“...Тормош юлымда төрлө ҡыйынлыҡтар, кәртәләр осраған һайын, үҙемде үҙем тынысландырҙым, алдыма ҡуйған маҡсатыма ирешеү өсөн арымай-талмай көрәштем...” (“Хәсрәтле бала саҡ”).
Сәхнәлә - өс дәүер: ауыр бала саҡ, ҡапма-ҡаршылыҡлы йәшлек, уйсан ҡартлыҡ... Әсәй йылыһынан мәхрүм балалыҡтың йән өшөткөс һалҡынлығы, яҡын кешеһенең - атаһының ҡаты бәғерлелеге, аслыҡ-яланғаслыҡ бары бер тапҡыр ғына, ажғырып аҡҡан Инйәр буйында, төңөлдөргөс уйға этәрә. Тап ошонда бәләкәй Яныбайҙа бәхетле киләсәккә өмөт, йәшәү көсө лә ялҡынлана...
Бала саҡ михнәттәре һуғыш утынан имен сыҡҡан, етерлек сыныҡҡан, үткер ир-егетлек ҡорона ялғана. Бында ла әллә күпме кәртәләрҙе емереп, һоролоҡтан, ҡалыплылыҡ вә ғәҙелһеҙлектән яҡтылыҡҡа, яңылыҡҡа юл ярыла. Олпат осор иһә Юғары Көс тарафынан самаһыҙ һыналып, бәлки, ошо шаңҡыуҙар арҡылы үҙендә тиңһеҙ талант - яҙыусылыҡ ҡеүәһен асҡан оло кешенең ҡара тырышлыҡ, фиҙаҡәрлек аша ҡорған бәхетен, шул уҡ мәлдә һағыш-үкенестәрен дә сағылдыра...
Эйе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы - “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры (режиссеры Гөлнара Ғилманова) сәхнәләштергән “Йылдар һәм юлдар” спектакле башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил иткән үлемһеҙ әҫәрҙәр авторы Яныбай Хамматовтың тотош ғүмер юлын күҙ алдына баҫтырҙы. Тормошоноң һынылышлы, киҫкен осорҙарын, хис-тойғоларын тамашасы күңеленә түкмәй-сәсмәй еткергән актерҙарҙың - Әмир Шаһияздановтың, Азат Баҡыевтың, Ғәмир Ғилмановтың һәм башҡа һәүәҫкәрҙәрҙең оҫта уйнауы, ғәҙәти булмаған декорациялар, яҡтылыҡ эффекттары, артҡы фондағы ҡом анимацияһы яҙыусының автобиографик әҫәрҙәре нигеҙендә ҡуйылған 40 минутлыҡ драма әҫәрен уғата йөкмәткеле, тулы ҡанлы итте. Баштан аҙаҡҡа ҡәҙәр ғүмер осорҙарын бәйләп, шуның менән спектаклдең эҙмә-эҙлеклелеген, композицион бөтөнлөгөн булдырған Торна образы иһә Яныбайҙы яҡты киләсәккә әйҙәүсе, илһамландырыусы өмөттө кәүҙәләндерҙе. Шуны ла билдәләү зарурҙыр: Яныбай Хамматовтың ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы һүҙҙәренсә, “Ирәмәл” башҡорт халыҡ театры сәхнәләштергән был драма - яҙыусының ижады буйынса ҡуйылған тәүге сәхнә әҫәре.
Олуғ талант эйәһенең хәтер кисәһендә әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә танылыу яулаған күренекле шәхестәр, әҙиптең ғаиләһе, яҡындары, замандаштары ҡатнашты. Тәүгеләрҙән булып һүҙ алған район Советы рәйесе Дилә Хәмзина Яныбай Хамматовтың башҡорт халҡының тарихи үткәне тасуирланған роман-повестарының бөгөн дә ғәйәт актуаль булыуын, һәр әҫәре аша йәш быуынға ата-бабаларыбыҙҙың зирәклеге, аҡылы еткерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Форсаттан файҙаланып, етәксе ижади эшмәкәрлеге арҡылы уңышҡа өлгәшкән талантлы яҡташтарыбыҙға - Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы Сәғирә Шәрәфетдиноваға - Яныбай Хамматов исемендәге, шағирә Мөнирә Сәлимйәноваға “Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор” премияларын тапшырҙы.
Төбәктең Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә, драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙина Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы республикала уҙғарылған әҙәби-мәҙәни саралар тураһында һөйләһә, яҙыусының замандаштары - Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал Яныбай Хаммат улы хаҡында матур хәтирәләр менән уртаҡлашты.
Башҡортостан Республикаһы Түңгәүер ырыуы Советы рәйесе, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев, Исмаҡай ауылының Түңгәүер ырыуы Советы рәйесе Хафиз Иҙрисов, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры, ғалим, әҙәбиәт белгесе Зәки Әлибаев, Рәсәйҙең Почетлы кинематографисы, режиссер, Белорет районының Өфөләге "Артыш" яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рәйес Исмәғилев Яныбай Хамматовтың ил тарихында иң бөйөк вә талантлы прозаиктарҙың береһе булыуын тәҡрар итте. Үҙ сиратында, Рәйес Абдрахман улы милли мәҙәниәтте, телде үҫтереүгә, һаҡлауға тос өлөш индергән, тынғыһыҙ эшмәкәрлек иткән Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Шәрәфетдинованы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәртәбәле наградаһы - “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләне.
Яныбай Хамматовтың бай әҙәби мираҫын, ҡомартҡыларын ҡәҙерләп һаҡлаған, бөгөнгәсә уның әҫәрҙәрен тәржемәләү, нәшер итеү менән шөғөлләнгән ейәнсәре Алһыу Хамматованың сығышы, яҙыусының Фәриҙә һеңлеһенең видеосәләме сараға бермә-бер йәм өҫтәне. Ә инде бүләсәре Наилә Атанғолованың (һүрәттә) ҡартатаһының аудиояҙмаһына ҡушылып, башҡорт халыҡ йыры “Илсе Ғайса”ны башҡарыуы иһә был кисәнең иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр.
Эйе, иҫ киткес юғары талант, аң-зиһен менән бүләкләнгән даһиҙың һәр әҫәре - тутыҡмаҫ алтын аҡыл. Ғүмеренең бер минутын да әрәм итмәй, фиҙаҡәр хеҙмәт арҡылы үҙ халҡына оло хазина ҡалдырған бөйөк яҙыусының исеме мәңге йөрәктәрҙә һаҡланыр.