортостан Башлығына ярҙам иттегеҙ.

Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары тапшырылды, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемдәре бирелде. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.

Награда алыусылар араһында район-ҡаланың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм яҡташтарыбыҙ булыуы ҡыуаныслы. Ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры режиссеры Гөлнара Ғилманова, Инйәр сәнғәт музыка мәктәбе педагогы Дилара Сәлихова, Межгорье ҡалаһының Мәҙәниәт һәм ял үҙәге хормейстеры Римма Фәррәхова “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемегә лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ, Инйәр ҡыҙы, билдәле йырсы Нәркәс Сиражетдиноваға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” исеме бирелде. Ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор: Расима Салихова
Читайте нас